Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2020, 13:24

Юлдарҙы төҙөкләндереүгә иғтибар ҙур

Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең юл тармағында һәр биләмәлә сағылырға тейеш ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Федераль автомобиль трассаларында ғына түгел, ә төбәк һәм урындағы юлдарҙа ла күләмле эштәр башҡарыла.

Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең юл тармағында һәр биләмәлә сағылырға тейеш ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Федераль автомобиль трассаларында ғына түгел, ә төбәк һәм урындағы юлдарҙа ла күләмле эштәр башҡарыла.
Дәүләт етәксеһенең юл хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйған төп бурыстарҙың береһе - заманса, уңайлы һәм ышаныслы транспорт инфраструктураһы булдырыу.
Ошо маҡсатҡа өлгәшеүҙең төп сараһы булып 2019 йылда тормошҡа ашырыла башлаған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тора. Былтыр был проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципаль районда биш объект буйынса эштәр башҡарылды. Уларға өлөшләтә Тракт, Сатурн, Йәштәр, ГорькийТөньяҡ урамдары, Тирмән-Йылға юлы инде.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Ишембай районы биләмәһендә “Юл селтәре” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Бөтә сығанаҡтар иҫәбенә финанс күләме 22 678,8 мең һум тәшкил итә.
Әлеге көндә Б. Хмельницкий (2,233 км), Тракт (1,452 км), Геология (1,635 км), Төньяҡ урамдарында (15-се мәктәп тапҡырынан алып 2,448 км) юлдарға капиталь ремонт башланды, тиҙҙән Пролетар урамы ла (0,650 км) ремонтланасаҡ. 2020 йылға раҫланған смета буйынса районда иң күләмле юл ремонты эштәренә Ишембай-Кинйәбулат-Этҡол (5,5 км), Үрге Этҡол – Әсе ялан (3,4 км), территориаль заказ буйынса балалар һаулыҡ һаҡлау лагерҙарына юл һалыу (5 км), Ишембай-Красноусол (2,5 км) йүнәлешендә юл һәм тағы тиҫтәнән ашыу йүнәлеш инә. Ағымдағы йыл планына ингән эштәрҙең тулы исемлеге менән муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Фото: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в