Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2020, 22:33

Ишембай районы муниципаль районында 9 майҙа Еңеү көнө айҡанлы саралар планы

9:30-10:30. Ҡалала һәм районда Ватанды һаҡлаусыларға арналған һәйкәлдәргә, обелискыларға, иҫтәлекле урындарға сәскәләр һалыу.

9:30-10:30. Ҡалала һәм районда Ватанды һаҡлаусыларға арналған һәйкәлдәргә, обелискыларға, иҫтәлекле урындарға сәскәләр һалыу.
11:00-15:00. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттар алдында бәләкәй парадтар ойоштороу, Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбиров исеменән ҡотлау открыткаларын тапшырыу.
10:00-11:00. «Еңеү вальсы» онлайн-акцияһы. Мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләре менән вальс бейей, видеолар белем биреү учреждениеларының социаль селтәрҙәрендә күрһәтелә бара.
11:00-12:00. «#Ихата_менән_йырлайбыҙ» проект-акцияһы. Ленин проспектындағы 2-се йорт ихатаһында мәҙәниәт бүлегенең ижади коллективтары һуғыш осоро йырҙарын башҡарасаҡ("Катюша", "Еңеү көнө", "Шайморатов генерал"). Йырҙар тексы яҡын тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр йәшниктәренә алдан таратылды. Һәр кем балкондарына сығып, артистарға ҡушылып йырлай аласаҡ. Ошондай уҡ акциялар Иҫке Ишембайҙа, Тирмән-Йылғала (Нефтяник), ауыл биләмәләрендә мәҙәниәт йорттары алдында ойошторола.
19.00 сәғәттә Бөтә Рәсәй күләмендә бер минутлыҡ тынлыҡ һәм “Еңеү көнө” йырын күмәкләп башҡарыу иғлан ителде. “Минутлыҡ тынлыҡ” трансляцияһы өсөн бөтә эфирҙар туҡтатылып торасаҡ. Бынан һуң ветерандарыбыҙҙың портреттарын ҡулға тотоп тәҙрә эргәһенә килеп йәки балкондарҙан “Еңеү көнө” йырын бергәләп башҡарыу тәҡдим ителә.
23.00 сәғәттә Башҡортостан ҡалаларында һәм Өфөлә байрам салюты була. Тура трансляция БСТ-ла күрһәтеләсәк.
23.45 сәғәттә “Еңеү фонарҙәре” Бөтә Рәсәй акцияһы иғлан ителде. Ҡулыбыҙға фонарҙәр тотоп тәҙрәләрҙән, балкондарҙан яҡтыртасаҡбыҙ. Ябай фонариктар, шәмдәр, телефон яҡтыһын ҡулланырға мөмкин. Акцияның маҡсаты – “Үлемһеҙ полк” менән бергә урамға сыға алмаған хәлдә лә берҙәмлегебеҙе күрһәтеү.
Көн дауамында бөтә район һәм ҡалаларҙа “Рәсәй флагтары” акцияһы үтә. Йорттарыбыҙға, балкондарға башҡа ҡатнашыусылар менән теләктәшлекте күрһәтеп, флагтар йәки Георгий таҫмалары элергә була.
Көн дауамында бөтә ҡала, райондарҙа “Ветеранды ҡотла” акцияһы уҙғарыла. Хакимиәт етәкселеге, ирекмәндәр телефон аша ветерандарҙы тәбрикләйәсәк.
Көн дауамында “Еңеү тәҙрәләре” проекты барасаҡ. Балалар менән бергә тәҙрәләребеҙгә Еңеү тураһында һүрәттәр элеп, рәхмәт һүҙҙәрен белдерә алабыҙ.
Ҡала һәм райондарҙа ветерандарҙың йорттары эргәһендә бәләкәй парадтар ойошторола.
Көн дауамында онлайн “Үлемһеҙ полк” барасаҡ. Олатайҙар, ҡартолатайҙар фотографияларын www.2020.polkrf.ru адресына һалырға, үҙеңдең геройың тураһында анкетаны тултырырға кәрәк. Фотоһүрәттәр 9 майҙа бөтә ил буйынса медиаэкрандарҙа, шулай уҡ онлайн-кинотеатрҙар майҙансыҡтарында, телеканалдар эфирында, “Класташтар” һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендә, “Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” порталында күрһәтелеп барасаҡ.
Фото: Наил Рәжәпов
Читайте нас: