Сливала бик күп төрлө минералдар бар: баҡыр, тимер, калий, магний, кальций, фосфор, йод һәм цинк. Белгестәр шулай уҡ уларҙа күҙәнәкле туҡыма, антиоксидант һәм витаминдарҙың А, В, С, Е һәм К төркөмдәре булыуын әйтә.
Ғалимдар гипертониянан, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан, анемиянан, ҡан әйләнеше боҙолоуынан һәм атеросклероздан слива ашарға кәңәш итә. Көнөнә 3-4 слива ашау ашҡаҙан эшмәкәрлеген дә көйләй икән.