Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2020, 01:59

Малай тапҡан ҡатын - уңған ҡатын

Ер йөҙөндә бөтә ғаиләләр ҙә бәхетле булһа икән. Атай терәгенә, әсәй наҙына тилмереүсе етем балалар бик күп. Яңыраҡ ҡына интернет селтәрҙәрендә коронавирусҡа шикле ғәзиз балаһын ҡалдырып киткән әсә хаҡында хәбәр барыһын да тетрәндерҙе... Мәҡәләм ундайҙар тураһында түгел. Ә киреһенсә, барыһына ла өлгө булырлыҡ, донъя ауырлыҡтарынан ҡурҡмаған, күп бала тәрбиәләгән ата-әсә хаҡында.

Ер йөҙөндә бөтә ғаиләләр ҙә бәхетле булһа икән. Атай терәгенә, әсәй наҙына тилмереүсе етем балалар бик күп. Яңыраҡ ҡына интернет селтәрҙәрендә коронавирусҡа шикле ғәзиз балаһын ҡалдырып киткән әсә хаҡында хәбәр барыһын да тетрәндерҙе... Мәҡәләм ундайҙар тураһында түгел. Ә киреһенсә, барыһына ла өлгө булырлыҡ, донъя ауырлыҡтарынан ҡурҡмаған, күп бала тәрбиәләгән ата-әсә хаҡында.
Татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар сәләмәт, бәхетле, тыуған иленә файҙалы булып үҫә. Ғаилә - ул ысындан да ил терәге! Беҙҙең район һәм ҡалала ла ил терәге булырҙай ғаиләләр бик күп. Татыулыҡтары, бала бағыу ҡиммәтен аңлауҙары менән һоҡландырған Әлфиә һәм Дамир Ишморатовтар 4 ул үҫтерә. Малай тапҡан ҡатын - уңған ҡатын, тип юҡҡа ғына әйтелмәйҙер. Илгиз һәм Илнар мәктәптә уҡый, көрәш, самбо менән шөғөлләнә. Төрлө ярыштарҙа призлы урындар алып, миҙалдар менән бүләкләнгәндәр. Илмир балалар баҡсаһына йөрөй. Ә кинйәләре Илданға әле 1 йәш кенә. Дүрт малайҙың да Ил һүҙе менән башланыуы ҡыҙыҡһыныу уятты.
- Тәүге улыбыҙ донъяға килгәс, тормош иптәшем исемен Илгиз тип үҙе һайланы, ә мин быға ҡаршы килмәнем. Ағаларыныҡы артынан Илнар, Илмир һәм Илдан “эйәрҙе”, ошо исемдәр оҡшай ине, шуға ла ҡалғандарын үҙем хәл иттем, - тип көлөп ҡуйҙы Әлфиә. Әле ул бала ҡарау буйынса ялда булыуына ҡарамаҫтан, интернет селтәре аша финанс үҫеш буйынса халыҡ-ара үҙәк эшен алып бара.
Ишморатовтар Перегонный ҡасабаһында шәхси йортта йәшәй. Башта улар ипотека юлы менән өй һатып ала, уны әсәлек капиталы сертификаты һәм йәш ғаиләләргә тәғәйенләнгән дәүләт программаһы буйынса бүленгән аҡса менән ҡаплатыуға өлгәшәләр. Ишле ғаилә булараҡ, ер участкаһын да юллай уңғандар. Ергә берегеп йәшәгән ғаиләләрҙә хеҙмәт тәрбиәһе үҙенән-үҙе һалына. Баҡсаларында үҫтергән емеш-еләктән йыл да мул уңыш алалар. Әлбиттә, улдары ата-әсәнең тырышлығын, булдыҡлығын күреп үҫә. Ғаилә башлығы вахта юлы менән Төмәндә электромонтер булып эшләй. Дамир Зөфәр улының күп ваҡыты эштә үтһә лә, һөйөклөһө, балалары унда ҙур терәк, иғтибар тоя. Өйҙә сағында һәр ваҡыт балалар янында ҡайнай. Ишморатовтар ғаилә байрамдары ойошторорға, тәбиғәт ҡосағында, аквапарктарҙа булырға ярата. Балаларының күңелен төрлөсә күрә, яратыу аша тәрбиәләй беләләр, тиһәм һис хата булмаҫ.
- Күптәр беҙҙән улдарығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ, ауырмы ул, тип һорай. Ҡатмарлыҡтар юҡ түгел, тик улар ваҡ һәм ваҡытлыса мәшәҡәттәр бит. Рәсәй Президенты иғлан иткән һәр балаға 10 мең һум аҡса ла беҙҙең ғаиләгә ҙур ярҙам буласаҡ. Ҡайһы берҙәр бер бала табып та, уны тәрбиәләгәндә төрлө проблемаларға юлыға. Дүртенсегә йөклө булғанда, ҡыҙ тыуыр тип көткәйнек. Шулай ҙа һөйөнөсөбөҙ кәмемәне, балаларыбыҙҙың һәр береһе ҡәҙерле. Дүрт ул әсәһе булыу – ҙур ғорурлыҡ. Бер-береһенә таянып үҫкән балаларҙа туғанлыҡ хисе көслө була. Шуға ла туғандар күмәк йыйылған ғаилә байрамдарын яратабыҙҙыр. Минең өсөн байрам ҡаршылау ул - күңелле мәшәҡәттәр, шат тауыштар, бүләктәр, күстәнәстәр, туғандарың һәм дуҫтарың менән ихлас аралашыу, - ти Әлфиә Йосоп ҡыҙы.
Ғүмер дауамында һәр беребеҙгә ғаилә йылыһын тойоп йәшәргә яҙһын. Ишморатовтарҙың нур бөркөп торған йортонан сыҡҡанда ошолар хаҡында уйландырҙы. Улар ише ғаиләләр миҫалында йәмғиәтебеҙ бер-ике бала менән сикләнеүҙән, парҙар “үҙең өсөн йәшәп ҡалыу” тигән нәмәнән арынһын ине. Сәләмәт, тәрбиәле, илһөйәр балалар – ырыу-затың дауамы, ил киләсәге.
Читайте нас