Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2020, 20:52

Ҡулдарығыҙ ярылмаһын тиһәгеҙ...

Баҡсала көндәр буйы эшләп, ҡулдарығыҙ ярылып, ҡатып бөттөмө? Улайһа түбәндәге кәңәштәр һеҙҙең өсөн.

Баҡсала көндәр буйы эшләп, ҡулдарығыҙ ярылып, ҡатып бөттөмө? Улайһа түбәндәге кәңәштәр һеҙҙең өсөн.
Ысынында, иһә, ярҙамсылар һеҙҙең янығыҙҙа ғына ултыра. Уны өйҙә аш-һыу бүлмәһендә, аптечкала, баҡсала табырға була.
1. Лимон кислотаһын һыуға иҙеп, ҡулдарҙы 5-7 минут тирәһе тығып ултырабыҙ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.
2. Помидор. Ҡулда бешкән помидорҙы иҙәбеҙ, айырыуса тырнаҡ тирәһенә күберәк һөртәбеҙ. Унан ҡулды йыуабыҙ. Булды, ҡулдарыбыҙ баҡсала бирсәткеһеҙ эшләмәгән дә кеүек таҙарып ҡалды.
3. Усыбыҙға бер аҙ шәкәр һалып, зәйтүн майын ҡойоп, шәкәре иреп бөткәнсе ыуабыҙ. Ҡулды һыу менән йыуабыҙ. Ебәк кеүек булып китә был процедуранан һуң ҡулдар.
4. Тағы ла эш башлар алдынан кер һабынын тырнағыҙ. Тырнаҡ аҫтына инеп тулһын. Эштән һуң ҡулды йыуғас, тырнаҡ аҫты таҙа килеш ҡалғанын күрерһегеҙ.
5. Картуф бешкән һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Ҡул өсөн бик файҙалы бит ул. Бер ниндәй химияһыҙ ҡул йомшаҡ һәм таҙа булып ҡала.
Баҡсаларығыҙ мул уңыш бирһен! Ә үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ!
Фото: интернет
Читайте нас: