Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан Суртанлыкүл ауылының бер өлөшөн халыҡ Утар тип атап йөрөтә. Йылғаға ярымутрау һымағыраҡ инеп үк ултырған был урын үҙенең тәбиғи матурлығы менән башҡа тирәнән айырылып тора. Уның бер яҡ ситен ҡайын ағастарынан ғына торған ҙур булмаған урман сикләһә, икенсе яғында ярҙарын ҡамыш баҫҡан йоморо ғына күл йәйрәп ята. Был күлгә яҙғы ташҡында Ашҡаҙарҙан бик күпләп балыҡ инеп ҡала. Уларҙы йыл әйләнәһенә ошо һыу ятҡылығына исем биргән иҫәпһеҙ-һанһыҙ суртандар ҙа, ауыл халҡы ла тотоп рәхәтләнә.
Тирә-яғы урманлы ла, йылғалы ла, күлле лә Утар бынан етмеш йылдар элек йәй башынан ҡара көҙгәсә быҙау-фәлән генә йөрөгән туғай булған. Уҙған быуаттың ҡырҡынсы йыл яҙында унда тәүге нигеҙ ташы һалына. Күрше булып йәшәгән Зиннәт менән Хәйрулла ағайҙар, инде буй еткергән бер тиҫтер улдары Харис менән Шәрифулланы өйләндереп, башҡа сығарыу маҡсатында, бында йорт төҙөргә тотона. Башланған эш - бөткән эш, бер йыл эсендә туғайҙа ыҡсым ғына ике йорт ҡалҡып сыға. Теүәл бер йылдан, ҡырҡ беренсе йылдың июнендә Харис менән Шәрифулла күрше Юлдаш ауылынан килен төшөрөп, яңы йорттарға күсеп сыға һәм ауыл халҡы был урынға Утар тигән исем дә тағып ҡуя.
Кәләш ҡосағын аҙна-ун көн самаһы ғына татып ҡала ике йәш ир. Һуғыш башланыу менән Харис Гөлбикәһен, Шәрифулла Әсмәһен ҡалдырып, фронтҡа китеп тә бара. Хушлашҡанда: “Өйҙәребеҙҙе буш тотмағыҙ, һыуытмағыҙ, беҙ оҙаҡламабыҙ“, - тиҙәр ирҙәре ир еҫен танһыҡтары ҡанғансы татып та өлгөрмәгән кәләштәренә. Биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, Гөлбикә менән Әсмә ауылдарына ла ҡайтып китмәй, күпме өгөтләһәләр ҙә ҡайны-ҡәйнә йортона ла күсенмәй, үҙ мөйөштәрендә йәшәй бирә.
Был яҡтарҙа утын яғы бик наҡыҫ булғанлыҡтан, тәүге ҡыштан уҡ бергә, бер өйҙә ҡышлай ике йәш ҡатын. Яҙ башында тормоштарына йәм өҫтәп, Әсмәнең бәпесе лә донъяға килә. Мулла саҡырып, яңы тыуған сабыйға Зәлифә тип исем дә ҡушалар. Үҙенең ауырға уҙа алмай ҡалыуына Гөлбикәнең эсе бер аҙ гөтөрләһә лә, Әсмәнең балаһын үҙенекеләй күреп тәрбиәләшә, сабыйға икенсе әсә була тиһәң дә ярай. Шул уҡ ваҡытта Харисы ҡайтыу менән бер-бер артлы үҙемдекеләрҙе лә табырмын әле, тип йыуана. Яңы йорттарына ҡот-бәрәкәт өҫтәп, сабый артынса уҡ үҙҙәре эйәртеп килгән таналары ла бер-бер артлы быҙаулап бирә. Былары ла тормоштарына ҡыуаныслы мәшәҡәт, табындарына һөт-ҡатыҡ сифатында һый өҫтәй. Әлбиттә, беҙәүкәйҙәрҙе ныҡлап аяҡҡа баҫыу менән колхоз тартып алды, һөттәренең дә күп өлөшө майға әйләндерелеп, “закупҡа“ китә торҙо, әммә ҡалғаны тамаҡҡа ярайһы уҡ терәк булды.
Һуғыш осоронда ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә ауыл кешеһе күргән ыҙа хаҡында һөйләп тә, яҙып та аңлатып булмайҙыр, моғайын. Уны күргән, кисергәндәр ҙә бит бер-ике ауыҙ һүҙ менән үҙәктәргә үтте инде, тип кенә ҡуя. Бына шул үҙәккә үтерлек тормош Гөлбикә менән Әсмәне лә урап уҙманы. Ике йәш ҡатын уның ҡап уртаһында ҡайнарға мәжбүр ине. Барса халыҡ кеүек үк Гөлбикә менән Әсмәне лә киләсәккә өмөт, еңеүгә һәм яҡындары менән ҡауышасаҡтарына ышаныс, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ күтәрә алмаҫтайҙы күтәрерлек көс йәшәтте.
Яңғыҙҙары дүртенсе яҙҙы ҡаршылағанда Гөлбикәнең ишеген беренсе ҡайғы ҡаҡты. Күҙ терәп торған Алаҡайы, быҙаулай алмай, үлеп ҡуйҙы. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр һәм уның да ниндәйе бит әле - һыйырһыҙ ҡалырына аҙна-ун көн дә үтмәне, ҡатындың ҡулына “ҡара ҡағыҙ“ тотторҙолар. Ҡапылдан йөрәгенә бысаҡ ҡаҙалғандай тойһа ла, аҙыраҡ иҫ йыйғас был буш хәбәр, Харисы тере, ул үлергә тейеш түгел, тип күңелен йыуатты йәш ҡатын һәм шул һүҙҙәренә үҙен ышандыра алды.
Гөлбикә өсөн болоҡһыу башланып киткән яҙ - барыһы өсөн дә шатлыҡ килтергән Бөйөк Еңеү яҙы булған икән дә. Ниместәрҙең баш һалыуын ишеткәс, йәш ҡатындың да ҡыуанысының сиге булманы, хатта нисәмә айҙар йөрәген тырнаған үлем хәбәренән һурылып киткән йөҙө лә яҡтырып китте. Алла бойорһа Харисым да тиҙ арала ҡайтып етер, тип ирен түҙемһеҙләнеп көтөргә тотондо. Ауыл ҡапҡаһынан килеп ингән һәр һалдат уның өмөттәрен нығытҡандан нығытты. Әсмә менән бер рәттән көн дә иҙән-тупһаларын йыуып, оҙаҡламай ҡәҙерле кешеһенең башы терәләсәк яҫтыҡ түшәктәрен ҡабартты.
Күрше Әсмәнең хәләле Шәрифулла, ҡулына ике ҙур сумаҙан тотоп, арҡаһына тауҙай биштәр тағып, июнь уртаһына өйөнә ҡайтып төштө. Уның ҡапҡанан инеп барғанын күреү менән Гөлбикәнең йөрәге урынынан ҡупты, артынса уҡ Харисы ла күренер тип кис булғансы оло юлдан күҙен алманы. Әсмәләргә иң һуңынан, һалдат күрергә килгән ауыл халҡы таралышып бөткәс кенә инде.
- Ҡайҙа йөрөйһөң ул, мин һине иң алдан йүгереп кереп, сәй-фәлән әҙерләшергә ярҙамлашырһың тиһәм, - тип шелтәләй биреберәк ҡаршы алды уны Әсмә.
- Ҡайынлыҡта ҡороған ботаҡ-һатаҡты утынға йыйып йөрөгәйнем, - тигән булды Гөлбикә ялғанлауына ҡыҙара биреп һәм өҫтәл артындағы ултырғыста алдына Зәлифәне алып ултырған Шәрифулла менән барып күреште.
Һалдат күстәнәсенән ауыҙ ит, тип хужалар Гөлбикәне өҫтәл артына ултыртты. Инде ярайһы уҡ ҡыҙып алған Шәрифулла күкрәгендәге берҙән-бер миҙалды борғослап ултырған Зәлифәне алдынан төшөрөп, яртылаш буш шешәнән сынаяҡтарға араҡы ҡойҙо.
- Харис иптәш үлеп ҡуйған икән, ауыр тупрағы еңел булһын. Әйҙәгеҙ, уны иҫкә алайыҡ. - Ул сынаяҡтарҙы ҡатындарға тотторҙо һәм үҙенекен бер тынала эсеп тә ҡуйҙы.
Шәрифулланың әйткән һүҙҙәре Гөлбикәнең йөрәгенә энәләй ҡаҙалды. Күршеһенең иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡанына ихлас ҡыуанғайны бит. Ә был һүҙҙәре... Ғүмерҙә араҡының тәмен дә татып ҡарамаған Гөлбикә сынаяҡтағын бөтөрә эсте лә ҡуйҙы. Хатта ҡапылдан: “Ялғанды һөйләп ултырма, оятһыҙ!“ - тип ҡысҡырғыһы килде.
Ә инде Шәрифулланың: “Ҡайғырма, йәшһең, сибәрһең, берәйһен яусыларбыҙ үҙеңә“, - тип шырт баҫҡан яңағын һыпырғылауы ҡатынды бөтөнләй сығырынан сығара яҙҙы. Шулай ҙа Гөлбикә үҙен тыйырға көс тапты: “Һинең иптәшлегең... Был һүҙҙәрҙе Харис ишетһә нишләр ине икән, бахырҡай“, - тип уйлауҙан уҙманы.
- Ә быныһын минең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуым өсөн күтәрәйек. - Шә-рифулла сынаяҡтарға тағы араҡы ҡойҙо.
Уныһын да бөткәнсе эсеп ҡуйҙы Гөлбикә. Тик ниңәлер араҡы алманы уны, башы ғына бер аҙ томанланды һәм шул томан аша ишетелгән ҡыҙарып-бүртенеп ултырған күрше ирҙең: “Ахмаҡтар ут эсенә инеп ҡан ҡойҙо, ә минең кеүек аҡыллыраҡтар интендант булып, уларға кейем-һалым, аҙыҡ-түлек хәстәрләп кенә йөрөп, май эсендә йөҙҙө“, - тигән мығырҙауы Шәрифулланан дошман яһаны.
Әсмәләрҙән сыҡҡанда ҡулына тағы “ҡара ҡағыҙ“ тотторғандай хис итте Гөлбикә үҙен. Ҡайтып түшәгенә йығылғас, төнө буйы әсе күҙ йәштәре менән иланы ла иланы ул. Таң алдынан ғына йоҡоға китеп, үҙендә ниндәйҙер бушлыҡ, төшөнкөлөк тойоп уянды һәм уларҙың үҙен ғүмер буйы оҙатып йөрөйәсәген күңеленә көсләп тигәндәй төшөндөрҙө.
Һуғыштан һуңғы йылдар ҙа үҙенең юҡлығы, бөткөһөҙ ауыр эше менән халыҡтың эс-бауырын ярайһы уҡ өҙҙө. Шулай ҙа яҡшыға өмөтләнеп, әҙәм балаһы барыһына ла түҙҙе. Ир-атлы ғаиләгә йәшәү яңғыҙ ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда байтаҡҡа еңелерәк ине, әлбиттә. Ни тиһәң дә, бисә-сәсә ирҙәр эшенән бушап, йорт-ҡура тирәһендә була, ғаиләһен хәстәрләй. Ир колхоз эшендә йөрөгәс, тегенеһе-быныһы ла йортҡа ҡайтып тора, таяныр ерең дә була. Ир-атлы йорт - бағаналы ҡапҡа, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Ана, Шәрифуллаһы ҡайтыу менән Әсмә лә ныҡлап тын алып ҡалды. Төҫ-башы ла күҙ менән ҡаш араһында йомроланды, тиҙ арала малай таба һалып, инде өсөнсөгә ауырлы йөрөй. Тамағы ла ярайһы һыйлы, өҫ-башы ла бөтәйҙе, тиерлек. Бигерәк тә ирен бригадир итеп ҡуйғас, тормоштары күҙгә күренеп һәйбәтләнде.
Яңғыҙ ҡатынға иһә донъя йөгөн мисәүгә егелеп тартырға тура килә. Ул ҡышҡылыҡҡа яғырға баҫым баҫтырып, тиҙәк һуғыу, колхоз сапҡандан ҡалған таҡы-тоҡо ерҙә сүпләп бесән әҙерләү, ҡош-ҡортон, мал-тыуарын тәрбиәләү, яҙҙан көҙгә тиклем картуф баҡсаһында соҡоноу - һанай китһәң, эш береһе өҫтөнә береһе өйөлөп, ғүмерҙә баш күтәрмәҫлек дәрәжәлә. Иң йонсотҡаны, ыҙалатҡаны - осо-башы күренмәгән колхоз эше. Файҙаһы булһа, тағы бер хәл - инде нисәмә йыл таяҡ аҫтында таяҡҡа эшләп ғүмерҙәре заяға үтә. Өләшкән игендәре лә, күберәге елгәргәндән ҡалғаны. Ныҡлап бер ай ашарға ла етмәй. Ярай әле кәзә аҫырап, мамығынан шәл бәйләп һатып, халыҡ аҙмы-күпме табыш ала.
Гөлбикәнең дә күҙ терәп торғаны кәзәләре булды. Ҡайһы бер йылды биш-алты башҡа ла еткергеләп ҡуйҙы уларҙың һанын. Бәрәстәрҙең тәкәләре үҫеп, көҙөн һуғымға һуйыла барҙы. Ә орғастарын нәҫелгә ҡалдырҙы. Шул кәзәләрҙең мамығын тарап, аялап, иләп, көҙгө-ҡышҡы оҙон төндәрен шәл бәйләп уҙғарҙы. Ауыл ҡатындары бәйләгән шәлдәрен башлыса Стәрле баҙарына алып барып һата ине. Ә Гөлбикәнекен иһә йыл да Азиянан ҡайтып йөрөгән ауылдаштары Хәмдүнә алып китә торҙо. “Шәлдәрең үтемле һинең. Тигеҙ ҙә, тығыҙ ҙа бәйләйһең, биҙәктәре лә матур“, - тип шунда уҡ аҡсаһын да ҡулына тоттора. Тегендә барғас үҙе ике-өс тапҡыр арттырып осоралыр инде үзбәк бисәләренә Гөлбикәнең күҙ нурҙары ҡойолған шәлдәрҙе. Осорһа-осорһон әйҙә, тере аҡса бирә бит, колхоздың елгәргәндән ҡалған игене түгел. Аҡсалар кәрәк-яраҡ алырға ла, түләүҙәрен түләргә лә бик ярап ҡала ине. Ҡыҫҡаһы, осто-осҡа ялғарға етеп торҙо. Тәне яланғас, тамағы бик үк ас булмаһа ла, яңғыҙлығы үҙәгенә үтеп, һәр саҡ йөрәген өйкәп торҙо. Харистан ауырға ҡала алмағанына ҡат-ҡат үкенде. Балаһы булһа тормошо бөтөнләй икенсе төҫ алыр ине лә бит. Яҙмышы башҡасараҡ яҙылған икән шул уның.
Һуңғы араларҙа Гөлбикәнең башына: “Ғүмер буйына бер яңғыҙым йәшәп булмаҫ, әллә үҙемә ымһынып йөрөгән ирҙәрҙең берәйһен әүрәтеп, буйға уҙайыммы икән“, - тигән уй йыш килгеләне. Ләкин баҙнаты етмәйәсәген тойоп, ул йүнһеҙ уйҙы башынан ҡыуырға тырышты. Яңғыҙлыҡтан ҡасып йыш ҡына күршеләренә инеп, Әсмәнең балаларын ҡарашты, шулар менән аралашып, аҙ-маҙ күңелен баҫты.
Ҡырҡ етенсе йылдың август айындағы һалҡын ямғырлы бер көнөндә ҡапылдан ғына тәҙрәгә күҙ һалған Гөлбикә үҙҙәренә инеп килгән бер ирҙең шәүләһен күреп ҡалды. Уның шинелдә булыуын һәм арҡаһына һалдат биштәре лә аҫҡанын шәйләп: “Әллә... Йә, Хоҙай, Харисым!“ - тигән уй ҡапылдан йөрәген семетә һалды. “Инергә мөмкинме?“. - Ишек шаҡыған тауыштың бөтөнләй ят булыуы йәш ҡатынды шунда уҡ тәүге уйынан һүрелтте. Гөлбикә келәне үҙе барып асты.
– Һаумыһығыҙ! - Тупһа аша сибек оҙон кәүҙәле утыҙ йәштәр самаһындағы ир килеп инде.
– Үтегеҙ, - тигән булды ҡапылдан аптырабыраҡ ҡалған ҡатын.
– Мин Закир булам. Ғәфү итегеҙ, уңы юҡ шул! - Ир күрешергә һул ҡулын һуҙып, шинеленең һәленеп торған еңенә ымланы.
Гөлбикә шым ғына ирҙең ҡулын ҡыҫты.
– Ҡоя ғына был ямғыр, үҙәктәргә үтте хатта, - тип һүҙен дауам итте Закир һәм ҡатындың һаман да аптырап ҡарап тороуын күреп, өҫтәп ҡуйҙы
– Мин Харистың фронтташ дуҫы булам.
Уның һуңғы һүҙҙәре Гөлбикәне һиҫкәндереп ебәрҙе һәм ят ирҙе нисектер үҙенә яҡынайта биреп ҡуйҙы. Ул шунда уҡ һалдаттың өҫ-башы лысма һыу булыуына иғтибар итте.
– Өҫтөгөҙҙө сисә һалығыҙ, үпкәгеҙгә һалҡын тейеп ҡуйыуы бар. Мин тиҙ генә сәй ҡуя һалайым. - Гөлбикә самауырына барып йәбеште.
– Һалҡын тейеп тә өлгөрҙө шикелле, - Закир ҡапыл быуылып йүткерергә тотондо.
Ҡатын барса булған һыйын өҫтәлгә ҡуйып, сәй табыны әҙерләне. Ир ҙә биштәренән бер нисә балыҡ кәнсире сығарып, күстәнәсте табынға ҡуйҙы.
Сәй эскәндә Закир башта ҡаты яраланып Польшалағы госпиталдә ятыуын, шунда уң ҡулынан ҡолаҡ ҡағыуын һәм, ниһайәт, тыуған ауылына ҡайтып бары-уын һөйләне. Аҙаҡ ҡына Гөлбикә: “Нимә ишетермен икән“, - тип түҙемһеҙләнеп көткән хәбәргә күсте.
– Харистың яраһы үлемесле булды шул. Үҙ ҡулдарым менән күҙҙәрен йомдороп, үҙем ерләнем, - тине Закир.
Ошондайыраҡ һүҙҙәрҙе ишетеүен көткәнгәмелер, Гөлбикәне ирҙең әйткән-дәре әллә ни тетрәндермәне. Бар күңелен бөтөнләй бушлыҡ биләп алыуын ғына тойҙо ҡатын.
- Үлер алдынан Харис дуҫ: “Имен-аман ҡайта алһаң, Гөлбикәмә барып
һөйләрһең, әйберҙәремде үҙ ҡулына тапшырырһың инде“, - тигәйне, уның аманатын үтәмәй ҡалмайым, - Закир биштәренән алып өҫтәлгә өс орден менән бер миҙал, ҡанға мансылған бер нисә документ сығарып һалды.
Гөлбикә өнһөҙ генә иренең әйберҙәренә күҙ һирпте.
– Ир-арыҫландай һуғышты Харис дуҫ. - Закир теҙелеп һалынған орден-миҙалдарҙы һыйпаны һәм тағы ла быуылып йүткерергә тотондо.
Ул арала ишек асылып китеп, өйгә Шәрифулла килеп инде.
– Һалдат кейемендәге әҙәмдең инеп барғанын күргәс, Харис күрше ҡәберенән сығып ҡайтып инде әллә тигәйнем. Ят әҙәм икәнһең, кем булаһың? - тип ул түргә үтеп, Закир менән күреште. Уныһы, йүтәлдән быуыла-быуыла кем булыуын әйткәс, Шәрифулла кеҫәһенән бер шешә араҡы сығарып өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Сирҙең ҡатыһын эләктергәнһең икән, яуҙаш. Уның дауаһы бер ҡырлы стакан араҡы ла ҡайнар бисә ҡосағы инде, - тип күҙ ҡыҫып Гөлбикәгә ымланы.
Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, Закир ҡапыл йүтәленән туҡтап, ғәйепле ҡарашын ҡатынға ташлап алды ла уңайһыҙланып, башын түбән эйҙе. Гөлбикә лә ни әйтергә белмәй баҙаны. Бармаҡтары менән алъяпҡысын һыпырғыларға тотондо.
Ирҙәр араҡы эсә-эсә фронтта күргән-белгәндәре хаҡында байтаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырҙы.
Шешәне төпләп ҡуйғас, Шәри-фулла сығырға йүнәлде.
- Ярар, фронтовик, терел, - тип ул көлөмһөрәй биреп, ҡарашын Гөл-бикәгә ташлап алды.
Закирға йоҡларға урынды үҙ карауатына һалды ҡатын. Ә үҙе сит ир менән бер өйҙә ҡуныуҙы килештермәй, соландағы һикегә ятты.
Иртәгә иртүк юлға сығырмын тиһә лә, Закир баш-тәне ныҡ ҡыҙып, тағы ла ике көн түшәктә ятырға мәжбүр булды. Гөлбикә кәзә һөтө лә, мәтрүшкәле сәй ҙә эсереп, янынан китмәй уны аяҡҡа баҫтырырға тырышты. Өсөнсө көнөнә генә шыбыр тиргә батып уянып, урынынан тороп ултырҙы ир. Юлға сыҡҡанда: “Иҫән булһаҡ, тағы ла күрешербеҙ“, - тип хушлашты Закир. Ике-өс көн эсендә ул Гөлбикәгә үтә лә яҡын булып күренә башлағайны инде. Ә инде китеп барғас, Харисты фронтҡа оҙатҡандағы һымағыраҡ өйө лә нисектер бушап ҡалды, күңеле лә кителгәндәй булды. Шул көндө ҡатын иренең орден-миҙалдарын, документтарын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш карауатына ятып, үҙ-үҙен тыя алмай үкһеп байтаҡ күҙ йәшен түкте һәм бер аҙ тынысланғас: “Ҡасандыр матур, һуңыраҡ зарлы-һағышлы үткән-дәрем менән хушлашыуым ошолор“, - тип үҙ алдына һөйләнде.
Закир китеп бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс, өйгә Шәрифулла килеп керҙе.
- Күрше, тырыша торғас, колхозды алдынғылар рәтенә сығарҙыҡ. Үҙемде баш ҡалаға кәңәшмәгә саҡырҙылар. Алдынғы колхоздың бригадиры ла алдынғы булып күренергә тейеш бит инде. Бир әле Харистың орден-миҙал-дарын, шуларҙы тағып йөрөп ҡайта-йым, - тине ул күҙҙәрен майландырып.
Теге көндө үк уның өҫтәлдә ятҡан наградаларға йоторҙай булып ҡарап ултырғанына иғтибар иткәйне Гөлбикә. Шунда уҡ уларҙы йыйып алырға ла теләгәйне. Әле лә: “Ни һөйләйһең ул!“ - тип әйтергә уйланы, тик Шәрифул-ла нисек тә ныҡышып аласағын һи-ҙеп, өндәшмәне. Орден-миҙалдарҙы ҡулъяулыҡҡа төрөп күршеһенә һуҙҙы. Шул китеүҙән улар кире өйгә әйләнеп ҡайтманы, ә бөтөнләйгә Шәрифулланың ҡәҙерлегә кейә торған костюмында урын алды.
Колхозды алдынғыға сығарабыҙ, тип ул йылды бөтә игенде тип әйтерлек ҡырып-һепереп дәүләткә тапшырған инеләр. Халыҡҡа бирергә ашлыҡ етмәгәс, хеҙмәт көнө иҫәбенә тип Ашҡаҙар буйындағы таллыҡтарҙы аҙымлап утынға бүлеп бирҙеләр. Аҙна-ун көн эсендә талы, өйәңкеләре ҡырҡылып, йылға яп-яланғас булды ла ҡалды. Гөлбикә лә үҙ өлөшөнә төшкәнен әҙерләп, ташып ҡуйҙы. Ләкин уның менән генә ҡыш сығып булмаҫы билгеле ине. Эре мал тотҡандар етерлек тиҙәк һуғып ҡала ла бит, уның кәзәләренең генә тиреҫе ярты баҫымға ла етмәй шул.
Ауылдан өс саҡрымдай самаһы түбәнерәк, йылға уртаһындағы утрауҙа байтаҡ ҡына тал үҫкәнен күргәйне Гөлбикә. Һыу эсендә булғас, уны өлөшкә лә индермәнеләр. Шуны булһа ла ҡырҡайым, тип бер көндө ҡатын балтаһын алып, утрауға юлланды. Көн дә әллә ни һыуыҡ түгел. Гөлбикә күлдәген сисеп, яр буйында ҡалдырҙы ла, һыуға инеп китте. Йылға был урында һай, эске күлдәгенең ҡыҫҡа итәген аҙ-маҙ сылатырлыҡ ҡына. Ҡатын тәүҙә талдарҙы ҡырҡып утрау ситенә өйә барҙы, аҙаҡ йылға аша ярға ташыны. Һыу тәүҙәрәк һалҡын тойолһа ла, тәне өйрәндеме, һуңға табан бөтөнләй йылынып киткәндәй булды. Ике-өс сәғәт эсендә бер ат йөклөк тал ҡырҡып, ташып, өйөп тә ҡуйҙы ҡатын.
Эшен тамамлап, һығып кейәйем тип Гөлбикә эске күлдәген сисә генә башлағайны, ярҙан янына төшөп килгән Шәрифулланы шәйләп ҡалды.
– Кем урлап ағас ҡырҡа тиһәм, күрше, һин икәнһең, күҙҙәре майланған, танау ҡыуыштарынан ҡоторған үгеҙҙеке кеүек пар бөркөлгән ир һөйләнеп уға яҡынлашты.
– Килмәй тор, күлдәгемде кейәйем. Гөлбикә ерҙә ятҡан кейеменә үрелде.
Шәрифулла уның һүҙҙәренә иғ-тибар ҙа итмәне, шашып беләгенән үк ҡармап алды, ауыҙынан араҡы еҫе бөркөтөп, ыһылданы.
– Шундай һылыу тәнде күлдәк эсенә йәшерәләрме ни, бығаса нисек күрмәй йөрөгәнмен! - Ул ҡатынды күтәреп алды ла, ергә йыҡты. Шунан тыпырсынған Гөлбикәнең өҫтөнә менеп тә ятты.
Гөлбикә ҡысҡырырға иткәйне - тауышы сыҡманы, ҡулдары менән ирҙе өҫтөнән этеп маташҡайны ла, улары ла, хәле бөтөп, һәленеп төштө.
Аптырауҙан һушын йыя алмай ерҙә оҙаҡ ятты ҡатын. Шәрифулланың салбар төймәләрен ҡаптыра-ҡаптыра: “Иртәгә конный заводҡа килерһең, утыныңды ташырға ат бирермен“, - тиеүе лә, колхоздың ҡара айғыры егелгән тарантасына ултырғанда: “Шәп бисә булып сыҡтың, күрше, ҡыҙҙарға биргеһеҙлек. Кергеләп йөрөрмөн“, - тип һөйләнеүе лә ҡолағына яҙа-йоҙа ғына ишетелеп ҡалды. Ниндәй генә уйҙар үтмәне ул мәлдә Гөлбикәнең башынан. Шулай ҙа күҙ йәштәрен йота-йота, мин дә әҙәм балаһы бит, ир йылыһы миңә кәрәкмәйме әллә, тип үҙен тынысландырырға тырышыуы күңелен уҡшытты.
Әйткәненсә, кергеләп йөрөнө Шәрифулла. Гөлбикә уны этәрмәне лә, ҡыуманы ла. Яҙмышым шулдыр, тип риза булды. Әсмә алдында үҙен ғәйепле тойоу ғына йөрәген өйкәне бары. Оҙаҡ та үтмәй үҙенең ауырға ҡалғанын да белде ҡатын һәм быны ғәҙәти күренеш-кә һанап, бары ҡыуаныс ҡына кисер-ҙе. Шәрифулланың: “Минекеме әллә?“ - тип һорауына ҡапылдан башына уй килеп: “Юҡ, Закирҙыҡы“, - тип яуап бирҙе. Ауылда уның хаҡында имеш-мимеш хәбәрҙәр ишетелеп ҡалғылай ине инде. Башта Закирҙы күҙ уңында тотоп, Гөлбикә ир кереткән икән, тип һөйләгәйнеләр, һуңыраҡ: “Шәрифулла ике бисә менән йәшәй“, - тигән һүҙҙәр өҫкә сыҡты. Бөтә ауыл белгәнде Әсмә лә ишетеп, күрмәгәнде күрһәтер, тип ҡурҡып, Гөлбикә әхирәтенең күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Әммә бер көн Әсмә күршеһенең өйөнә үҙе килеп инде. Кереү менән ҡурҡышынан бөр-шәйеп ҡалған әхирәтенең күҙҙәренә тура ҡараны:
- Минең айғыр һиңә лә эйәләштеме? - Шунан Гөлбикәнең яуабын да көтөп тормай, яурынынан ҡосаҡлап, шаярған һымағыраҡ әйтеп ҡуйҙы. - Файҙалан әйҙә, әммә бөтөнләй һалдырып алма, әхирәткәйем, һин дә тере йән эйәһе бит. Минеке лә сит-ят бисәләр менән бик сыуалмаҫ, ә һин үҙ кеше.
Ауырың кемдән, тип һорауына Гөлбикә: “Закирҙыҡы“, - тип әйтте лә, үҙе лә һиҙмәй, ҡыҙарып уҡ китте. Әсмә уның яуабына әллә ышанды, әллә юҡ: “Ярай, шулай икән ти“, - тип шикле ҡарашын ғына ташлап алды.
Йәй башында туп-тумалаҡ ҡына ҡыҙ бала тапты Гөлбикә. Тормошон йәнләндереп, йәмләндереп, оло ҡыуаныс алып килде үҙе менән донъяға сабый. Бер аҙ төҫ кереп, бәләкәсенең Шәрифуллаға тартмай, бөтөнләй үҙенә оҡшауы бигерәк тә шатландырҙы әсәне. Таңһылыуына исем ҡағыҙы алғанда атаһының исемен Закир тип яҙҙырҙы.
Бала табыу, бала бағыу үҙенә шул тиклем бәхет-шатлыҡ килтерер, тип һис уйламағайны Гөлбикә. Таңһылыуы тыуғас, бөтөнләй икенсе, яҡты, тулы тормош менән йәшәй башланы ул.
Әсмә лә тәүге икәүһенә өҫтәп тағы ла ике ҡыҙ менән бер малай тапты һәм артабан Утар балаларҙың шау-гөр тауыштарына күмелде. Гөлбикәнең ҡыҙы ла күршеләренән айырылмай, бер ғаиләнекеләй бергә уйнап, күп осраҡ бергә ашап үҫте.
Әсмәнең һүҙ әйтмәҫен, риза булырын белепмелер, Шәрифулла Гөлбикәнең янына асыҡтан-асыҡ йөрөнө. Ҡатындарҙы бергә тап итһә уңайһыҙланырҙар тип тә тормай: “Ух, минең бисәләр“, - тип икеһен ике ҡулы менән ҡосаҡлап, һәрмәштергеләп тә алғылай ине.
Ғаиләһе ишәйгәс: “Һеҙҙең ике башығыҙға ҡалғаны ла бик еткән“, - тип Шәрифулла күршеһенең баҡсаһының яртыһын үҙенә бүлеп алды һәм унда картуф сәсте, яңы мунсаһы менән яңы аласығын да ултыртып ҡуйҙы. Уның был ҡылығына Гөлбикәнең күңеле кителһә лә, һүҙһеҙ генә ризалашырға мәжбүр булды. Шәрифулла иҫкеһен һүтеп ташлап, урынына шығырҙап торған ҡарағайҙан клуб ҙурлығындай өй ҙә ултыртып ҡуйҙы. Уның янында Гөлбикәнең өйө бөтөнләй бәләкәй-ләнеп, сүгеп ҡалғандай тойолдо. Быны күреү ҙә ҡатындың күңелен ҡырҙы, ләкин ни эшләһен: “Их, Харисым иҫән булһа, беҙ ҙә...“ - тип уйлауҙан ары китә алмай ине шул. “Бәләкәй булһа ла, торор мөйөшөм бар, ҡыуанысым, йыуанысым булып ҡыҙым үҫеп килә, тамағыбыҙ ас түгел“,- тип йыуатты үҙ-үҙен Гөлбикә.
Ләкин ҡыуанып оҙаҡ йәшәргә яҙмаған икән шул уға. Май байрамына Өфөлә педучилищела уҡып йөрөгән Таңһылыу ҡайтып төштө. Дүрт айға яҡын күрмәгән ҡыҙын Гөлбикә ҡосаҡлап алып, арҡаһынан һөйә-һөйә бик оҙаҡ яратты.
- Әсәй, һиңә һөйөнөслө хәбәремде әйтә һалайым. Ризалыҡ бирһәгеҙ, беҙ Кәрим менән өйләнешергә булдыҡ. Бына, биш айлыҡ ауырым да бар, - тип Таңһылыу плащының төймәләрен ысҡындырып, ярайһы уҡ беленеп торған ҡорһағына бармағы менән төрттө.
Ҡапылдан: “Ни һөйләйһең, һеҙ бит бер ата балалары!“- тип ҡысҡырып ебәреүҙән үҙен саҡ тыйып ҡалған Гөлбикә, күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, лап итеп артындағы ултырғысҡа ултырҙы.
- Ни эшләп ҡобараң осто, әсәй? Беҙ Кәрим менән күптән бер-беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ. Өйләнешеүебеҙгә Шәрифулла ағайҙар ҙа ҡаршы булмаҫ, моғайын, - ҡыҙы әсәһенең яурынынан ҡосаҡлап, сикәһен сикәһенә тигеҙҙе.
Гөлбикә бер аҙҙан ғына ҡулдары менән ултырғыс артына тотоноп, аяҡҡа баҫты.
- Ҡапылдан хәлем бөттө лә киттесе... Ҡана, сәй эсерә һалайым үҙеңә, - тип ул самауырына барып йәбеште.
Табын әҙерләгәндә ул йә ҡулынан ҡалағын төшөрөп ебәрҙе, йә һауыттағы һөтөн түгә яҙҙы. Әсәһенең ниндәй хәлдә икәнен күреп, Таңһылыу:
- Әллә ни эшләнең дә ҡуйҙың, әсәй, ҡана, үҙем яһайым, - тип сәйнүкте үҙ ҡулына алды.
Сәй эсеп бөткәс, башында ҡайнаған мең төрлө уйҙарҙың осона бер үҙе генә сыға алмаҫын аңлаған ҡатын күршеләренә инеп китте. Йомошо барлығын әйтеп, Әсмәне өйҙән саҡырып сығарҙы ла, һарай артына алып китеп, ҡалтыранған тауыш менән уға эштең ниҙәлеген аңлатты.
- Уныҡылыр, тип уйлағайным да... Ни эшләйбеҙ һуң хәҙер? - Әсмә әхирә-тен ҡосаҡлап илап ебәрҙе.
Гөлбикәнең дә бына-бына сығам тип торған күҙ йәштәре сикәһе буйлап сөбөрләп аға ине.
- Ипләп кенә һин ҡыҙыңа, мин улыма аңлатайыҡ... Тик бына ауыры бит әле... - Әсмә һулҡылдауынан туҡтап, сикәһе буйлап күлдәгенең итәгенә аҡҡан күҙ йәштәрен һөрттө.
- Әллә илағанһың инде, күҙҙәрең ҡыҙарып бөткән, - тип ҡаршы алды Гөлбикәне Таңһылыу.
- Ултыр әле, ҡыҙым, яныма. - Әсә кеше ҡыҙын эргәһенә һыйындырҙы. Һүҙҙе ниҙән башларға белмәй, бер аҙ шым торғас, барыһын да һөйләне лә бирҙе.
Шым ғына тыңлап ултырған Таңһылыу, йәйәнән ысҡынған уҡ кеүек, ҡапыл һикереп торҙо.
- Алдатаһың! - Ҡыҙҙың тауышы йән өшөткөс булып сыҡты.
- Ғәфү ит, ҡыҙым, был ысын шул. - Гөлбикә лә урынынан тора һалып, ҡыҙының беләгенә йәбеште.
- Юҡ, юҡ! Алдатаһың, алдаҡ хәбәр һөйләйһең! - Таңһылыу әсәһен этеп ебәрҙе лә, ишеккә ташланды.
Шунда уҡ ҡыҙының: “Ай!“ - тип ҡысҡырған тауышын ишетеп, Гөлбикә лә йүгереп тышҡа сыҡты. Таңһылыуы тупһанан бер-ике аҙым ситтә ергә тәгәрәп ыңғыраша ине. Бер аҙ юғары күтәрелгән күлдәк итәгенең аҫтынан һуҙылып сығып боттары буйлап йүгергән ҡара-ҡыҙыл ҡанды күреү менән Гөлбикә, ҡото осоп, ҡыҙына ташланды.
- Балам, ни булды! Балам, балаҡайым... - Әсәһенең әйткәндәрен Таңһылыу ишетмәне лә, буғай, бер-ике ыңғырашты ла, иҫенән яҙып, тынып ҡалды.
Шәрифулланың яңы ғына алған Москвичында ҡыҙҙы дауаханаға алып киткәйнеләр ҙә, уның тупһаһына ғына еткерә алдылар.
Ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһы аяғынан йыҡты Гөлбикәне. Айға яҡын бер тормаҫтан тип әйтерлек, түшәгендә ятты. Әсмә әхирәтенә рәхмәт инде, ҡайғылы, ауыр мәлендә һәр саҡ янында булды, тәрбиә-хәстәр күрһәтеп торҙо. Уның шундай изге күңелле булыуы үҙен яңғыҙ ҡалдырмауы Гөлбикәнең йөрәген айырыуса өйкәне. Шәрифулланы үҙенә эйәләштереп ҙур хата эшләне ул. Ярай, яр буйындағын аңғармай ҙа ҡалды, ә аҙаҡ риза булып ниңә ҡосағына инде һуң? Иренең яҡын әхирәтенең ҡуйынында ятыуын белеп Әсмәнең йөрәге лә һыҙламай ҡалмағандыр, әлбиттә.
Гөлбикә янында ултырған әхирәтенең итәгенә башын һалып, ҡат-ҡат ғәфү үтенде.
- Харисыма, һиңә булған хыянатым өсөн ҡыҙымды тартып алып, Хоҙай миңә үҙ язаһын бирҙе, - тип күҙ йәшен түгә-түгә бер һүҙҙе ҡабатланы Әсмәгә.
- Улай үҙеңде бик яфалама. Ул аҫау айғырын бер нисек тә тыйып булмаҫ ине. Әллә ҡайҙа, әллә кемдәр менән зина ҡылып йөрөр ине, барыбер. Ә былай күҙ алдымда булды, белеп-күреп йөрөнөм, - тип йыуатҡандай итте уны Әсмә.
Әсәһе мулла ҡыҙы ине Гөлбикәнең, заманына күрә бик уҡымышлы булды. Намаҙын да ҡалдырманы, доғаларын да уҡыны. Уларҙы балаларына ла ятлатты, иҫкесә хәреф танырға ла өйрәтте. Атаһы менән әсәһе үлгәс, төрлө ерҙә тәләфләнеп йөрөмәһендәр, тип дини китаптарын Гөлбикә үҙенә алып ҡайтҡайны. Түшәктә ятҡанда Әсмәнән шул китаптарҙы һандығынан алып биреүен һорап, уларҙы ҡараштырырға ғәҙәтләнеп алды. Был уның башында ҡайнаған ҡайғылы уйҙарынан аҙ-маҙ арынып торорға теләүе лә булғандыр, бәлки, Хоҙай алдындағы ғәйебен мөмкин тиклем юйырға ниәтләүе лә ине шикелле. Әммә унда яҙылған, әйтелгәндәр Гөлбикәнең бар булмышын биләп алды. Һыҙлаған йөрәгенә шифалы дарыу булып яғылды, тәненә, йәненә тылсымлы көс бөрккәндәй булды. Донъяға булған ҡарашының да ыңғай, яҡшы яҡҡа үҙгәрә барыуын тойҙо ҡатын. Ҡөрьәндең, доғаларҙың ҡөҙрәтле көскә эйә булыуын, яҡлаусы, ярлыҡаусы бер Хоҙай барына, инде ҡабат атламаҫ тигән аяҡтарын шыуҙыра башлағас ныҡлап төшөндө ул. Ә инде тәне лә, йәне лә һауығып, кире урынынан торғас, Гөлбикә намаҙлыҡҡа баҫты.
Ауыр сағында дингә ылығып, үҙенә таяныс, ышаныс таба алһа ла, ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһы йөрәгендә төҙәлмәҫлек мәңгелек яра ҡалдырҙы Гөлбикәнең. Туҡтауһыҙ һыҙлап, һәр саҡ үҙен иҫкә төшөрөп торҙо. Бик үҙәктәренә үткәндә: “Был Хоҙай миңә ебәргән тағы бер һынау. Тәүгеһенә, Харисымдыҡына сыҙаным, Алла бойорһа, быныһын да сабыр ғына үткәреп ебәрермен“, - тип үҙ-үҙен йыуатыр булды ҡатын.
Кемдәлер ауыр ҡайғы, кемдер сирле, тип тормош туҡтап тормай, мәшәҡәттәре лә юҡҡа сыҡмай. Һәр көн ашарыңа-эсереңә, иҫкереп барған йортто йылытыу өсөн яғырыңа, мал-тыуарыңды хәстәрләргә кәрәк, колхоз эшенә лә ҡул һелтәп булмай. Гөлбикәне лә аяғына баҫыуына бөткөһөҙ эш көтөп тора ине. Бар көсөн һалып үҙенсә донъя көтөргә тырышты ул. Көндөҙө эш менән үтһә, кистәрен бирелеп дини китаптар уҡыны, намаҙын да ҡалдырманы. Шулай көндәр, айҙар, йылдар үтә торҙо.
Гөлбикә күршеләренә инергә бик тырышмаһа ла, Әсмә йыш ҡына янына кереп, бөткөһөҙ хәбәрҙәрен һөйләп сыға ине.
Һөйләрлек нәмәләре күп ине шул күршекәйенең. Бер-бер артлы балаларын институттарҙа уҡытып сығарып, туй артынан туй үткәрҙеләр. Аҙаҡ сиратлап ейән-ейәнсәрҙәре лә тыуа торҙо. Яйын табып, ҡалала төпләнә барған балаларын фатирлы итеп тә бөттөләр.
Таңһылыуҙы ерләгәндән һуң Шәрифулла Гөлбикәнең ишеген ҡабат шаҡыманы. Шаҡыһа ла асмаҫ ине уны кисәге һөйәркә.
Күрше ир пенсияға китеп, ҡулынан бригадир дилбегәһен ысҡын-дырғас, Ветерандар советы рәйесе булып һайланды һәм ҡултығына папка ҡыҫтырып алып, ауыл урамдарын да, район үҙәгенә илткән юлды ла йыш тапаны. Костюмындағы Харистың ордендары янына яңынан-яңы миҙалдар өҫтәлеп торҙо. Хатта бер орден да биреп ҡуйҙылар үҙенә. Әсмә: “Аллаға шөкөр, иремдең пенсияһын тағы ла арттырҙылар“, - тип әйткеләп-әйткеләп ала ине. Ә бер көндө: “Юллай торғас, бушҡа “Нива“ машинаһын алдыҡ, биш ишекле хатта“, - тигәс, ҡапылдан Гөлбикәнең йәне көйҙө лә китте. Әсмәгә: “Йәтим ҡалған әсәләрҙең, ҡатындарҙың, балаларҙың өлөшөн ашайһығыҙ һеҙ! Ул машинаны һеҙгә Харисым кеүек һуғыштың уртаһында, ут эсендә һәләк булғандар алып бирҙе!“ - тип ҡысҡырыуҙан үҙен саҡ-саҡ тыйып алып ҡалды.
Ҡартлығы баҫҡас: “Ғүмерем бөтһә, үҙ өйөмдә тыныс ҡына ятып үлермен“, - тип уйлап-уйлай ине Гөлбикә. Әммә юрағаны юш килергә яҙмаған икән шул уға. Бер көндө аяҡтары тағы ла ҡапылдан ғына атламаҫ булды ла ҡуйҙы. Уның ҡуҙғала ла алмай ятҡанын күреп, Әсмә: “Ҡасим кейәүгә әйтәйем әле, ҡарт-тар йортона урынлаштырһын үҙеңде. Унда хет тәрбиәле булырһың“, - тип сығып китте. Әхирәтенең Ҡасим кейәү тигәне, йәғни Зәлифәһенең ире, ҡалала ҙур ғына начальник булып эшләй шикелле. Ике йыл элек: “Урын-ерең матур, мин һиңә ҡалалағы бер бүлмәле фатирымды бирәм, ә һин бында дача төҙөргә рөхсәт ит“, - тип кергәйне. Гөлбикә, иҫән сағымда Харисымдың нигеҙен ҡоротмайым, тип риза булмағайны ул саҡ.
Ике көн дә үтмәне, Әсмә Шәрифуллаһын эйәртеп килеп тә керҙе.
- Кейәү һиңә урын белешкән, ҡайҙа, әйберҙәреңде әҙерләшәйем, беҙҙең менән китерһең, - тип әхирәте Гөлбикәнең барлы-юҡлы сепрәк-сапраҡтарын йыя башланы. Һүҙ ыңғайында һуғыш ветераны булараҡ, иренә ҡалала өс бүлмәле фатир биреүҙәрен һәм шунда күсенәсәктәрен теҙеп китте.
Шәрифулла иһә папкаһынан сығарып, Гөлбикәгә бер нисә ҡағыҙ һуҙҙы.
- Ҡасим кейәү әле һин тип бигерәк ныҡ тырышты инде. Бына был ҡағыҙҙарға, йәғни йорт-ереңде уға бүләк итеү хаҡындағы документтарға ҡул ҡуй, - тине ул ҡәнәғәт йылмайып.
- Йортобоҙға ял-фәләндәрендә балалар ҡайтып-китеп йөрөр. Үҙебеҙ ҙә йәй айҙарында йәшәп-йәшәп алырбыҙ, Алла бойорһа,- тине Әсмә ире сығып киткәс.
Ул үҙҙәренең кәрәк-яраҡ әй-берҙәрен ике “Камаз”ға тейәп, кисә үк оҙатыуҙары хаҡында ла әйтергә онотманы. Түшәк-фәлән, һауыт-һаба ла кәрәкмәй, тигәс, Гөлбикәнең әйберҙәре, кәфенлеге, хәйерлеге менән бергә, ике сумаҙандан артманы. Шуларҙы багажнигына урынлаштырып, Шәрифулланың “Нива”һында китергә сыҡты улар. Бер үк машинала ҡалаға юл тотһалар ҙа, йәшәр урындары башҡа ине күршеләрҙең.