Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2020, 18:33

Ҡәйнәм беҙҙе тамам биҙҙерҙе

Ҡайһы бер ата-әсә балаларының буй еткереп башҡаланыуын ауыр кисерә. Һөҙөмтәлә быуындар араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Гөлнәфис һөйләгән хәл дә – шуға асыҡ миҫал.

Ҡайһы бер ата-әсә балаларының буй еткереп башҡаланыуын ауыр кисерә. Һөҙөмтәлә быуындар араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Гөлнәфис һөйләгән хәл дә – шуға асыҡ миҫал.
“Мин килен булып төшкәндә ҡайным менән ҡәйнәмә ҡырҡ биш йәш тә тулмаған ине. Икеһе лә һау-сәләмәт, емертеп донъя көтөр саҡтары. Кейәүгә сыҡмаған бикәс, өйләнмәгән ҡәйнеш булыуға ҡарамаҫтан, улар беҙҙең бергә йәшәүебеҙҙе теләне. Шулай биш йылға яҡын бергә торҙоҡ. Балалар икәү булып киткәс, ауыл мәктәбендә эш тә булмағас, район үҙәгенә күсергә теләүебеҙҙе әйттек. Ҡәйнәм ҡырҡа ҡаршы төштө, әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Шулай ҙа ирем менән район үҙәгенә күсеп, ер алып, йорт һалып индек, тырышып эшләнек, балалар үҫтерҙек.
Бикәсем кейәүгә сығып, тыуған йортонан китте. Төпсөк бала – ҡәйнешем – өйләнгәс, башланды ла инде мәхшәр. Туйҙан алда уҡ ҡәйнәм үҙ “сәйәсәте"н ҡайырҙы: бер ҡайҙа ла китмәйһегеҙ, бергә йәшәйһегеҙ, һеҙ беҙҙе көтөргә тейешһегеҙ... Әммә йәштәр ҡалала төпләнергә ҡарар итте. Йәш кенә килендәшем ниндәй генә ҡарғауҙарға дусар булманы. Шулай ҙа улар үҙ ҡарарында ныҡлы торҙо. Әммә ҡәйнәм яйы сыҡҡан һайын үпкәһен белдереүҙән, зарланыуҙан бушаманы.
Ул хәлдәрҙән һуң егерме биш йыл ваҡыт үтте, ҡайным гүр эйәһе булып ҡалды. Хәҙер үҙебеҙ – олатай-өләсәй. Тик ҡәйнәм һаман талауҙан туҡтамай. “Игелекһеҙҙәр, мине ҡарамайһығыҙ, ҡартайғас, кәрәгем юҡ”, – тип һуҡрана. Шул холҡо менән тамам биҙҙерҙе. Аҙна һайын тигәндәй барып ярҙам итәбеҙ, ҡушҡан йомошон үтәйбеҙ, һорағанын алып бирәбеҙ. Тик һаман балаларының үҙаллы йәшәүен ҡабул итә алмай. Ҡайһы саҡта бөтөнләй барғы, ул йортҡа аяҡ та баҫҡы килмәй китә, әммә “ул – иремдең әсәһе, беҙ уның алдында бурыслыбыҙ” тип үҙемде йыуатам. Хәлде яҡшыға көйләргә, әйтергә теләгәнемде әйтмәй теште ҡыҫып түҙергә, яҡшы һүҙемде ҡушырға тырышам. Бер нәмә өсөн рәхмәтлемен: уға ҡарап, балаларымдың тормошона артыҡ ҡыҫылмайым, үҙ-ара татыу йәшәһәләр булды, тип шөкөр итеп кенә торам”.
Фото: zen.yandex.ru
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: