Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2020, 23:57

"ЗАГС-ҡа күгәргән күҙ менән барып булмай бит..."

Йәйҙең бер төнө. Ишембай ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһенән халыҡ “ҡуласа” тип йөрөткән 8-се автобусҡа эләгеп, баҙар янындағы ятаҡҡа ҡайтып барам. Һуңғы рейс булды, автобуста кеше юҡ тиерлек.

Йәйҙең бер төнө. Ишембай ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһенән халыҡ “ҡуласа” тип йөрөткән 8-се автобусҡа эләгеп, баҙар янындағы ятаҡҡа ҡайтып барам. Һуңғы рейс булды, автобуста кеше юҡ тиерлек.
Кисә ҡатын менән һөҙөшөп алғас, енем ҡубып сығып киткәйнем дә, әле бына баш һалырға ҡайтып барыуым. Кисәге ҡыйыулыҡ та бөткән, башта мең төрлө уйҙар ҡайнаша. Нисек күҙенә күренергә, нимә тип аҡланырға был албаҫтының алдында? Кисәге байрамдан һуң сатнап килгән башым ошо осо-ҡырыйы күренмәгән уйҙарымдан тағы ла нығыраҡ йәнселгән кеүек.
Автобустың урта тирәһендә бер йәш ҡыҙ тәҙрәләге ҡараңғылыҡҡа ҡарап татлы хистәргә бирелгән. Һөйгәне янынан ҡайтып килә торғандыр, моғайын. Иң алдағы ултырғыстарҙа йәш пар күгәрсен кеүек гөлдөр-гөлдөр килә. Улар минән күпкә бәхетлерәк тип, иң артҡы ултырғысҡа менеп ҡунаҡланым да, башты ике ус менән ҡыҫып, уйҙарым араһында буталам.
Бер аҙ килгәс, туҡталыштарҙың береһендә салонға ике егет инде. Күренеп тора, тамаҡтарын матур ғына сылатҡан былар. Керҙеләр, хужаларса автобустың эсен тонған күҙҙәре менән һөҙөп сыҡтылар. Бәйләнерлек сәбәп тапманылар шикелле. Шулай ҙа теге йәш ҡыҙ салынды бит был мөртәттәрҙең күҙенә.
-Хәйерле кис, туташ! – Быларҙың һөмһөҙ тауыштары салонды яңғыратып ебәрҙе.
Береһе һылыуҙың эргәһенә ултырҙы, икенсеһе ҡаршыһына килеп баҫты. “Хәйерле кис, туташ!” – тип йылмайһалар ҙа, йылын ағыуы менән ҡапланған күҙәре бик хәйерһеҙ ялтырай үҙҙәренең.
Минең мейе шәп итеп эшләй бындай ваҡытта - быларға бәйләнһәм, милицияға эләгерем көн кеүек асыҡ. Йәш ҡыҙ өсөн һуғышҡанымды белһә, бөттө баш, ҡатын алдына тубыҡландырып ҡуясаҡ. Мәгәр бынау сибәркәйҙе мыҫҡыллауҙарын күреп түҙеп килеү ҡайһылай оят ирмен тигән кешегә.
Алда ултырған бәхетле парҙың да тауыштары тынды. Минән бер башҡа оҙон да бит егете, тик бот араһы еүешләнеп өлгөрҙө, ахыры, тиҙ шымтайҙы.
Ҡыҙ үкһеп илай башлағас, түҙмәнем, һикереп торҙом. Ни булһа ла булыр, гүзәл заттан көлдөрәһем юҡ! Бәлки, бер кешене бәләнән ҡурсалаған тип маҡтау ҡағыҙы бирерҙәр. Ҡатыным алдында абруйым үҫер. Кисәге ахмаҡлығым өсөн ғәфү итер. Имгәнеп дауаханаға эләкһәм, яныма килеп ултырыр.
Бер-ике аҙым атлап та өлгөрмәнем, һөйләшеп ҡуйған кеүек, теге алда һөйгәнен ҡосаҡлап ултырған егет тә ҡуҙғалды бит. Беҙҙең ҡыйыулыҡты күреп, теге мөртәттәр шымып ҡалды. Имен ҡалмаясаҡтарын һиҙәләр, күрәһең.
Шул ваҡыт автобус шып туҡтаны. Әллә сираттағы туҡталыш булды, әллә шофер эштең етди төҫ алғанын һиҙеп, “тимер атын” туҡтатты. Эш ҡан ҡойошҡа китһә, шаһит булараҡ, таңға ҡәҙәре милицияла ултырырға тура киләсәк, тип уйлағандыр, бәлки. Мин арттан, бәғеркәйен иркәләп ултырған егет алдан был һөмһөҙҙәр янына килеп еткән саҡта ғына автобустың урталағы ишеге асылып китте. Беҙ бер ынтылып һелтәнеп тә өлгөрмәнек, әле генә батыр булып ҡыланған ике әтәс йәшен тиҙлегендәй асыҡ ишеккә ынтылды. Табандары ғына ялтырап ҡалды бисараларҙың.
- Ниңә ярҙамға тормай ултырҙың, һин бер ымлаһаң, мин дә ҡуҙғала инем бит, - тим теге егеткә.
- Миңә иртәгә ЗАГС-ҡа бит, ағай, күгәргән күҙ менән нисек барыр инем, - ти был. – Кәләшем дә шуға беләгемдән ҡымтып алды ла, һуғышһаң, никах тураһында онот, тип туҡтатты.
- Их, ҡустым, минең дә хәлдәр һинеке сама шул, шуңа күрә ҡуҙғалырға батырсылыҡ итмәй ултырҙым, - тинем мин, егет алдында аҡланған һымаҡ итеп.
Беҙ көлөшөп, ҡулдарҙы ҡыҫышҡан арала әле генә бәләнән ҡурсалап алып ҡалған сибәркәйҙән елдәр иҫкәйне инде. Рәхмәт әйтһә лә күңел булыр ине. Их, аңламаҫһың был ҡатын-ҡыҙҙы...

Иншар АСҠАРОВ.
Фото: zhenray.ru
Читайте нас: