Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2020, 01:11

Еләк – баҡса батшабикәһе

Баҡса еләге – бик наҙлы үҫемлек. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, ауырыуға һабышып, беҙҙе татлы емешһеҙ ҡалдыра ла ҡуя. Шуға иртә яҙҙан баҡса батшабикәһенә иғтибарлы булырға кәрәк. Тәү сиратта еләктең һәйбәт сортын һайлағыҙ, агротехника тураһында онотмағы. Быларҙан тыш, еләккә һауа торошо ҙур йоғонто яһай. Тап һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе, һыуыҡтар һәм ямғыр ауырыуҙар барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булып тора ла инде.

Һоро серек
Был аурыу бәшмәклеләр төрөнә ҡарай. Айрыуса еләк бешкән осорҙа барлыҡҡа килә. Ваҡытында уны туҡтатмаһаң, бөтөн еләклеккә күсеүе ихтимал. Ямғырлы йылдарҙа йыш барлыҡҡа килә. Үҫемлектә һоро таптар барылыҡҡа килһә, тимәк, еләклек ауырыуға дусар булған. Ошо ваҡытта уҡ уның менән көрәшә башларға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу ерҙә һаҡланып ҡалыуы ихтимал, серегән еләк һәм япраҡтарҙы шунда уҡ өҙөп алығыҙ.
Ауырыу менән көрәшеү саралары
1. Был ауырыуға дусар булмаған сорттар алырға кәрәк. Мәҫәлән, Берегиня, Надежда, Тарда һ.б.
2. Ауырыу еләктәрҙе шунда уҡ өҙөп алыу,
3. Ваҡытында сүп үләндәрен утау,
4. Еләк бешә башлар алдынан рәттәр араһына торф, һалам һалып сығырға,
5. Иртә яҙҙан бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртеү,
6. Еләк сәскә атыр алдынан һәм уңышты йыйып алғандан һуң фунгицидтар менән эшкәртеү. Мәҫәлән, Споробактерин. Алирин – Б, Агролекарь, Прогноз, Чистофлор кеүек дарыуҙар был бәләнән һәйбәт ҡотҡарыр.
Крахмаллы ысыҡ
Был ауырыуҙы ла бәшмәклеләр булдыра. Тәү сиратта еләктең япраҡтары зарарлана. Уларҙа 2 – 3 миллиметрлыҡ зарарлы нөҡтәләр барлыҡҡа килә. Ямғырлы көндәрҙә улар айырыуса көсәйә. Ғәҙәттә был ауырыу бер барлыҡҡа килһә, йыл да ҡабатланып тора.
Иҫкәтеү саралары шул уҡ. Бынан тыш ун литр һыуға 200 грамм һабын һәм еҙ купросы ҡушып эшкәртеү.

Фото: интернет
Читайте нас: