Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 19:20

Сөйәлдәрҙән нисек ҡотолорға?

Сөйәлдәр күптәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Уларҙан өй шарттарында ҡотолоп буламы? Әйе, сөйәлдәр аяҡ-ҡулдарҙы биҙәмәй. Уларҙан ни тиклем иртәрәк ҡотолоу юлдарын тапһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Бының өсөн ҡул аҫтындағы саралар ҙа ярҙамға килә ала. Шуларҙың береһе – ҡатнашмалар.

Сөйәлдәр күптәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Уларҙан өй шарттарында ҡотолоп буламы? Әйе, сөйәлдәр аяҡ-ҡулдарҙы биҙәмәй. Уларҙан ни тиклем иртәрәк ҡотолоу юлдарын тапһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Бының өсөн ҡул аҫтындағы саралар ҙа ярҙамға килә ала. Шуларҙың береһе – ҡатнашмалар.
Сөйәлде дауалағанда кислоталы препараттар яҡшы һөҙөмтә бирә. Әлбиттә, препаратты ҡулланыр алдынан уның ҡулланмаһы менән яҡшылап танышып сығығыҙ. Икенсенән, бер-ике аҙна дауамында сөйәл бөтмәһә, дауалауҙы туҡтатырға һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
С витаминын йәиһә аскорбин кислотаһын да ҡулланырға мөмкин. Бер төймә витаминды һыу менән паста хәленә килгәнсе иҙергә һәм сөйәлгә ябып, бәйләп ҡуйырға. Быны төнгөлөккә эшләү яҡшы. Ғәҙәттә, бер аҙнанан сөйәл бөтә.
Шулай уҡ салицил кислотаһы препараттары ла һөҙөмтәле. Әммә уларҙы диабетиктарға һәм ҡан әйләнеше боҙолған кешеләргә ҡулланырға ярамай. Айырыуса 40 процентлы салицил кислотаһы булған пластырь уңайлы. Уны төнгөлөккә сөйәлгә ҡуйырға ла, иртән алырға. Әммә лейкопластырҙы ҙур итеп һалырға ярамай, сөйәлде ҡапларлыҡ ҡына булһын.
А витамины ла яҡшы. Бер капсуланы асып, сөйәлгә һөртөргә кәрәк. Бындай дауалау курсы оҙайлы, 2 – 3 ай ваҡыт китеүе мөмкин. Әммә сөйәл күп икән тап уны ҡулланырға була.
Вирустарға ҡаршы риодоксол майын ҡулланһағыҙ, табанығыҙҙағы сөйәлдәрҙән бер-ике аҙнала ҡотолорһоғоҙ.
Башҡа халыҡ медицинаһы ысулдарын да ҡулланып ҡарарға була. Тик бик һаҡ булығыҙ. Мәҫәлән, аҡбур һөртөргә йәиһә картуф ҡабығы ябырға ярай. Шулай уҡ табандағы сөйәлгә банан тышын эске яғы менән һалып ҡарарға мөмкин. Йыш ҡына һарымһаҡ та ярҙам итә. Төнгөлөккә һарымһаҡ киҫәген ҡырҡылған яғы менән сөйәлгә лейкопластырь ярҙамында нығытып ҡуйығыҙ.
Әлбиттә, гигиена талаптарын да үтәргә онотмағыҙ. Аяҡтар һәр саҡ ҡоро һәм таҙа булырға тейеш. Көнөнә өс тапҡыр ойоҡбаштарҙы алмаштырғанда, табандағы сөйәлдәр бәләкәсәйә һәм таралыуҙан туҡтай.
Сөйәлде төрлө ырымдар менән дә дауалау ысулдары бар. Әйтәйек, кемдер ете төҫлө еп алып, нисә сөйәле бар, шунса төйөн эшләп, тупһа аҫтына һала. Йәнәһе лә, шул еп сереп бөтөүгә сөйәлдәр ҙә юҡҡа сыға. Шулай уҡ яңы тыуған айға сөйәлде күрһәтеп дауалау ысулы ла билдәле. Кемдәр ырымға, им-томға ышана, бәлки, ярҙам да итәлер, ә бәлки, ваҡыты еткәс, үҙенән-үҙе бөтһә, им-том ярҙам иткән, тип ышаналарҙыр. Әлбиттә, уларҙың зыяны юҡ, тимәк, бер кем дә тыя алмай.
Фото: интернет
Читайте нас: