Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2020, 00:37

МАҠАР ҠЫҘЫ ШӘМСИХАЯТ

Беҙ еңә алдыҡ, сөнки тыл ныҡ булды, тип әйтә торғайны һуғыштан ҡайтҡан яугирҙар. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың тылдағы хеҙмәте үҙе ҙур батырлыҡҡа тиң. Хәтер һандыҡтарын аҡтара башлаһаң, әллә күпме аҫыл иҫтәлектәр табырға була. Шәмсихаят Ғәбделвәдүт ҡыҙы Ҡарамышева-Ғәбитованың яҙмышы ла үҙе бер китап яҙырлыҡ.

Беҙ еңә алдыҡ, сөнки тыл ныҡ булды, тип әйтә торғайны һуғыштан ҡайтҡан яугирҙар. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың тылдағы хеҙмәте үҙе ҙур батырлыҡҡа тиң. Хәтер һандыҡтарын аҡтара башлаһаң, әллә күпме аҫыл иҫтәлектәр табырға була. Шәмсихаят Ғәбделвәдүт ҡыҙы Ҡарамышева-Ғәбитованың яҙмышы ла үҙе бер китап яҙырлыҡ.
1913 йылдың 19 авгусында Маҡар ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Атаһы Вәдүт Әбүбәкер улы кешеләргә бура бурап, төрлө ағас эштәрен башҡарып көн күрә. Әсәһе Хәйербанат Ҡарлар ауылынан килен булып төшөп, дүрт балаға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы үҙе мәңгелеккә бик иртә китә. Әсәһе әхирәткә күскәндә Шәмсихаятҡа ни бары өс йәш була.
Етемдең өҫтөнә кейергә кейеме, ашарға ризығы юҡ. Ауылдың оло инәйҙәре: “Шәмсихаят гел бармаҡ остарында ялан аяҡ йөрөнө, сөнки үксәләре ярылып, ҡанап, баҫа алмай ине”, -тип хәтерләр булған. 1926 йылда, исмаһам, был етемдең тамағы туҡ булыр тип, 13 йәшлек ҡыҙҙы урта хәлле кешегә кейәүгә бирергә уйлайҙар. Тик Шәмсихаят төн уртаһында Ғафури районына ҡасып сығып китә һәм Красноусол быяла заводына быяла ҡырҡыусы өйрәнсеге булып эшкә урынлаша.
Тап шул осорҙа ул комсомолға инә. Тырыш ҡыҙ һынатмай, яҡшы эшләгән өсөн уның фоторәсеме заводтың Почет таҡтаһына эленә. Ә 1932 йылда уны комсомол путевкаһы менән Өфөгә комвузға уҡырға ебәрәләр. Унда ла ҡыҙ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
1937 йылдарҙа Шәмсихаятты Маҡар районы үҙәге Петровскийға район советы секретары итеп тәғәйенләйҙәр, һуңғараҡ партком секретары ла була, һаулыҡ һаҡлау бүлегендә лә эшләй.
Һуғыш башланған йылда Шәмсихаятты Маҡар ауылындағы “Алға” артеле рәйесе итеп ҡуялар. Аҙаҡ ул Сталин исемендәге артель итеп үҙгәртелә. Кешеләргә ҡарата бик ихтирамлы, итәғәтле булыуы менән дә хөрмәт ҡаҙана ул. Ирҙәре һуғышҡа киткән ғаиләләргә утын, мөмкин булғанса ризыҡ, балаларға кейем-һалым биреп, яҡташтарына ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. 1930 йылда асылған ФЗО-ның оҫтаханаһында байтаҡ халыҡ хеҙмәт итә, һуғыштағы һалдаттарға йөк саналары, саңғылар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар эшләйҙәр. Ауыл халҡын нисек тә аслыҡтан һаҡлап ҡалыу өсөн Шәмсихаят, Курск өлкәһенән һөтлө тоҡомло һыйырҙар алып ҡайтып, ферма ойоштора. Тиңе булмаған тәүәкәллек, ҡыйыулыҡ! Фермала Ҡолғона ауылынан күсеп килгән биш балалы Таһиров Вәхит ағай менән Камила апай тырыша.
