Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май 2020, 00:56

Яуҙаштарым рухы тыныс булһын!

Беҙҙе үҙ йортонда кәүҙәһен тура тотоп, миҙалдарын сыңлатып ҡаршы алған Ҡанаҡай ауылы уҙаманы Әүхәҙи Батыргәрәй улы Минеғоловтың йөҙөндә ғорурлыҡ, ихлас шатлыҡ тойғоһон уҡыныҡ.

Беҙҙе үҙ йортонда кәүҙәһен тура тотоп, миҙалдарын сыңлатып ҡаршы алған Ҡанаҡай ауылы уҙаманы Әүхәҙи Батыргәрәй улы Минеғоловтың йөҙөндә ғорурлыҡ, ихлас шатлыҡ тойғоһон уҡыныҡ.
Күҙ теймәһен, 96 йәшен тултырған яугир донъя яңылыҡтарын күҙәтеп барған, күпте белгән ихлас әңгәмәсе булып сыҡты. Райондағы башҡа ветерандарҙың да исем-шәрифен хәтерләп, “Торатау” гәзитендәге мәҡәләләрҙе хәтерендә теркәп бара икән. Күп йәштәргә өлгө булырҙай бабайыбыҙ!
Төп йортта атаһы менән бергә йәшәгән Гөлсөм апай һөйләүенсә, Әүхәҙи бабай әле лә ныҡышмал, баҡса эшендә ярҙам итешергә тора. Ихата алдына сығып, берәй эш менән мәшғүл булмаһа, тормош туҡтап ҡалғандай кеүек, ти икән. Һеҙ килер алдынан ғына түтәлдәргә һыу һибеп инде, тип ихлас уртаҡлашты Гөлсөм апай.
Бөгөн ветераныбыҙ – балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәгән бәхетле атай һәм олатай. Зиһене теүәл, күҙҙәре үткер, күңеле асыҡ булыуы һәм һәр көнгә ҡыуанып йәшәй белеүе менән ул тағы ла бәхетлерәк.
- Еңеү көнө минең өсөн оло шатлыҡ булһа ла, яуҙаш иптәштәремде, ауылдаштарымды һағынып юҡһынам. Улар ҙа донъяның яҡшырғанын күреп, минең кеүек һөйөнөр ине, тип уйлайым. Бөгөн ауылда ветерандар араһынан бер үҙем иҫән ҡалғаным өсөн ғәжәпләнеп тә, уңайһыҙланып та ҡуям. Балаларыма ҡарап һәр саҡ, беҙ күргәнде һеҙгә кисерергә яҙмаһын, тип теләйем. Кешеләр матур, татыу йәшәһен, яуҙаштарым рухы тыныс булһын, - ти тормош күргән аҡһаҡал.
Фото: автор.
Читайте нас: