Барыһын да контролдә тоторға тырышҡан, ялҡытҡыс ир-ат менән йәшәү - һәр аҙымың тураһында яуап биреү тигән һүҙ. Ғаилә башлығы барыһын да нескәлектәренә тиклем белеп торорға тейеш: “Ишек бикләнгәнме?", "Үтек һүнгәнме?", "Нисәлә ҡайтаһың?", "Ҡайһы магазинға бараһың?”... Бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартаһығыҙ икән, һеҙҙе ҡайғыртыуҙарын дөрөҫ ҡабул итә белмәүегеҙ тураһында “дәрес” тыңларға әҙер булығыҙ.