Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2020, 21:06

Аспирин дарыу ғына түгел икән

Аспиринды хужабикәләр бит тиреһен йәшәртеү өсөн дә ҡуллана. Ул битте ярылыуҙан, пигмент таптарҙан таҙарта, йыйырсыҡтарҙы бөтөрә, бит тиреһендәге ҡан әйләнешен яҡшырта.

Аспиринды хужабикәләр бит тиреһен йәшәртеү өсөн дә ҡуллана. Ул битте ярылыуҙан, пигмент таптарҙан таҙарта, йыйырсыҡтарҙы бөтөрә, бит тиреһендәге ҡан әйләнешен яҡшырта.
Аспириндан иң йыш ҡулланыла торған битлек: дүрт төймә аспиринды бер аш ҡалағы йылы һыуҙа эретәбеҙ һәм бер сәй ҡалағы шыйыҡ бал ҡушабыҙ. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы биткә һылап, ике минут ышҡып торабыҙ һәм ун биш минутҡа ҡалдырабыҙ. Һуңынан йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.
Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: аспириндың тәьҫире химик пилинг һымаҡ, шуға ла уны йәй көндәрендә ҡулланмауығыҙ хәйерле.
Аспирин сәсте лә яҡшы үҫтерә, ҡауаҡтан ҡотолорға булышлыҡ итә. Бының өсөн аспирин төймәләрен шампуньға һалып йыуырға кәрәк.
Аспирин вазала торған сәскәләрҙең дә ғүмерен оҙайта. Бер литр һыуға ике-өс төймә аспирин һалып эретәбеҙ ҙә сәскәләрҙе шуға ултыртабыҙ. Аспирин сереү процессын оҙайта. Һыуҙы көн дә алыштырып, уға аспирин ҡушып тороғоҙ.
Кейемдәге таптарҙы бөтөрөү өсөн дә аспирин ҡулланыла. 100 гр һыуға ике-өс төймә аспирин һалып эретәһең дә, таплы урындарҙы шул ҡатнашмала тотаһың. Ике-өс сәғәттән йыуып алабыҙ.
Аспирин кейемдәрҙе лә ағарта. Кер йыуыу машинаһына өс аспирин һалып ҡалдырығыҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: