* * *
Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,
Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле.
Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?
Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!
Атакаға күтәрелдек бергә,
Йыға һуҡты әжәл бер мәлде.
Ваҡытлыса йәйә терелдем мин,
Ул — мәңгелек һынға әйләнде.
Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр
Изге ялҡын булып яналар,
Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай,
Эргәһендә һайрай балалар.
Ә артында уның сал бер ҡатын
(Ил инәһе — улдыр, моғайын.)
Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай,
һалҡын ташҡа терәп маңлайын.
Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә — моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама...
Мостай КӘРИМ
* * *
Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр ,
Әйтерһең дә, ергә аумаған.
Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға.
Әле һаман ошо яугирҙәрҙең
Тауыштары килә алыҫтан.
Юҡҡамы ни, һауаларға ҡарап,
Күңелебеҙ тула һағышҡа.
Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры
Оса таңда, оса кисен дә.
Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар,
Ул буш урын минең өсөндөр!
Бер көн мин дә торна сылбырында
Юғалырмын инеп томанға.
Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымаҡ,
Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға.
Рәсүл ҒАМЗАТОВ (Рауил Бикбаев тәржемәһе).
* * *
Һуғыш бөттө. Еңеү көнө килде.
Беҙҙең атай һаман ҡайтманы.
Ҡайтҡан, имеш, тиеп төштә күрҙек,
Ә өндә ул һаман ҡайтманы.
Аслыҡ ине. Сәғәте генә ҡалды.
Ул сәғәтте әсәй һатманы.
Ул сәғәтте алып элеп ҡуйҙы
Баш осона беҙҙең ятҡанда.
Тек-тек, тек-тек типте йөрәк
Кисен, төнөн, таңдар атҡанда...
Ә һалдаттар ҡайтты...
Ҡайһы ҡулһыҙ, ҡайһы аяҡһыҙ.
Хатта бейештеләр ағас аяҡ менән
Тыҡ-тыҡ килеп Еңеү туйында.
Тек- тек
Типте атай йөрәге,
Тик йөрәге - беҙҙең йөрәктә.
Типте йөрәк,
Беҙ атайһыҙ үҫеп йөрөһәк тә...
- Күрмәнеңме, ағай, атайымды?
- Күрмәнеңме, быуай, атайымды?..
- Күрмәнеңме, апай, атайымды?
Мөхлисә апай! Осоусы апай!
- Күрмәнеңме, еҙнә, атайымды?
- Юҡ, күрмәнем...
- Ҡайтыр әле, ҡайтыр, - тинеләр,
Тик һүҙҙәре шикле инеләр.
Тик күҙҙәре йәшле инеләр.
Ә үҙҙәре атай ҡайтмағанға
Хас ғәйепле инеләр.
- Ҡайтар әле, ҡайтыр, - тинеләр...
Йондоҙҙарын алып бирҙеләр,
Баҡсабыҙҙы һөрөп бирҙеләр,
Һыңар ҡулы менән һөйҙөләр...
- Шәп кеше ине Йәғәфәр, - тинеләр.
Рәми ҒАРИПОВ ("Яндырылған хаттар" поэманан өҙөк).
ВЕТЕРАН КӨҘГӨ АЛДЫНДА
(Ейән ауыҙынан)
Туғыҙынсы май иртәһе.
Бүлмәбеҙ тулы нурҙар.
Мөйөштәге радионан
Урғыла көйҙәр, йырҙар.
Миҙалдарын зыңғырлатып
Олатай таға түшкә,
Икеләтә байрам килде:
Бөгөн ул - алтмыш биштә.
Эй тапана олатайым
Ҙур көҙгө алдарында,
Бейеп үк китә осҡондар
Таҡҡан миҙалдарында.
Яҡтырып, ҙурайып киткән
Өйөбөҙҙөң эстәре,
Танауҙы рәхәт ҡытыҡлай
Тәмле ҡоймаҡ еҫтәре.
Өләсәйем өтәләнә:
- Ултыр сәйгә, ҡуй ҡана!
Олатай көҙгө алдында
Һылана ла һыйпана.
Битен һыпырған була ла
Текләп ҡала бер аҙға...
(Юйылырға һалынмайҙыр
биттәргә һыр-бураҙна.)
Шул саҡ күҙ ҡыҫты мут ҡына
Китаптар кәштәһенән
Бер портрет...
Олатайым! -
Егерме йәштә генә,
Тап минең йәштә генә!