Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2020, 12:33

Урманлы төбәктә үҫкән агроном

Ауыл хужалығында эшләүе еңел түгеллеген барыбыҙ ҙа белә. Байрам да, ял да һирәк эләгә уларға. Илде икмәкле итә, халыҡ өсөн ҙур хеҙмәт башҡара был һөнәр эйәләре. Ауыл хужалығында тир түгеүсе гүзәл заттар айырыуса хөрмәт һәм һоҡланыу уята. Мәҡәләм оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта хеҙмәт итеүсе, әлеге көндә үҙ иңендә Ишембай районының баш агрономы эшен алып барыусы Фәүзиә ҒИЛМАНОВА тураһында.

Ауыл хужалығында эшләүе еңел түгеллеген барыбыҙ ҙа белә. Байрам да, ял да һирәк эләгә уларға. Илде икмәкле итә, халыҡ өсөн ҙур хеҙмәт башҡара был һөнәр эйәләре. Ауыл хужалығында тир түгеүсе гүзәл заттар айырыуса хөрмәт һәм һоҡланыу уята. Мәҡәләм оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта хеҙмәт итеүсе, әлеге көндә үҙ иңендә Ишембай районының баш агрономы эшен алып барыусы Фәүзиә ҒИЛМАНОВА тураһында.
Урманлы төбәктә үҫкән агроном ул Фәүзиә Ишмөхәмәт ҡыҙы. Тыуған яғы Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылы. Ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән.
- Миңә ун йәш тә тулмағайны атайым мәрхүм булды. Әсәйем береһенән-береһе бәләкәй балалар менән тороп ҡалды. Бик талапсан холоҡло әсәйем беҙҙе эш менән, хеҙмәт тәрбиәһендә үҫтерҙе, - тип бала сағы хәтирәләренән башланып китте әңгәмәбеҙ.
Фәүзиә бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Ләкин ҡарары ҡапыл үҙгәрә ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙҙың. Гәзиттә “Уҡырға ҡайҙа барырға?” тигән мәғлүмәттәр менән танышҡанда, агроном, инженер кеүек ятыраҡ һөнәргә иғтибар итә. Шул ваҡытта күңелендә агроном һөнәре менән ныҡлы ҡыҙыҡһыу уяна. Ауылда башланғыс мәктәпте, район үҙәге Иҫке Собханғолда урта мәктәпте тамамлағас, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына уҡырға юллана. Уны 1982 йылда уңышлы тамамлай. Һайлаған һөнәрен ғәмәлдә һынап ҡарау Көҙән ауылында “Шишмә” колхозында практика үткән мәлдә була. “Ҡыҙыу эш осорона тура килдем – ураҡ бара, ужым сәсәләр. Эшкә еңел кереп киттем, шунда уҡ һөнәремдең күңелемә ятыуын аңланым”, - тип хәтерләй ул йылдарҙы Фәүзиә Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Хеҙмәт юлын Ишембай районының орлоҡсолоҡ инспекцияһында башлай. Унда ул 25 йыл эшләй, агроном -инспекторҙан ойошманың етәксеһе вазифаһына тиклем күтәрелә. Ә 2007 йылдан төплө белгескә райондың баш агрономы бурысы йөкмәтелә.
- Һәр саҡ коллективтан уңдым. Тәжрибәле етәкселәр ҡулы аҫтында эшләү һөнәремдең нескәлектәрен аңларға ярҙам итте, - ти баш агроном. Әле генә һөнәренә килгән һымаҡ булһа ла, 38 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Эшен алмаштырыу кеүек мөмкинлектәр ҙә килеп сығып торған, тик Фәүзиә Ғилманова агроном һөнәренә тоғро ҡала. Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын ситтән тороп тамамлап, бала саҡта һайлаған һөнәренә һөйөүен йәнә бер раҫлап, юғары белем менән нығытып ҡуя.
Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра тигәнде лә тәрән аңлай ер эшсәндәре. Ауыл хужалығында эште аҙаҡҡараҡ ҡалдырыу, кисектереү мөмкин түгел.
- Һауа торошона ҡарап беҙҙең кәйеф тә үҙгәреүсән. Бөгөн сәсеү йәки ураҡты планлаштырып торғанда ямғыр яуып эш тотҡарлана икән, әлбиттә, күңел төшә. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем яландар буйлап йөрөй торған ауыр ирҙәр эше булһа ла, шул тиклем һөнәремде яратам. Ерҙе төртөп дәррәү күтәрелгән үҫентеләрҙе күреү күңел рәхәтлеге бирә. Ҡоротҡостар, ауырыуҙар шашмаһын тип теләп тораһың. Үҫемлектәр ҙа бит хас кеше һымаҡ ауырый. Баҫыуҙарҙы ҡарап, тәрбиәләп кенә торорға кәрәк, - Фәүзиә Ғилманованың был һүҙҙәрендә көндәлек эшенә ҡарата әллә күпме йылылыҡ сағыла.
Ҡайҙалыр сит тарафтарға юлланғанда ла, баш агрономдың күҙҙәре юлда түгел, ә эргәлә йәйрәп ятҡан баҫыуҙарҙа. Үҫентеләр яҡшы сыҡҡанмы? Уларҙың торошо нисек? Беҙҙекеләр ҡалышмаймы? Бына нимә хаҡында уйланып килә тәжрибәле агроном.
Райондың баш агрономы йөгө еңелдән түгел. Мул уңыш алыу өсөн заманса талаптар, мөмкинлектәр хаҡында хужалыҡтарға еткереү, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш, кәңәш бирә белеү мөһим. Тупраҡҡа ашлама индереүҙә, орлоҡ сәсеүҙә, сорттар яңыртыуҙа, ер эшкәртеү технологияларында - һәр нәмәнең үҙенсәлеге бар. Баҫыуҙарҙан мул уңыш үҫтереп алына икән, эшкә дәрт арта, күңел күтәрелә. Миҫал артынан алыҫ китәһе түгел. Үткән йылда район хужалыҡтарында гектарынан 25 центнерҙан ашыу иген, 16 центнер көнбағыш үҫтереп алыу - бик матур күрһәткес. “Был хужалыҡтарҙың оло хеҙмәте. Әйткән кәңәштәрем дә бушҡа китмәгәндер”, - ти баш агроном район уңғандары эшенә һөйөнөп.
Күңелеңде һалғанда ғына эшең ырай. Фәүзиә Ишмөхәмәт ҡыҙына ҡарап быға йәнә бер инанаһың.
- Минең йәйем һәр ваҡыт яландарҙа - диңгеҙ кеүек тулҡынланып ултырған баҫыуҙарҙа үтә. Иртүк сығып китеп, киске 9-10-дарға, хатта төнгә саҡлы эштә йөрөгән саҡтар аҙ булманы. Эш минең өсөн һәр ваҡыт беренсе урында торҙо. Шуның арҡаһында балаларымдың үҫкәнен дә күрмәй ҡалғанмын һымаҡ. Тормош иптәшем эшемдең ауырлығын гел аңлап ҡабул итте, терәген, ярҙамын тойҙом. Машинаға ултыртып район буйлап та алып сығып китә торғайны, - был һүҙҙәрҙә Фәүзиә апайҙың ҡатын-ҡыҙ булмышы, бәхете ярылып ята. Яратҡан эшеңде лә башҡарыу, ғаиләңдә аңлау ҙа табыу - барыһына эләкмәй.
Хеҙмәтеңде күрә, баһалай белеүҙәре йәнә бер бәхет. Фәүзиә Ғилманова төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән, күп йыллыҡ тырышлығы менән хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. “Үҙемдең миҫалда ауыл хужалығы белгесе эшен баһалағандары өсөн хөкүмәтебеҙгә, ауыл хужалығы министрлығына, район хакимиәтенә рәхмәтлемен”, - тип йылы һүҙҙәрен дә белдерергә онотманы.
Балаларынан да уңған егәрле замандашыбыҙ. Улы - Башҡорт дәүләт аграр университетында предприятиеларҙы энергия менән тәьмин итеү, ҡыҙы иҡтисад факультетында белем алған. Әлеге көндә үҙ өлкәләре буйынса эшләп йөрөйҙәр. Тормошта һәр кешегә кәрәкле булған төп сифат – хеҙмәт яратыуҙы улар бәләкәйҙән күңелдәренә һеңдереп үҫкән.
- Һөнәрем менән ғорурланам. Ошо тармаҡ хеҙмәтсәндәренең тырышлығы, хеҙмәте менән өҫтәлдәребеҙ ризыҡлы. Ауыл хужалығы һәр заманда иң мөһим тармаҡтарҙың береһе буласаҡ. Күмәк баланы үҫтереп, һәр беребеҙҙе уҡыуға өндәп, һөнәр алырға ярҙам иткән әсәйемә рәхмәтлемен, - ти Фәүзиә Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Йәнә ергә яҙ хужа. Фәүзиә Ғилманованың һөйләшергә лә ваҡыты булмаған тынғыһыҙ осор етһә лә, күңелгә кинәнес, әллә күпме өмөт биргән йәмле мәл дә әле уның өсөн. Баҫыуҙарҙа сәсеү эштәре ваҡытында башҡарылып, иген шаулап үҫә, мул уңыш алына икән, иртәгәбеҙ ышаныслы буласаҡ. Ауыл уңғандары быны бөгөндән хәстәрләп, бер ниндәй донъя ығы-зығыһына бирешмәй, ҡара янып яландарҙа тырыша.

ХЕҘМӘТТӘШЕҢ ФЕКЕРЕ
Минияр ӘМИНЕВ, 1981 йылдан Ишембай районының ауыл хужалығы тармағында эшләй, агроном, оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе вазифаһын башҡара, әлеге көндә “Едих” крәҫтиән-фермер хужалығында идарасы:
- Фәүзиә Ишмөхәмәт ҡыҙын орлоҡсолоҡ инспекцияһында эшләгән сағынан беләм. Уның менән бик оҙаҡ бергә хеҙмәт иттек. Күп йылдар ул райондың баш агроном вазифаһын да уңышлы алып бара. Был бик ауыр, күп ваҡытты талап итә торған тынғыһыҙ эш. Яҙҙан алып, уңыш йыйылып алынғансы яландарҙа йөрөргә тура килә, шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙға ғаиләне, балаларҙы ла ҡарап өлгөрөргә кәрәк. Был йәһәттән Фәүзиә Ғилманованы үтә тырыш, һоҡланғыс, намыҫлы кеше итеп беләбеҙ. Һөнәрен ҙурлаған кеше ул.
Читайте нас: