Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2020, 23:02

Башың ауыртһа - ҡолағыңды ышҡы!

Ҡапыл ғына баш ауырта башлаһа, тиҙерәк баш кейемен һалырға кәрәк. Шулай эшләһәң, ҡан тамырҙарына баҫым кәмей, кислород яҡшыраҡ үтеп инә башлай.

Ҡапыл ғына баш ауырта башлаһа, тиҙерәк баш кейемен һалырға кәрәк. Шулай эшләһәң, ҡан тамырҙарына баҫым кәмей, кислород яҡшыраҡ үтеп инә башлай.
Бер стакан йылы һыу эсеү файҙалы булыр, ул ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, ҡанды шыйыҡлатыр. Ауыртыу һаман да баҫылмаһа, күҙҙе йомоп, тыныс ҡына ятып тороғоҙ. Ятҡан килеш бармаҡтарға, ике ҡолаҡҡа ышҡый-ышҡый массаж яһарға була - был да ҡан тамырҙары киңәйеүгә булышлыҡ итер.
Ауыртыу баҫылмаһа, дарыу эсергә ашыҡмағыҙ, былай эшләп ҡарағыҙ:
- лимон йомшағын 2-3 минутҡа сикәләргә ҡуйып тороғоҙ;
- бер стакан йылы һыуға бер лимон һутын һығып эсегеҙ;
-аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла кәбеҫтә һуты эсеү баш ауыртыуҙан һаҡлай;
-сикәгә 5-10 минутҡа кәбеҫтә япрағы ҡуйып тороу ҙа ярҙам итер.
Фото: интернет
Читайте нас: