Ошо кәңәштәрҙе иҫтә тотһағыҙ, хәтергә бәйле проблемаларығыҙ ҙа булмаҫ.
1. Дөрөҫ туҡланығыҙ. Омега-3 май кислоталары булған ризыҡтар: балыҡ, сәтләүек, көнбағыш ашарға тырышығыҙ. Әлеге антиоксидант баш мейеһе күҙәнәктәрен ваҡытынан алда ҡартайыуҙан һаҡлай. Һөт ризыҡтары организмды фосфор һәм кальций менән байыта. Калий, магнийға бай еләк-емеш, өрөк, күрәгә лә файҙалы.
2. Сәләмәт йәшәгеҙ. Насар ғәҙәттәр: спиртлы эсемлектәрҙе самаһын белмәй ҡулланыу һәм тәмәке тартыу хәтерҙе насарайта.
3. Хәрәкәт итегеҙ. Саф һауала күберәк булығыҙ, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.
4. Тейешенсә йоҡлағыҙ. Йоҡлаған ваҡытта кешенең нервы системаһы тыныс була. Йоҡо туймағанда кеше тиҙ онотоусанға әйләнә, кеше көнөнә 7–8 сәғәт йоҡларға тейеш.
5. Хәтерҙе яҡшырта торған күнегеүҙәрҙең дә файҙаһы бар. Мәҫәлән, ҡағыҙға өтөр аша мәғәнәләре буйынса бер-береһенә яҡын булмаған һүҙҙәр теҙмәһе яҙаһың. Төп маҡсат – был һүҙҙәрҙе отоп ҡалып, ҡысҡырып ҡабатларға кәрәк. Һүҙҙәрҙең һанын әкренләп арттыраһың.
6. Китап уҡыу хәтерҙе яҡшырта. 14 йәшкә тиклемге балаларға ҡысҡырып уҡырға кәңәш ителә, ә оло кешеләргә китапты уҡығанда ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был хәтерҙе яҡшыртырға булыша.
7. Уйын ҡоралдарында уйнау файҙалы.
8. Ғәҙәттәрҙе үҙгәртегеҙ. Ара-тирә уң ҡул менән эшләргә күнеккән ғәмәлдәрҙе һул ҡул менән эшләп ҡарағыҙ. Әйтәйек, сәс тарағанда, теш таҙартҡанда ҡулдарҙы алыштырып эшләгеҙ.
9. Төрлө башватҡыстар, судоку, кроссворд, шашка, шахмат, домино уйындары хәтерҙе нығытырға ярҙам итә.
10. Күберәк кеше араһында булығыҙ, яңғыҙ ҡалып, үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ.