Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2020, 21:56

"Онот мине", - тине атайым...

“Атайымды бер ҡасан да күргәнем юҡ ине. Уның исемен генә беләм: Әмир. Әсәйем бер ҡасан да уның тураһында һөйләргә теләмәне, ҡырт киҫеп: “Хәтерләгем дә килмәй”, – ти торғайны. Шуға артыҡ төпсөнмәнем. Әсәйем, өләсәйем, олатайым һәм мин – бына ул ғаиләм”, – тип башланы һүҙен Альбина.

“Атайымды бер ҡасан да күргәнем юҡ ине. Уның исемен генә беләм: Әмир. Әсәйем бер ҡасан да уның тураһында һөйләргә теләмәне, ҡырт киҫеп: “Хәтерләгем дә килмәй”, – ти торғайны. Шуға артыҡ төпсөнмәнем. Әсәйем, өләсәйем, олатайым һәм мин – бына ул ғаиләм”, – тип башланы һүҙен Альбина.
- Шулай ҙа барыбер һәр саҡ атайымды табыу хыялы менән йәшәнем, - тип дауам итте ул. - 14-16 йәштәрҙә был ҡыҙыҡһыныуым тағы артты. Ә егерме йәшем уҙғандан һуң, атайымды нисек тә табып күрергә кәрәк, тигән ҡарарға килдем.
Әсәйемдән йүнләп бер һүҙ ҙә ишетә алмағас, өләсәйемдән атайым хаҡында һөйләүен ныҡышып һорай башланым. Өҫтәүенә ул бер ҙә әсәйем кеүек аҙ һүҙле түгел, аралашыусан. Шулай өләсәйемдән үҙемдең нисек донъяға килгәнем хаҡында белдем дә инде.
Әсәйем менән атайым – ике студент – бер мәл өйләнешергә лә теләгән, бының өсөн ЗАГС-ҡа барып ғариза яҙған, тантана өсөн әсәйемә хатта ап-аҡ күлдәк һатып алынған булған. Тик туйға бер айҙан кәмерәк ваҡыт ҡалғас, кейәү кинәт кенә өйләнеү тигән уйынан баш тартҡан. “Был бала, бәлки, минеке түгелдер? Кем белә, бәлки, мине алдайһығыҙҙыр? Сабыйҙан ҡотолорға, университетты тамамларға кәрәк. Эш тә, аҡса ла юҡ бит әле,” – тип белдергән.
Әсәйем һүҙендә ныҡ торған. Юғары уҡыу йортон тамамлап, мине яңғыҙы үҫтерә башлаған...
Ошо хаҡта ишеткәс, барыбер атайымды табасаҡмын, тигән уй-ниәтем маҡсатҡа әйләнде. Унан миңә бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Түләнмәгән алимент аҡсаһы ла, ниндәйҙер әйбер ҙә... Уны барып табыу, күҙҙәренә ҡарау ғына ине теләгем. Туғандарымдың был ниәтем менән ризалашырына ышанысым юҡ ине. Шуға уларға бер нәмә лә өндәшмәнем. Серҙәш өләсәйем генә белә ине ниәтемде. Унан атайымдың күрше ҡаланан икәнлеге хаҡында белдем. Бынан тыш, элекке телефон һандары ла үҙгәрмәгән ине. Тик ул фатирҙа ун йылдан ашыу инде башҡа ғаилә йәшәй икән. Шулай ҙа улар фатирҙы һатыуҙа ярҙам иткән риэлторҙың телефон һандарын бирҙе. Ә уныһы бик теүәл кеше булып сыҡты, хәлемде аңлап, эҙләгән кешемдең ҡайҙа фатир алғанлығы хаҡында әйтте.
Тәүге тапҡыр шылтыратҡанда бик ныҡ ҡаушаным, әлбиттә. Бәхетемә, трубканы ул – атайым – алды. Һөйләшеүебеҙ шыма ғына барманы. Ғаиләһе, балалары барлығы хаҡында әйтте. “Нимә кәрәк ине?” – тип һораны ул. Мин аҡса ла, әйбер ҙә кәрәкмәгәнлеге, ғүмеремдә бер тапҡыр үҙен күргем килеүе хаҡында әйттем.
Атайым йәшәгән ҡалаға барғанда тулҡынланыуҙан аяҡтарым ҡалтырай ине. Уны күргәс, иҫ-аҡылым китте. Төҫкә мин уның "күсермәһе" инем. Атай кеше лә ғәжәпләнеп ҡарап торҙо. Телһеҙ ҡалдыҡ. Ул минең хаҡта байтаҡ һорашты. Аҙаҡ: “Ҡатыныма һинең барлығың һәм бөгөн үҙең менән осрашыуым хаҡында әйтмәнем”, – тине, ҡулын кеҫәһенә тығып. “Борсолмағыҙ, бер нәмә лә өндәшмәм. Телефон һандарығыҙҙы ла юйырмын”, – тинем. “Эйе, мотлаҡ юй, - тигән яуап алдым. - Телефон һандарын да, минең барлыҡты ла онот. Үткән - бөткән"...
Оҙаҡ ваҡыт мин атай тейешле кешегә үпкәләп йәшәнем, ә хәҙер уны ғәфү иттем инде. Эҙләнеүемдең төп һөҙөмтәһе: үҙем өсөн уның ысын йөҙөн астым, көтөүҙән төңөлдөм...”
Фото: prodvigator.ru.
Айһылыу Низамова
Читайте нас: