Белгестәр уларҙан ҡотолоуҙың бер нисә ысулын кәңәш итә.
Баҡсасыларҙың тәҙрә төптәрендә матур итеп үҫентеләре күтәрелеп килә. Тик улар үҫкән өйҙә төрлө зарарлы талпандар сыға, ваҡ себендәр күренә башлай. Ундай бөжәктәр йеүеш тупраҡты ярата. Улар нәҡ шундай ерҙә йомортҡа һала. Бынан тыш, ашламаға бай урынды үҙ итә.
Был ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға һуң? Саралар байтаҡ, үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ.
Иң элек һыу һибеүҙе сикләгеҙ. Үҫентеләрҙең тамырын еүешләп, 2-3 сантиметр тәрәнлектә генә һыу һалығыҙ. Ҡоротҡостар ҡоролоҡта тиҙ һәләк була. Тупраҡ ҡороп китһә, һыу һибәр алдынан махсус таяҡ менән ерҙе йомшартып алығыҙ.
Һыуҙың сифаты ла йоғонто яһай. Крандан алынған һыуҙы кәм тигәндә бер тәүлек тоторға кәрәк. Йәшелсә, йомортҡа бешергәндән һуң ҡалған һыу үҫемлектәр өсөн бик файҙалы. Әммә, ваҡ себендәр булған осраҡта, был алымдан баш тартырға кәрәк, сөнки ҡоротҡостар ундай һыуҙан туҡланыу өсөн аҙыҡ ала һәм шашып үрсей.
Тупраҡҡа алһыу төҫтәге марганцовкалы һыу һибегеҙ. Сәскәләрҙең япраҡтарын баҡсасылар кибетендә һатылған махсус йәшел һабын менән йыуығыҙ.
Үҫемлектәргә һарымһаҡ һыуы һиптерегеҙ. Бының өсөн бер литр һыуға өс тырнаҡ туралған һарымһаҡ һалып, 4 көн тоторға кәрәк.
Химия ҡулланырға уйлаһағыҙ дихлофос, йә иһә “Мухоед”, “Интавир”, “Актара”, “Фитоспарин” кеүек инсектицидтар ярҙамға килер. Әгәр химия ҡулланырға теләмәһәгеҙ, тупраҡтың өҫкө ҡатламын алып ташлағыҙ. Баштараҡ көкөртлө яғы менән тупраҡҡа тығылған шырпы ла ярҙам итә. Тупраҡтың өҫтөнә көл һибергә, кибеттән алған япраҡ тәмәкеһе оно, цитруслыларҙың ҡабығын һалырға була.
Әгәр ҡоротҡостар күпләп үрсеп китһә, яңы тупраҡ алып, үҫемлектәрҙе күсереп ултыртырға тура киләсәк.