Ҡайындың бөрөһө лә, япраҡтары ла, сәскәләре лә файҙалы. Ағастың йәш япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмә бауыр циррозынан, холециститтан, ревмвтизм һәм радикулиттан да файҙалы, бөрөһө ашҡаҙан сирҙәренән, алҡаға оҡшаған сәскәләренең төнәтмәһе йөрәк ауырыуҙарынан дауалай. Мунсала ҡайын миндеге менән сабыныу тәнде таҙарта, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә.
Яҙ көнө йыш ауырыған, ябыҡ кешеләргә ҡайын һуты эсергәндәр. Ләкин ҡайындарҙы һаҡлау тураһында ла онотмағандар. Бер ҡайындан 1 литрҙан артыҡ һут алмағандар. Һутын алғандан һуң тишек урынын балауыҙ менән һылап ҡуйғандар.
Ҡайын туҙынан ҡайнатылған һағыҙ ауыҙ ҡыуышлығы өсөн бик файҙалы. Магазиндағы һағыҙҙарға ҡарағанда тәмлерәк тә.
Башҡорт халҡы араһында ҡайын ите ашау ғәҙәте булған. Ҡайын ите – уның туҙы менән ағасы араһындағы лайлалы ҡатлам. Ҡайындың туҙын, күшмәген һыҙырып ташлағандан һуң килеп сыҡҡан лайлалы ҡатламды ҡатыҡҡа ҡушып ашағандар.