Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 20:40

Сирлеләр артыуына юл ҡуймайыҡ

Муниципаль районда COVID-19 инфекцияһына бәйле хәл хаҡында Ишембай үҙәк район дауаханаһының инфекция госпитале начальнигы Илдар Ғәниев социаль селтәрҙәге рәсми төркөм аша даими мәғлүмәт биреп бара.

Муниципаль районда COVID-19 инфекцияһына бәйле хәл хаҡында Ишембай үҙәк район дауаханаһының инфекция госпитале начальнигы Илдар Ғәниев социаль селтәрҙәге рәсми төркөм аша даими мәғлүмәт биреп бара.
Быға тиклем Пролетар урамы, 28-се йорт адресы буйынса урынлашҡан инфекция госпиталендә (элекке хирургия) коронавирус сире иҫбатланған 6 пациент дауалана ине. 13 майҙа сирлеләр Салауат ҡалаһындағы госпиталгә күсерелде. Илдар Әсғәт улы билдәләүенсә, дауалау учреждениеһын ғәҙәттәге эшмәкәрлегенә ҡайтарыу өсөн санитар саралар үткәрелә. Әммә әлегә тулы көскә эшләү хаҡында һүҙ бармай. Докучаев урамы, 10А адресындағы хирургия корпусында бер сирлелә COVID-19 инфекцияһы асыҡланғандан һуң карантинға ябылды. Әле унда изоляцияла барлығы 203 кеше – 140 пациент һәм 63 хеҙмәткәр. Пролетар урамы, 26-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан провизор госпиталдә (быға тиклем инфекция бүлеге) пневмония сире менән 17 кеше ята. Улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар. Барлыҡ пациенттарға ла коронавирусҡа анализ яһалған, һөҙөмтәләре көтөлә.
Роспортребнадзор мәғлүмәттәре буйынса Ишембай районы муниципаль районына әлеге көнгә короновирус менән сирле 18 кеше тура килә. Ғәмәлдә улай түгел. Илдар
Ғәниев аңлатыуынса, сирлеләр рәсми теркәлеү урыны буйынса күрһәтелә. Был яҡташтарыбыҙ Ишембайҙан ситтә йәшәгән һәм әле башҡа ҡалалар дауаханаларында дауалана.
Читайте нас: