Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2020, 02:39

Баклажан үҫтереү серҙәре

Мәшәҡәте күп тип, күптәр әлеге ғәжәйеп йәшелсәне үҫтермәй. Әммә бер нисә ябай серен белһәң, беҙҙең баҡсаларҙа ла баклажандан мул уңыш алырға була. Уның өсөн өс шарт мөһим: йылылыҡ, яҡтылыҡ, дым.

Мәшәҡәте күп тип, күптәр әлеге ғәжәйеп йәшелсәне үҫтермәй. Әммә бер нисә ябай серен белһәң, беҙҙең баҡсаларҙа ла баклажандан мул уңыш алырға була. Уның өсөн өс шарт мөһим: йылылыҡ, яҡтылыҡ, дым.

Баклажандың тишелеп сыҡҡандан алып, өлгөрөү осоро оҙон – 100-120 көн. Шуға күрә орлоғон февралдән үк сәсәләр.
Күсереп ултыртҡанды яратмай. Уны баштан уҡ ярты литрлыҡ ҙур һауыттарға сәсергә кәрәк. Стакан төбөнә ваҡланған йомортҡа ҡабығы һалып ҡалдырығыҙ. Тупраҡҡа иһә утын көлө ҡушығыҙ, әсе тупраҡта баклажан бик насар үҫә.
Сорттарҙы дөрөҫ һайлағыҙ. Беҙҙең яҡта йәй ҡыҫҡа. Шуға күрә иртә һәм уртаса өлгөргәндәренә туҡталығыҙ.
Яҡтылыҡ кәрәк! Магазиндарҙа фитолампалар һатыла. Әммә ғәҙәти "көн яҡтыһы" биргән лампа аҫтында ла насар үҫмәй ул. Йәй түтәлгә көнгә 12 сәғәт ҡояш төшөүе мөһим.
Йылылыҡ кәрәк! Хатта һибә торған һыу ҙа йылымыс булһын. Тупрағы себенләһә, һарымһаҡ йәки һуған ҡабығы төнәткән һыу һибегеҙ.
Баклажан ашлауға һиҙгер. Ус төбө ҡәҙәр эре япраҡтарҙы үҫтереп өлгөртөү өсөн, ул тишелеп сығып, бер аҙна уҙыуға ашлай башларға кәрәк. Баклажан фосфорлы ашламаларҙы айырыуса ярата.
Тупраҡҡа күсереп ултыртырға бер аҙна ҡалғас, үҫентеләрҙе бындай состав менән эшкәртегеҙ: 2 литр һыуға 0,5-әр грамм бор кислотаһы, марганцовка һәм баҡыр купоросы һалып болғатығыҙ. Бор менән баҡыр купоросын башта айырым-айырым ҡайнар һыуҙа эретегеҙ.
Күптәрҙең теплицалары йәки парниктары бар. Уларға баклажан үҫентеләрен май урталарында сығарып ултыртырға була. Бер мөһим әйбер: баклажан өсөн бейек, йылы түтәлдәр әҙерләргә кәрәк. Иң дөрөҫ бейеклек: 80 см. Түтәл аҫтына ҡоро ҡурай, сыбыҡ-сабыҡ, иҫке һалам, бесән, уҙған йылғы япраҡтарҙы һалып ҡалдырығыҙ. Аҫтан һыуыҡ бәреп торорлоҡ булмаһын. Хатта иҫке таҡталар һалып ҡалдырһағыҙ ҙа ярай. Иң өҫкә серетмәле уңдырышлы тупрак һалынып, алһыу төҫтәге марганцовка эретмәһе һибәбеҙ. Булһа, фитоспорин эретмәһе лә бөркөргә кәрәк. Ул фитофтора бәшмәгенән.
Баклажандарҙы көндөң икенсе яртыһында ултыртырға кәрәк. Тәүҙә соҡорҙарына мул итеп һыу һалып сығабыҙ. Һыу һеңгәс, үҫентеләрҙе ултыртабыҙ. Тупраҡҡа серетмә һалмаған булһағыҙ, уны соҡор төбөнә ике ҡуш төшөрөп, тупраҡ менән ҡатнаштырығыҙ.
Теплица булмағанда, баклажандарҙы түтәлгә ултыртырға ашыҡмағыҙ. Өҫтәрен ҡаплап ҡына, уларға етерлек йылыға өлгәшеүе ҡыйын. Асыҡ грунтҡа ултыртҡанда ла түтәлдәрҙе бейек итеп яһарға кәрәк, аҫтан тамырҙарын һалҡын бәреп торғанды баклажан яратмай. Рәт араларын гел йомшартып, тупраҡтың йылыныуын тәьмин итеп тороғоҙ.
Түтәлгә күсергәс, үҫемлектәрҙе ике-өс аҙнанан ғына ашлай башлайбыҙ. Иртәрәк кәрәкмәй, әле тамыр системаһы етлекмәгән була. Йәй башында үҫемлектәрҙе тиреҫ йәки тауыҡ тиҙәге әсетеп ашлайбыҙ. Сәскә атҡанда кесерткән әсеткеһенә күсәбеҙ. Сәскә атыу тотҡарланһа, калийлы ашлама индерергә кәрәк. Иң яҡшы калийлы ашлама – көл.
Баклажан дым ярата. Ул етмәһә, сәскә бөрөләре ҡойола башлай. Дымды һаҡлау өсөн түтәл өҫтөн һалам йәки кипкән үлән менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк.
Помидорҙыҡы кеүек үк, баклажан ҡыуағының да артыҡ тармаҡтарын һындырып, бер төптә 2-3 ботаҡ ҡына ҡалдырырға кәрәк.
Ошо кәңәштәрҙе тотһағыҙ, баклажан ҡыуаҡтарығыҙ мул уңыш биреп ҡыуандырыр.

Фото: Postila.ru
Самат Ғәлин
Читайте нас: