Ете йыл йәшәгәндән һуң, Кәүсәриә иренән китергә булды. Ике ҡыҙы үҫеп килә, етеш йәшәй, бар нәмәнән ҡәнәғәт булырға кәрәк шикелле. Тик...ире ваҡсыл, артыҡ һаран, биргән аҡсаһын таптырып тауыш күтәрергә генә тора. Өҫтәүенә, осраған бер ир затынан көнләште. Ҡыҙ сағында теләгән кейемен кейһә, хәҙер ҡатын иренең рөхсәтенән башҡа бер ни ҙә алырға тейеш түгел. Ире менән артабан да бергә йәшәһә, балаларын юғалтасағын аңлаған ҡатын, ҡыҙҙарын һәм иң кәрәкле әйберҙәрен генә алып, әсәһенә ҡайтып төштө.
Әсәһе ҡыҙының айырылып ҡайтып килеүенә башта бик риза булмаһа ла, аҙаҡ күнде. Балаһы булмаған инәйҙе тәрбиәләп ҡарап, мәрхүмәнең өйө уға ҡалғайны. Ҡыҙына бирҙе. Йыуып, таҙартып алғас, бәләкәй генә өй ҙә яҡтырып, күркәмләнеп китте. Яңы ерҙә тыныс, бер кем дә уларҙы игәмәй, тиненә тиклем аҡса һанап йонсотмай. Ябай ғына йыһазлы өй шундай йәмле, ҡотло тойола. Элекке хужабикәһе ихлас, изге күңелле булған, тиҙәр. Иң мөһиме: бында тыныс, туғандары ла яҡында. Баҡса тултырып картуф сәсте, ҡаҙ бәпкәләре алды. Көндәлек мәшәҡәттәр менән мәж килеп, бер нисә ай үтеп тә китте.
Йәй уртаһы, июль айы. Көндәр иҫ киткес йәмле, йылы, матур. Әлһерәткес, хәлде алғыс эҫе лә юҡ, ямғырҙар ҙа төндә генә ҡойоп үтә, бер туҡтауһыҙ яуып аптыратмай. Еләк-емештең ишелеп уңыуына иҫең китер... Ер еләге тотош балаҫ булып түшәлгән. Бер урында ултырып ҡына әллә күпме һутлы, хуш еҫле еләк йыйып була. Һә тигәнсә биҙрәң эре-эре еләктәр менән тула.
...Кәүсәриә ауырлы йөрөй, бына-бына дауаханаға китергә ваҡыт. Көс-хәл менән йөрөһә лә, йорт эштәре менән булыша. Балалары менән ер еләге йыйып һатып, әҙме-күпме аҡса тупланы. Юл буйына сығып күп тә көтмәй, еңел машиналарҙа үтеүселәр туҡтап ала һала. Көн һайын иртән йыялар ҙа төштән һуң һатырға сығалар. Бәхеттәренә күрә, һәр саҡ һатып, шатланып ҡайттылар. уңған ҡатын әллә күпме банка ҡайнатма ҡайнатты, компот әҙерләне. Шәкәрен йәлләмәй ул, еләкте ҡуйы сироп әҙерләп ҡайната. Шуға күрә лә әсемәй, хуш еҫле булып, ҡыш буйы ашарға ярай, банкаһын ҡасан ғына асма – яңы ғына ҡайнатылған төҫлө, йәмле йәйҙең хуш еҫен һаҡлай.
Ҡатын бер пакетҡа алып китәһе әйберҙәрен тултырып ҡуйҙы. Бәпәй әйберҙәрен үтекләп, тағы ике пакетҡа һалды. УЗИ игеҙ бала күрһәтте. Алла бирһә, ике улы тыуасаҡ. Икеләтә шатлыҡ ҡына түгел, икеләтә мәшәҡәт тә артасаҡ. Барыһы ла һәйбәт булыр, тип, барыһын да тик яҡшыға ғына юрай ул.
Тулғаҡ тота башлағас та күршеләренә инде, улар ҡатынды шунда уҡ бала табыу йортона алып китте.
Кәүсәриә еңел тапты тәүге улын, ун биш минуттан икенсеһе ауаз һалып, үҙенең дә яҡты донъяға килеүе хаҡында белдерҙе.
– Һин бәхетле ҡатын, бәпәйҙәрең иҫән-һау булһын , – тип ҡотланы акушерка. Уның шундай ихлас итеп өндәшеүе йөгөнән бушанған ҡатындың күңелен йомшартты. Кәүсәриә илап ебәрҙе. Тыштан тыныс күренһә лә, һуңғы көндәрҙә тулҡынланыуы, борсолоуы хаттин ашҡайны. Күҙ йәштәре туҡтауһыҙ аҡты ғына. Ҡан баҫымын үлсәп ҡараһалар, шаҡтай юғары күтәрелгән.
Уны каталкаға күсереп, реанимацияға алып киттеләр. Система ҡуйып, укол ҡаҙап дауаланылар. Иртәнсәк ҡан баҫымы элекке хәленә ҡайтҡас, ниһайәт, палатаға үҙе атлап инде.
Кисен бер малайын килтерҙеләр. Сәскәле йүргәккә биләнгән бәләкәсен һаҡ ҡына ҡулына алды. Күҙ генә теймәһен, иҫән-һау була күрһен! Бәпәй теремек күренә, имсәген биргәйне, шунда уҡ имә башланы. Әсәне ғорурлыҡ, шатлыҡ хистәре биләп алды.
– Икенсе улым ҡайҙа?
– Балалар бүлегендә – система ҡуялар. Яңы тыуған сабыйҙың хәле тиҙ үҙгәрә, юҡҡа борсолмағыҙ. – Укол ҡаҙарға ингән шәфҡәт туташы китеп барҙы.
Әсә сабыйын ҡосаҡлап, төрлө уйға батып ултырҙы.
Ике көн үтте, икенсе улын килтермәнеләр.Ҡатын ысынлап борсола башланы. Сабыйын күрергә теләй, индермәйҙәр.
Кәүсәриә тәүәккәлләп, балалар бүлегенә үтте. Коридор тып-тын, бәләкәсенең ҡайҙа ятҡанын һорарға бер кем юҡ. Беренсе палатаға инде. Кескәй карауаттарҙа бәпәйҙәр йоҡлай. Бер баланың башына ( нәҡ шул сабыйҙы ҡатын үҙенеке тип уйланы) энәһе бәләкәй генә күбәләкте хәтерләткән система ҡуйылған. Көпшәнән тамсылап-тамсылап ҡына дарыу тама, бала ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә... Бигерәк шомло күренеш... Быны күреп, йөрәге жыу итте, бәләкәсте йәлләүҙән күҙ йәштәре атылды. Ҡапыл ғына башы әйләнеп китеп саҡ йығылманы, ярай әле стенаға һөйәлеп өлгөрҙө. Бына бер бала уянды ла сыйылдап, шундай йәлләткес нескә тауыш сығарып илап ебәрҙе, күҙ алдында тартышып, күгәрә башланы...
– Бында инергә ярамай! – күгәргән сабый янында табиптар йүгерешә башланы, уны тупаҫ этәреп, ҡыуып сығарҙылар.
Бер нисә сәғәттән ҡатынды бүлек мөдире саҡыртты. Ҡат-ҡат йыуа торғас, биҙәктәре уңып бөткән иҫке халат кейгән, сәсен унан бынан йыйып ҡуйған ҡатынға табип һауалы өндәште.
– Ғаилә хәлегеҙ нисек әле?
– Иремдән айырылдым. Ике ҡыҙым үҫеп килә. Игеҙәк улдарым тыуҙы! – ҡатын шундай ихлас йылмайҙы, үҙен донъялағы иң бәхетле кеше итеп тоя ине был мәлдә, – Тик ни эшләптер икенсе улымды килтермәйҙәр.
– Уны дауалайбыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Бына ни өсөн саҡырттым һине. Сабыйҙы бик һәйбәт, етеш ғаилә алырға теләй.
– Нисек... алырға?
– Уллыҡҡа алырға, уларҙың бер ҡасан да балалары булмаясаҡ. Уларға бирһәң, малайҙың фатиры, машинаһы, теләгән нәмәһе буласаҡ. Капитализм хәҙер, социализм ваҡыты үтте. Хәйерселек көтә һине. Отказ яҙ.
– Мин әсә... Баламды яратам... Бөтөнләй ас-яланғас түгелмен, көлмәгеҙ минән! – ҡатын ярһып китте. – Үҙ балағыҙҙы кемгәлер бирер инегеҙме? Мин эсмәйем- тартмайым, һәр хәлдә һеҙҙән аҡса һорап килмәм. Тыуҙырғанмын икән, үҙем ҡарармын, туғандарым ярҙамлашыр.
– Һиңә уйларға бер көн ваҡыт. Бәлки кире уйларһың. Улар, кәрәк булһа, аҡсаны мул бирәсәк. Хәйерсе тормошонан ҡотолор юл бит. Бәпәйҙе бәхетле киләсәк көтә.
– Мин һатыр өсөн бала тапманым! –
Ҡатын палатаһына йүнәлде.
Табип уйланып ҡалды. Кәүсәриә игеҙәктәрен операцияһыҙ үҙе тапты, хәҙер хәле сағыштырмаса һәйбәт, хатта ҡаршы телләшеп сығып китте. Бер аҙна элек кенә егерме йәшлек ҡатын бала тапҡандан һуң күп ҡан юғалтып, саҡ үлмәй ҡалды, аналығын ҡырҡып ташлап ҡына ғүмерен һаҡлап ҡала алдылар. Йәп-йәш кенә һылыу ҡатындың башҡа бер ҡасан балаһы булмаясаҡ, тыуғаны ла сирләшкә. Был бисәнең иһә ике балаһы ла иҫән-һау тыуҙы, үҙе лә тағы әллә нисә бала табыр әле.
Кемдер йылдар буйы дауаланып та, үҙ балаһын ҡулына алыу тураһында бары тик хыяллана ғына. Кемдер күп итеп таба ла йүнләп ҡарап та тормай. Иренән айырылып ҡайтҡан Кәүсәриәне яманлап, еңел холоҡло, тип һөйләгәйнеләр инде. Шуға ла ул ҡатын менән тупаҫ һөйләште.
Бала табыу йортонан сабый алырға теләгән таныштары бар. Бында бик уңайлы форсат сығып тора. Ҡатынды өгөтләп булыр кеүек. Тик хәйерсе генә булһа ла, бик эре ҡыланған була бит әле. Әллә ниндәй зиннәтле йортта йәшәгән ҙур түрә ҡыҙы, тиерһең. Осон осҡа ялғап, балалар пособиеһына ғына йән аҫырай, тип уйламаҫһың да. Участка фельдшеры уйламай һөйләмәҫ, ул белмәгән хәбәр юҡ тиерлек, күптәре дөрөҫкә сыға...
...Палаталаш күршеһе Кәүсәриәнең төҫө боҙолоп инеүенә шундуҡ иғтибар итте. Алсаҡ, мөләйем ҡатынды ул яҡын күрҙе, эс серҙәре менән бүлеште. Үҙенә пакет-пакет күстәнәстәр килеп торғас, палаталаш ҡатындарға ла өлөш мул эләкте. Зифа Кәүсәриәне яҡын күрә, шуға күрә борсолоп һорай һалды:
– Ни булды һиңә?
– Игеҙәктәрҙең береһенән баш тартырға ҡушалар. Алырға теләгән кеше бар икән...
– Кит, тәүбә, булмағанды. Һин тәртипле, ипле ҡатын. Шулай көлмәһәләр...
– Һин хәйерсе, бала ҡарарға аҡсаң юҡ, тинеләр, – йәш ҡатын мендәргә ҡапланып үкһей башланы.
Зифа уны ҡосаҡлап алды, яурындарынан яратып һөйөп:
– Һин ғариза яҙмаһаң, улар бер нәмә лә эшләй алмаҫ. Бирешмә, – тип йыуатырға тырышты.
– Мин кеше өсөн бала тапманым, үҙем ҡарармын.
Ҡатын төндө үрһәләнеп, түшәгендә йоҡлай алмай тулап сыҡты. Бар тормошо күҙ алдынан үтте, яңы ғына тыуып, ҡулына алырға ла өлгөрмәгән улын уйланы. "Сабыйым минең. Интегеп, яфаланып ятаһыңмы, бәләкәсем. Юҡ, мин һине бер кемгә лә бирмәм, үҙем ҡарармын. Аллаға шөкөр, туғандарым иҫән-һау, улар ярҙам итер беҙгә".
Иртән ул ҡәтғи ҡарарға килде. Сәсен тарап үрҙе, таҙа халатын кейҙе, пакетынан хатта помада табып алып (ҡыҙы әсәй балниста ла матур булһын тип, ул күрмәгәндә һалып ҡуйғайны) иренен буяны.
Арҡаһын тура тоторға тырышып инде ул мөдир бүлмәһенә.
Мөдир ҙә ҡатындың ҡиәфәте үҙгәреүенә иғтибар итмәй ҡалманы:
"Матур бисә, ҡәһәрең. Әллә кемдең башын әйләндерерлек. Күп бала тапҡан, тимәҫһең дә. Буй-һыны бер тигән, нимә кейһә лә килешеп тора", – тип уйлап ҡуйҙы.
– Ғариза яҙ!
– Юҡ, баламды бирмәйем.
– Уйланыңмы, улыңды бай тормош көтә.
– Ул байҙар үҙҙәре тапһын, йә детдомдан алһын. Отстаньте минән, атыу судҡа бирермен! – ҡатын ишекте шартлатып ябып сығып китте.
Сабыйҙары менән өйөнә ҡайтҡас, тәүге айҙы, тәүге йылды ул саҡ айырылмай ҡалған бәләкәсенә иғтибарын нығыраҡ бүлергә тырышты. Саҡ ҡына тауыш бирһә лә янына йүгереп барҙы. Аллаға шөкөр, малайҙары әллә ни ауырып барманы. Ашауға талымһыҙ, әсәләре ни бирһә, шуға риза булдылар. Ҡыҙҙары илағыраҡ, мыжығыраҡ ине, улдары күпкә тынысыраҡ. Илнур менән Айнурға ике йәш тулғас, балалар баҡсаһына ашнаҡсы булып урынлашты.
Игеҙәктәргә ун йәш тигәндә аталары аварияға осрап, үлеп ҡалды. Тере сағында бер тин аҡсаһы эләкмәһә, хәҙер дүрт балаһына ай һайын пенсияһы килеп торҙо.
Тормош булғас төрлөһө була. Баҡсаға йөрөгәндә лә, мәктәптә лә малайҙарҙы бутанылар. Айнур шуҡ, тиктормаҫ булһа, Илнур тынысыраҡ, уҡыуы ла яҡшы. Бер шиғырҙы ике тапҡыр ятлап, икеһе өсөн дә «бишле» алғаны булды.
Бер-береһенә ике тамсы һыуҙай оҡшаш малайҙар үҫеп, матур егеттәргә әйләнде. Йоҡоһоҙ төндәр ҙә, төрлө ауырыу ҙа урап үтмәне уларҙы, әсәләренең аҡсаға мохтажлыҡ кисергән мәлдәре лә етерлек булды. Ишле татыу ғаиләнән булғас, уға бар туғандары ярҙамлашты. Кәүсәриә ҡулын һындырып бер эш тә эшләй алмай ултырғанда ике туған апаһы йүгереп килде, үҙенең бар эшен ҡалдырып тороп, уға ярҙамлашты. Шундай изге күңелле туған йәнле апайының балалары ғына булманы. Йөрәгенең бар йылыһын биреп, бер туған ғына түгел, ике-өс туғандарына ла, хатта сит-яттарға ла берҙәй хәстәрлекле апаһы балалар йортонан бер туған өс сабыйҙы үҙ ҡанаты аҫтына алырға теләк белдерҙе. Ире ҡаршы килмәне. Апаһы менән еҙнәһе етемдәрҙе үҙ балаларылай күреп үҫтерҙе.
Кәүсәриә бала табыу йортондағы ваҡиғаны бөтөнләй уйламаҫҡа, оноторға теләне.
Һәр саҡ йылмайып ҡына торған ҡатын тормоштоң тик яҡшы яҡтарын ғына күрергә тырышты. Ул урта йәшендә лә һомғол һынлы, йәш сырайлы булып ҡалды. Иңдәренә ниндәй генә һынауҙар төшмәһен, бер кемгә, бер нәмәгә асыу һаҡламай, барыһын да үткәрә белә ҡатын.
Үҙе шулай йәшәргә тырышты. Балаларын да шулай тәрбиәләне.
Йылдар үткәс, ҡасандыр уның улын алырға теләгән ғаиләнең дә хыялы, ниһайәт, тормошҡа ашты: суррогат әсә ул һәм ҡыҙ табып бирҙе.
-4 °С
Болотло