Бүлексә начальнигы Рөстәм Әхмәтшин белдереүенсә, штатта 18 кеше эшләүе ҡаралған. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә Ишембай һәм Стәрлемаҡ ҡалаларының янғын бүлексәләрендә әҙерлек үткән. Янғын бүлексәһе заман талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөлгән, 6 кубометр һыйҙырышлы ике автомашина һатып алынған.