Ауылдан йөк тейәп Стәрлегә алып барып тапшыралар, һуғышҡа кәрәк әйберҙәрҙе шулай ат менән станцияға илтәләр ине, ә ҡайтҡан ваҡытта ауыл халҡына Стәрлетамаҡ ит комбинатынан эсәк-бауыр, баш-тояҡ алып ҡайталар. Район үҙәгенән Маҡарға ҡайтып килгәнендә һуғыштан ҡасҡан дезертир Шәмсихаятты ҡаты яралай. Был ваҡытта ҡатын йөрәк аҫтында дүртенсе балаһын йөрөткән була “Беҙ Шәмсихаят арҡаһында астан үлмәнек”, - тип рәхмәт әйтә оло йәштәгеләр.
1942 йылда Өфө эргәһендәге Алкино ауылында 17-се уҡсылар бригадаһы нигеҙендә Башҡортостан халҡы көсө менән 787-се артиллерия полкы барлыҡҡа килә. Был изге эшкә маҡарҙар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Хаят йәнә яуапылылыҡты үҙ ҡулына ала, һалдаттарға башалтай, бейәләйҙәр, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡтар йыйып, уларҙы ат арбаларына тейәп, Алкино станцияһына алып бара.
Һуғыш осоронда Хаят Вәдүт ҡыҙы Арыҫлангәрәй мулланың буш торған өйөн ремонтлап, сабыйҙарҙың әҙ генә булһа ла тамаҡтары туйһын тип, балалар баҡсаһы асып ебәрә. Әле лә хәтерҙә, килеп ингәс тә, өйҙәге кейемде сисеп, балалар баҡсаһы өсөн тегелгән күлдәктәрҙе кейә торғайныҡ. Барыбыҙҙа ла бер иштән күлдәктәр, панамалар, ашнаҡсылар, тәрбиәселәр ҙә ап-аҡ халаттарҙа була торғайны. Кейемдәрҙе шул тиклем матур итеп Әхмәтйәнова Зәйнәп апай текте. 1956-57 йылдарҙа Сталин исемендәге промартель ағас эшкәтеү комбинатына әүерелә. Ауыр һуғыш йылдарында үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәткән Ҡарамышеваны директор итеп ҡуялар. Шәмсихаят ғүмере буйы ауылым, халҡым тип йәшәй. 1950 йылдарҙа Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡорт милли мәҙәниәте көндәренә (авт. декадаһы) Маҡар артистарына милли кейемдәр тектереп, ашау-йәшәү яғын хәстәрләп, илебеҙҙең баш ҡалаһына оҙатыуы ла уның булдыҡлылығы тураһында һөйләй.
1963 йылдан 1971 йылғаса уға йәнә яуаплы йөкләмәне тартырға тура килә – Маҡар ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Хаят Вәдүт ҡыҙы үҙенең хеҙмәт юлы дауамында һәр эште бар күңелен һалып башҡара. Һәр саҡырылышта район советы депутаты, партком секретары, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, райком ағзаһы һәм башҡа яуаплы бурыстар һалына уның иңенә. Тырыш хеҙмәте юғары баһалана: Мәскәүҙә съезд делегаты, Сталин ҡул ҡуйған Почет грамотаһы, Урман хужалығы отличнигы, Коммунистик хеҙмәт ударнигы – былар барыһы ла яҡташыбыҙҙың намыҫлы эшен ҙурлау, данлау билдәһе. Уның хеҙмәт наградалары исемлеген тағы ла дауам итергә мөмкин булыр ине.
Етемлектең әсеһен татып үҫкән, үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән Маҡар ауылы данын республика кимәленә күтәргән, көслө рухлы яҡташыбыҙ Шәмсихаят Ҡарамышеваны онотмайбыҙ. Һуғыш ваҡытында күргән ҡыйынлыҡтар ҙа, ваҡыт күпме генә үтһә лә, хәтерҙән юйылмай.
Фотола: Шәмсихаят Ҡарамышева (аҫҡы рәттә һулдан өсөнсө) хеҙмәттәштәре менән. 1950-се йылдар уртаһы.
Читайте нас: