Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2020, 14:51

Айгөл илендә

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр халыҡта. Гәзит уҡыусыларҙы тап шундай өлгөр замандашыбыҙ, ғаилә утын һәм ҡотон һаҡлаусы заттың бер вәкиле менән таныштырырға ине ниәтем.

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр халыҡта. Гәзит уҡыусыларҙы тап шундай өлгөр замандашыбыҙ, ғаилә утын һәм ҡотон һаҡлаусы заттың бер вәкиле менән таныштырырға ине ниәтем.
Иренә һөйөклө ҡатын һәм өс бала әсәһе Айгөл Рәхмәтуллинаны күптәр социаль селтәрҙәрҙә ашһыу серҙәре менән бүлешеүсе булараҡ белә, заманса әйткәндә әүҙем блогер ул. Уңған хужабикә бигерәк тә милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә, ҡаҡланған ҡаҙ, бауырһаҡ, сәк-сәк, бишбармаҡ, бәрәмес, асыҡ һәм ҙур бәлеш - һәр төрлө аш-һыуҙы урынына еткереп, табын йәме итеп әҙерләй ул. Айгөл бешергән ҡамыр аштарының рецептары менән фотоларын интернет селтәренә һалыуы була, бик күп хужабикәләр рәхмәт әйтеп уларҙы үҙенә ала, ҡуллана, ғаиләһен һөйөндөрә.
Декрет ялын һәр яҡтан ғәмле, һөҙөмтәле итә белгән әсә балалары менән төрлө флешмобтарҙа һәм конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә икән. Уның бәйләү, сатрашлап сигеү кеүек шөғөлө тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Күҙ нурҙарын һалып сигелгән картиналары фатирҙарын тағы ла нурлыраҡ итә кеүек.
Айгөлдөң интернет селтәрендәге яҙмаларын күреү менән, йәш бала менән декретта ултырған ҡатын бының өсөн ваҡытты ҡайҙан таба икән, тигән һорау үҙенән-үҙе тыуа. Иң мөһиме, эргәңдә яратҡан һәм дәртләндереп торған кешеләрең булыуы кәрәк, тип серен асты ул. Ире Дамир, ҡыҙы Диана, улдары Динислам менән Арыҫлан күп эштәргә илһамландыра ла хужабикәне. Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән Дамир ҡатынының бөтә башланғыстарын хуплап, ярҙам итеп торған аҡыллы һәм иғтибарлы ғаилә башлығы. Эшенән ҡайтыу менән тәрбиә дилбегәһен үҙ ҡулына алған хәстәрлекле атай ҙа ул. Әлфиә менән Зинфир Шәйәхмәтовтар ғаиләһендә баш бала булып тыуған Айгөл бар яҡлап та әсәһенең оҫталығын, тормош тәжрибәһен үҙләштергән. Ҡыҙ бала бағыу – милләт тәрбиәләү, тигәндәй Әлфиә апай ҡыҙҙары Айгөл менән Светлананы ғаилә көткәндә ҡатын-ҡыҙға кәрәгәсәк бөтә эшкә өйрәтеп үҫтерә. Бөгөн ҡыҙҙарға ниндәй генә заманса белем бирмәйҙәр, ә бына үҙ яртың менән мөнәсәбәт ҡороу, бала бағыу, көндәлек эштәрҙе алып барыу кеүек тормош нигеҙҙәре онотолоп ҡала кеүек.
- Күргән-белгәндәремде Айгөлгә бәләкәй сағынан уҡ өйрәтә килдем. Һәр әсә ҡыҙын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй, хәҙер Айгөл дә ейәнсәрем менән шулай - Диананың ошо йәшендә белмәгән нәмәһе юҡ. Ә Айгөлдөң социаль селтәрҙә аш-һыу серҙәре менән бүлешеүен күреп ҡыуанам ғына. Ул ғаиләһен уңғанлығы менән һөйөндөрә икән, тимәк мин дә дөрөҫ йүнәлештә тәрбиә биргәнмен, - тип ихлас күңелдән уртаҡлашты Әлфиә апай.
Ҡасандыр Айгөл алдында ла, ғаилә йәки карьера, тигән һорау тора. Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнологиялар факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған ҡыҙға аспирантурала уҡырға тәҡдим итәләр. Әммә ул ваҡытта сабыйы тыуып өлгөргән Айгөл ғаиләне беренсе урынға ҡуя. “Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәге”нең төбәк филиалында әйҙәүсе белгес булып эшләп, декрет ялына сыҡҡан ҡатынға бөгөн ошо аҙымы өсөн үкенергә тура килмәй.
- Үҙ өҫтөмдә эшләп, киләсәктә яңы офоҡтар асырға кәрәк, тип маҡсат ҡуйһам да, уйҙарым менән әйләнәм дә ғаиләмә ҡайтам. Ҡатын-ҡыҙ бәхете иреңдән һәм
балаларыңдан тора. Әммә ғаиләнең именлеге ҡатын һәм әсәнең ыңғай энергетикаһына, эске гармония кисереп йәшәүенә бәйле. Ошо төшөнсәләрҙе тәрән аңлауым
менән тағы ла бәхетлерәкмен, - ти ул.
Әйткәндәй, мосолмандарҙың изге айында Айгөл ире һәм ҡыҙы менән ураҙа тота. Доғалары, изге ниәттәре ҡабул булһын! Рәхмәтуллиндар ғаиләһенә артабан да бәхетле, матур йәшәүҙәрен теләйбеҙ, ә Айгөл беҙҙе ашһыу өлкәһендәге яңылыҡтары, шәп рецептары менән ҡыуандырып торор, тип ышанабыҙ.

Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: