Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2020, 19:46

Ишембайҙа ҙур эштәр бара

20 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Торлаҡкоммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев эш сәфәре менән Ишембайҙа булды.

20 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Торлаҡкоммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев эш сәфәре менән Ишембайҙа булды.
Иң тәүҙә ведомсто етәксеһе әлеге көндә реконструкция эштәре барған ҡаланың таҙартҡыс ҡоролмаларында булды. Подрядсы башҡарыласаҡ эштәр менән таныштырҙы. Бында бөтә һыуҙы тондороу бассейндары капиталь ремонтланасаҡ, насостар, киптергестәр, шулай уҡ ярҙамсы ҡорамалдар, инженер селтәрҙәре, коммуникациялар тулыһынса алмаштырыла. Борис Владимирович эштәрҙе сифатлы башҡарыу һәм 2021 йылға тамамлау планынан тайпылмау хаҡында һүҙ алып барҙы.
Министрлыҡ вәкилдәре шулай уҡ ҡаланың Ленин майҙанында барған ҙур реконструкция эштәре менән дә танышты. Әлеге ваҡытта бында тейешле материалдар килтерелгән, эштәр графикка ярашлы бара. Тәү сиратта майҙан территорияһы аша үткән йылылыҡ селтәрҙәре һәм инженер коммуникациялары алмаштырыла, артабан майҙанда һәм яңы аллеяла тротуар плиткаһын һалыуға нигеҙ әҙерләү, шулай уҡ спорт майҙансығына бордюр таштары ҡуйыу эштәре башланасаҡ.
“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса башланған төҙөкләндереү эштәре барышы ла ведомство етәксеһе иғтибарынан ситтә ҡалманы. Эш сәфәре аҙағында Борис Беляев “БР күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау Төбәк операторы”ның генераль директоры Павел Сафонов менән әлеге мәлдә ҡыйыҡ ремонты барған йорттарҙы ҡараны, ошонда йәшәүселәр менән аралашып, фекерҙәрҙе тыңланы. Яҡташтарҙың төҙөүселәр эшенән риза булыуы тойолдо.
Фото: Ольга Вәлитова
Читайте нас: