Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2020, 16:26

Мәсет изге ғәмәлдәргә өндәп торһон

Районыбыҙҙа мәсеттәр төҙөлөүе, күптәрҙең, айырыуса, йәштәрҙең дингә ынтылыуы, йолаларҙы ихтирам итеүе тураһында телгә алыу оло ҡыуаныс изге Рамаҙан айында. Ураҙа ғәйете яҡынлашып килеү уңайынан районыбыҙҙың күркәм иман йорттарының береһе - Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы мәсетенә юл тоттоҡ.

Районыбыҙҙа мәсеттәр төҙөлөүе, күптәрҙең, айырыуса, йәштәрҙең дингә ынтылыуы, йолаларҙы ихтирам итеүе тураһында телгә алыу оло ҡыуаныс изге Рамаҙан айында. Ураҙа ғәйете яҡынлашып килеү уңайынан районыбыҙҙың күркәм иман йорттарының береһе - Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы мәсетенә юл тоттоҡ.
Аллаһ йорто ауыл халҡының көсө менән биш йыл элек һалынғайны. Рамаҙан айында Яр-Бишҡаҙаҡтан һәм тирә-яҡ ауылдарҙан иллегә яҡын кеше мәсеттең бинаһын ике көн эсендә төҙөп тә ултыртты тип, имам-хатип Рауил Ғизетдин улы Айытбаев әле булһа иҫкә алып ҡыуана. Ә эргәләге ялан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаҙан аҫып аш бешереүенән, самауыр сәйе әҙерләүенән «гөр» килеп торған була. Ул саҡта ураҙала башҡарылған был ҙур эш ысын һоҡланыуға лайыҡ.
Әйтергә кәрәк, ауыл мәсете заман талаптарына ярашлы, газ һәм йылы һыу менән тәьмин ителгән. Ҡорбан ашы, ифтар кеүек сараларҙы үткәреү ҙә алдан хәстәрләнгән - эстә аш бүлмәһе булһа, тышта айырым ашханаһы бар. Намаҙға йөрөгән мөслимәләр төрлө сәскә үҫтереп, мәсет баҡсаһын таҙа итеп тәрбиәләп тота. Изге йортҡа килгән халыҡҡа бөтә уңайлыҡтар булдырылған, тип әйтергә урын бар.
Биш намаҙын да ҡалдырмай йөрөгән ауыл халҡына мәсет ишеге һәр ваҡыт асыҡ. Ә бинаның һәр стенаһына ҡуйылған репродукторҙан аҙан тауышы ауылдың дүрт тарафына ла яңғырай. Мәсеттә шулай уҡ ғәрәп теле һәм графикаһы уҡытыла. Элек уҡытыусы булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан Мәҙҡүрә Зәйләғи ҡыҙы Солтанова дәрестәренә ауылдаштары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй.
- Шуныһы ҡыуаныслы, былтыр ифтарға 200-гә яҡын кеше йыйыла ине. Ишәй, Ҡанаҡай, Ҡарайған ауылдарынан һәм Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан да килеүселәр булды. Араларында ошо мәсетте төҙөүҙә ҡатнашҡан дуҫтарыбыҙҙы күреп һөйөндөк, - тип ихлас уртаҡлашты Рауил Ғизетдин улы. – Быйыл эпидемиологик хәлгә бәйле күмәк йыйылыуҙы тыйыуҙы аңлап ҡабул итәбеҙ. Иң мөһиме – кешеләрҙең хәүефһеҙлеге. Ә һорауҙары булған кешеләр телефондан үҙҙәре шылтырата. Ураҙа байрамы онлайн форматында үтһә лә, ул үҙ асылын юғалтмай. Ошо төшөнсәне мосолман ҡәрҙәштәребеҙ аңлап ҡабул итһен ине.
Быйыл Ураҙа ғәйетенә тиклем мәсет тарафынан 11 ғаиләгә бөртөклө ризыҡтар йыйылмаһы ла (фытыр саҙаҡаһы) таратыласаҡ икән. Ул сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә, йәтим ейән-ейәнсәрен тәрбиәләгән өләсәйҙәргә, Чернобыль АЭС-ы аварияһы ветеранына һәм балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән атайға тәғәйенләнгән.
...Ҡасандыр төҙөлөштә ташсы булып эшләп йөрөгән Рауил ағай Ишембай мәсете эргәһенән үткән һайын дин менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлай. Шулай бер көн ул мәсет тупһаһын аша атлап эскә уҙа. Ошо ҡыйыу аҙымдан башлап, сауаплы мәшәҡәттәрҙән торған өр-яңы донъяға сума ул. Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә дүрт йыл уҡып, имам-хатип дәрәжәһен алыуға ирешә. Яҡшы өлгө йоғошло тигәндәй, хәҙрәттең хәләл ефете Рәзилә Байбулат ҡыҙы ла дин ҡабул итеп намаҙға баҫа. Бөгөн ул – иренә ныҡлы таяныс булырҙай инсафлы мөслимә.
Рауил Ғизетдин улы үҙенең нисек дин юлына баҫыуын иҫтән сығармай, мәсетте тәрбиәле итеп тота. Балҡып ултырған Аллаһ йорто кешеләрҙе әллә ҡайҙан уҡ үҙенә ылыҡтырып торорға тейеш, тип һанай ул. Ысынлап та, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында элекке һымаҡ эсеп-туҙып йөрөгән кеше юҡ, тиһәң дә була. Шөкөр, дингә тартылыусылар күбәйә.
Ғәрәп телендәге ислам һүҙенең «сәләм»дән (тыныслыҡ) барлыҡҡа килгәнен иҫтә тотоп йәшәйек, дуҫтар. Барыбыҙҙың да йортонда бәхет һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек булһын!
Фото: автор
Читайте нас: