Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2020, 12:37

Помидорҙың уңышын арттырайым тиһәң…

Теплицаларға әлеге йәшелсәне ултыртып бөтөрҙөк буғай инде. Шуға күрә был кәңәштәр иң элек помидор үҫентеләрен асыҡ грунтҡа ултыртыусылар өсөн булыр.

Теплицаларға әлеге йәшелсәне ултыртып бөтөрҙөк буғай инде. Шуға күрә был кәңәштәр иң элек помидор үҫентеләрен асыҡ грунтҡа ултыртыусылар өсөн булыр.
Һәр соҡорға берәр семтем суперфосфат, көл һалып, барыһын бергә болғатабыҙ ҙа күп итеп һыу һалабыҙ. Үҫентеләрҙе ултыртҡас, ҡырау теймәһен өсөн, дуғалар урынлаштырып, өҫтөнән пленка менән ябабыҙ. Ултыртҡас та, ҡыуаҡтарҙы таяҡҡа бәйләйбеҙ һәм “үгәй” ботаҡтарын даими рәүештә һындырып торабыҙ. Төптәренә йәй дауамында бер нисә тапҡыр бер аҙ кибә башлаған үлән ҡалдыҡтары йәйәбеҙ.

Ултыртҡас, ике аҙна уҙыуға, үҫентеләрҙе туҡландыра башлайбыҙ. Иң элек үҫенте төптәренә һыйыр тиҙәге төнәтмәһе (1:10 иҫәбенән) һибеү һәйбәт. 15 көн уҙғас, тағы ошо төнәтмәне һибәбеҙ. Сәскә атҡанда, помидорҙары күберәк төшһөн өсөн, үҫентеләргә бор кислотаһы (2 г порошокты 0,5 литр һыуҙа иретергә) бөркәбеҙ. Һуңғы тапҡыр ваҡ ҡына помидорҙар төшкәс туҡландырабыҙ: бер шырпы тартмаһы күләмендә суперфосфатты 10 л һыуҙа эретеп, төптәренә һибәбеҙ. Фитофторанан һаҡлау өсөн, сәскә атҡан ваҡыттан башлап, сезонына 3-4 тапҡыр, башта – “Ордан”, аҙаҡ – “Пеннкоцеб" һибеүҙән дә яҡшыһы юҡ. Ә инде помидорҙар өлгөрә башлағас, үҫентеләрҙе фәҡәт эремсек һыуы (10 л һыуға 1 л эремсек һыуы һәм 20 тамсы йод ҡушып) менән генә туҡландырабыҙ. Эремсек һыуы урынына сепарат һөтө лә ҡулланырға мөмкин.

Фото: More-vsego.net
Самат Ғәлин
Читайте нас: