Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2020, 20:56

Төпкөлгә килгән уҡытыусы һабағы

Мин туғыҙынсы класҡа күскән йылда беҙҙең ауылға уҡытырға һылыу ғына бер апай килде. Һылыу тип әйтеү генә етмәй әле, сибәрҙең дә сибәре инде. Аҙашып килеп сыҡҡан кеүек күренә ине ул ауыл кешеләре араһында үҙенең йөҙ-ҡиәфәте, буй-һыны, өҫ-башы менән.

Мин туғыҙынсы класҡа күскән йылда беҙҙең ауылға уҡытырға һылыу ғына бер апай килде. Һылыу тип әйтеү генә етмәй әле, сибәрҙең дә сибәре инде. Аҙашып килеп сыҡҡан кеүек күренә ине ул ауыл кешеләре араһында үҙенең йөҙ-ҡиәфәте, буй-һыны, өҫ-башы менән.
Үҙенә бөтә мәктәп уҡыусылары, ауыл егеттәре ғашиҡ булды шикелле. Ҡыҙҙар ҙа уға оҡшатырға тырышыбыраҡ атларға, һөйләшергә маташа, өҫ-башына ла иғтибарлы була башланы. Шундай матур, бөтә яҡлап та камил кеше беҙҙең төпкөлдә нимәһен ҡарай икән, тип ғәжәпләнде ҡайһы берәүҙәр. Моғайын, ҡырҙа егете барҙыр, күп тә уҡытып өлгөрмәҫ, килеп алып китер әле, тип фаразланы икенселәр.
Яңы уҡытыусы беҙҙе бығаса ҡыҙыҡһындырмаған физика фәненә хөрмәт уята алды тип уйлайым, сөнки, алдан әйтеп үтәйем, мин үҙем аҙаҡ шул йүнәлеш буйынса уҡырға индем. Ярты йыл самаһы ваҡыт уҙҙы, ә апайҙың артынан берәү ҙә килмәне, үҙе лә китергә уйламаны ахыры. Хәҙер инде беҙ класташтар менән бар яҡлап та уға тап килерҙәй арыуыраҡ ауыл егеттәрен барлай башланыҡ. Ул егет, һис шикһеҙ, уҡытыусы апайыбыҙ кеүек белемле, матур, аҡыллы булырға тейеш. Мәҫәлән, яңы эшләй башлаған ауыл советы рәйесе: уның ана белеме лә, өйө лә, машинаһы ла бар, төҫкә-башҡа ла арыу ғына.
Әммә беҙ уйлағанса ла, теләгәнсә лә килеп сыҡманы: май байрамдарында уҡытыусыбыҙҙы армиянан яңы ҡайтҡан Сабир исемле ҡыйыуһыҙ, күрмәлекһеҙ егет һоратҡан, ә ул шуға кейәүгә сығырға риза булған! "Булмаҫ, апайыбыҙ оло мөхәббәткә лайыҡ, ә Сабирға түгел инде", тибеҙ үҙ-ара һөйләшкәндә. Бала-саға ғына түгел, ауыл халҡы ла бик ныҡ аптыраны был хәлгә. Хатта бер оло инәй уҡытыусыны осратҡанында: "Кит, шуға кейәүгә сығырһың тип уйламағайным..." - тип бошоноуын белдергән, тиҙәр. Нимә тип яуап биргән тиһегеҙме? "Донъя көтә торған кешенең үҙе инде!" - тигән, ти.
Күмәк балалы ҡәйнә йортонда йәшәп алып китте беҙҙең яратҡан апай менән Сабир. Бер-береһенә холҡо менән дә, тышҡы ҡиәфәте менән дә тап килмәгән пар артабан ни эшләр тип күҙәтәбеҙ, барыбер оҙаҡ тора алмаҫтар тип үҙ-ара бәхәсләшәбеҙ. Юҡ шул, киреһенсә, бик татыу, бәхетле күренә ине йәштәр. Ярты йыл да үтмәне, үҙ йорттарын күтәрҙеләр, Сабир ҙа үҙгәреп, башы күтәрелеп, турайып йөрөй башланы, магазин янында гәп һатҡан ирҙәр эргәһендә лә күренмәҫ булды. Ауылда бүтән эш булмағас, ул йәһәтләп үҙ донъяһын ҡороуға тотондо. Оҫта икән үҙе, тип аптыраны ололар, ысынлап та, көҙгә тәҙрәләре семәрләнгән, ихатаһы рәшәткә менән кәртәләнгән ҙур булмаған өйҙәре ауылға йәм биреп әллә ҡайҙан күренеп ултыра ине инде.
Уҡытыусы апайҙың тағы ла бер сифаты тураһында әсәйемдән ишеттем: иренә кешенән насар һүҙ әйттермәй икән, кемдер берәү уны яманлап һөйләргә маташһа, шунда уҡ ауыҙын яптыра ла ҡуя, ти. "Вәт, киленең шундай булһын ул!" - тип уфтанып та ҡуйғайны ул саҡта әсәйем күрше инәй менән һөйләшкәндә. Бына шулай көтмәгәндә һис уйламаған кешегә кейәүгә сыҡты ла апайыбыҙ, тауыш-тынһыҙ, матур итеп йәшәп алды ла киттеләр. Шул ваҡыттан алып ауыл кешеләре бығаса күҙгә лә салынмаған Сабирға ла хөрмәт менән ҡарай, уның менән дә иҫәпләшә башланы тип әйтергә булалыр, һәр хәлдә, беҙ - уҡыусылар.
Шул хәлдәргә инде егерме йыллап ваҡыт үтеп тә киткән, һағынып һөйләргә генә ҡалды. Хәҙер ауылға ҡайтҡан һайын күҙгә иң беренсе баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелгән, һәр саҡ тәҙрә-яҡтауҙары буялған йорт - уҡытыусыбыҙ менән Сабирҙың йәмле, ҡотло донъяһы иғтибарҙы йәлеп итеп, шул саҡтағы хәтирәләрҙе яңырта...

Фото: vogazeta.ru
Аклима Гизатуллина
Читайте нас: