12 майҙа иртә менән Ишембай ҡалаһы һәм районы хәрби комиссариатында быйыл тәүгеләрҙән булып әрме хеҙмәтенә саҡырылыусы егеттәрҙе ҡаршы алдылар. Белеүебеҙсә, 1 апрелдә башланырға тейеш булған хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы коронавирус инфекцияһының таралыу ваҡиғаһына бәйле һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелгәйне.
2020 йылдың яҙында хеҙмәткә саҡырылыусы Ишембай егеттәре Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең төрлө ғәскәрҙәрендә һынау тотасаҡ. Хеҙмәт урындарының географияһы ла киңәйгән.
Пандемия арҡаһында график үҙгәреү сәбәпле, хәрби комиссариат һәм хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы ағзалары был көндәрҙә көсөргәнешле режимда эшләй. Башҡортостандан егеттәрҙе оҙатыу 27 майға билдәләнһә, муниципаль берәмектәрҙән улар республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына бер нисә көн алдараҡ ебәрелә.
- Май-июнь айында муниципаль райондан бөтәһе 100 егет Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафын тулыландырасаҡ. Эштең һәр этабында коронавирустан һаҡланыу сараларын күрәбеҙ. Ата-әсәләргә лә мөрәжәғәт итәм, улдарығыҙҙы оҙатыуға йола буйынса күп кеше йыйыуҙан тыйылып тороғоҙ. Буласаҡ һалдаттарыбыҙ имен-һау булһын, лайыҡлы
хеҙмәт итеп ҡайтһын, - тип уртаҡлашты хәрби комиссар Кирилл Клюкин.
Егеттәр Ишембайҙан республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм хәрби комиссариат тапҡырынан мөмкин тиклем әҙ төркөм менән оҙатыласаҡ.