Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан алыҫлашҡан, ғүмер үткән һайын был ауыр осор тураһында ҡыҙыҡһыныу нығыраҡ арта һымаҡ. Үҙебеҙ олоғая килә, күрәһең, ата-бабалар иңенә төшкән яҙмышты тәрәнерәк аңлайбыҙ. Беҙҙең дә ҡартатайыбыҙ Ҡадыров Ҡауый Хәбир улы Көҙән ауылынан һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғалған.
Ошо көнгә тиклем уның Бөйөк Ватан һуғышында ниндәй полкта яу юлын үтеүен белмәй йәшәнек. Оҙаҡ ҡына эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡартатайҙың 122-се миномет полкында ҡыҙылармеец булғанлығы асыҡланды. Фаиҙә ҡартөләсәйебеҙҙе биш балаһы менән ҡалдырып, 48 йәшендә һуғышҡа китә ул. Иң бәләкәсе - Фәниәһенә хатта исем дә ҡуштырып өлгөрмәй. Ә Нәзифә исемле ҡыҙына, йәғни беҙҙең әсәйебеҙгә, алты йәш кенә була. Ҡартатайыбыҙ тураһында уның һөйләүҙәре буйынса ғына бер аҙ беләбеҙ.
Тәүге хаты Бүздәктән килә. Улар унда һуғышҡа ебәреү өсөн аттар йыйып өйрәткән булған. Ҡартатайымдың ике хаты һаҡланған, боронғоса ғәрәп һәм латин графикаһы менән яҙылған. Әсәйҙең һөйләүе буйынса, һуғышта ул ат егеп, ылау менән икмәк, һыу ташыған. Көслө бомба шартлауҙары мәлендә Ҡауый хәбәрһеҙ юғалды тип, уның менән бергә хеҙмәт иткән ауылдашы ҡайтып һөйләгән. Хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат 1942 йылдың декабрь айында килә.
Әсәйем атаһы тураһында гел ғорурланып һөйләр ине. Еңеү көнөн ярты етем булып ҡаршылаһалар ҙа, яҙмыштарына үпкәләмәй, зарланмай, хәләл көстәре менән тырышып донъя көтәләр. Улар кеүек бик күптәр атайһыҙ үҫкән заман була шул.
Ҡартатайыбыҙ хаҡында ошо аҙ ғына иҫтәлектәрҙе сығарып, әсәйебеҙҙең хыялын да тормошҡа ашырғы килде.