Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2020, 13:22

Таҙа ергә сир ҡунмаҫ

Хәүефһеҙлек сараларына иғтибар көслө булыуға ҡарамаҫтан, районда һәм ҡалала сираттағы “Таҙа йома” өмәһен һөҙөмтәле ойоштороп булды.

Хәүефһеҙлек сараларына иғтибар көслө булыуға ҡарамаҫтан, районда һәм ҡалала сираттағы “Таҙа йома” өмәһен һөҙөмтәле ойоштороп булды.
Был көн ҡалала Губкин, Йәшел урамдарында 2-се һәм 3-сө торлаҡ-эксплуатация участкалары хеҙмәткәрҙәре күләмле эштәр башҡарырып сыға алды. Бында техника ярҙамы ла кәрәкте. Атап кителгән урамдарҙағы аллеяларҙа артабан йәшелләндереләсәк территорияны планлаштырыу
эштәрендә иллеләп кеше ҡатнашты.
Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы коллективы ла үҙҙәре биләгән бина территорияһын өлгө итеп йыйыштырып, түтәлдәргә сәскәләр ултыртып өлгөрҙө. Район һәм ҡала биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең дә өмә өсөн эш кейеме һәр саҡ үҙҙәре менән. Күптәребеҙ тыныс ҡына өйҙә ултырғанда, улар иңенә ошо осорҙа ҙур территорияларҙы тәртипкә килтереү бурысы ятты. Был юлы, мәҫәлән, финанс идаралығы белгестәре Ленин проспектының Революция урамынан Совет урамына тиклем өлөшөндә тырышты.
Өмәлә Берҙәм заказсы идаралығы, торлаҡ-көнкүреште хеҙмәтләндереүсе компаниялар, ғөмүмән, үҙҙәре биләгән территориялар таҙалығына битараф булмаған ойошмалар, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты.
Районда ла ауылдарҙы тәртипкә килтереү эше туҡталғаны юҡ. Биләмәләрҙәге эштәр барышын, халыҡ кәйефен үҙҙәре социаль селтәрҙәргә һала барған мәғлүмәттәрҙән, фотоларҙан да күҙалларға була. Кәртәләр яңыртыла, буяу, ағартыу эштәре дауам итә, сәскә түтәлдәре йәмләнә, сүпсар контейнерҙары тирәһен тәртиптә тотоу ҙа иғтибар үҙәгендә. Контейнерҙар тигәндән, “унау сүпләй, берәү йыйыштыра” тигән нәмә булмаһын ине. Атап әйтеү килешмәҫ, социаль селтәрҙә ауыл советы башлыҡтарының береһе “Әле генә йыйыштырҙыҡ, нисә сәғәткә етер икән?” тигән зарын да еткергәйне. Тоҡтар бәйле булһын һәм, контейнер буш икән, ниңә сүп-сар осоп таралмаһын өсөн уны эсенә үк һалмаҫҡа? Бер өмәне лә ҡалдырмаған ауылдаштарығыҙҙың үтенесе был. Бергәләп тырышып, донъяларҙы таҙартып, матурлап йәйгә аяҡ баҫайыҡ.
Читайте нас: