Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2020, 23:44

“Үҙем өсөн йәшәргә хаҡым юҡмы ни?!"

Зәлифәгә – 61 йәш. Ул хаҡлы ялда булырға тейеш, тик эшләүен дауам итә.

Зәлифәгә – 61 йәш. Ул хаҡлы ялда булырға тейеш, тик эшләүен дауам итә.
“Пенсияға сығыу йәшен күтәргәндәренә тиклем үк уны рәсмиләштереп өлгөргәйнем. Шуға хәҙер пенсия аҡсаһын да, эш хаҡын да алам. Ишкә – ҡуш, тигәндәй, исмаһам, күҙем асылғандай булып ҡалды. Ҡыҙым менән улым – үҙаллы тормошта, – ти ул. – Хеҙмәт коллективым һәйбәт, хатта икенсе йортом кеүек. Унда эшкә әүрәп, төрлө һыҙланыуҙарҙы онотҡандай булам. Тик бына хәҙер ҡыҙым менән улым ейәндәрен тәрбиәләшеүҙе һорай”.
“Өләсәй ярҙамлаша инде ул”, – тип уйлар бәғзеләр. Тик бына ҡыҙы ейәндәрен көн һайын ҡарауҙы һорай икән. Улар: “Әсәй, һин уҡытыусы бит. Шуға балаларыбыҙҙы бик яҡшы тәрбиәләр инең”, – тип әлегә уйларға ваҡыт биргән.
Ә Зәлифә ҡыҙы менән улын яңғыҙы тәрбиәләгән, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн бер нисә эштә көс түгергә тура килгән. Әле уның – үҙе өсөн йәшәп алыр сағы. “Ейәндәремде яратам, һүҙ ҙә юҡ. Тик минең дә әҙерәк кешесә йәшәгем, донъя күргем килә. Хәҙер алдымда ике һайлау: үҙем өсөн йәшәргәме, әллә яҡындарымдың именлеген хәстәрләү өсөн тағы шәхси тормошом хаҡында оноторғамы?”
Баҡтиһәң, шулай тура килгән: ҡыҙы менән килене тиҙҙән бер юлы тигәндәй декрет ялынан һуң эшкә сыҡмаҡсы икән. Тик бына кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына бер ҙә йөрөткөләре килмәй, уларҙы өләсәйҙең ҡарауын һорай икән. “Кескәйҙәр балалар баҡсаһына йөрөһә, күпкә яҡшыраҡ”, – тип тә әйтеп ҡараған ҡатын. Тик ҡыҙы менән улы был ярҙамы өсөн әсәләренә хатта аҡса түләү теләге хаҡында әйткән. “Ейәндәрең мәктәпкә уҡырға барғас, тағы яратҡан эшеңә төшөрһөң”, – тиҙәр икән әсәләренә балалары...
Фото: iq.hse.ru.
Айһылыу Низамова
Читайте нас: