Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2020, 00:22

ТӨРЛӨ ӨЛКӘ ӨСӨН МӨҺИМ ҠАРАРҘАР

Ошо көндәрҙә Ишембай районы муниципаль районы Советының сираттағы ултырышында көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа муниципаль милек арендаһы өсөн түләүҙәрҙе туҡтатып тороу – шуларҙың береһе.

Ошо көндәрҙә Ишембай районы муниципаль районы Советының сираттағы ултырышында көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа муниципаль милек арендаһы өсөн түләүҙәрҙе туҡтатып тороу – шуларҙың береһе.
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе Фәрғәт Йосоповтың докладында муниципаль милекте арендаға алғанда бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм автономлы коммерция булмаған ойошмаларҙың субъекттарына булышлыҡ итеү мәсьәләһе беренсе планға сыҡты. Шулай итеп, бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа эшҡыуарҙар аренда хаҡын түләүҙән йыл аҙағына тиклем бушатыла. Ҡарар 2020 йылдың 31 декабренә тиклем үҙ көсөндә ҡаласаҡ.
Фәрғәт Тимерхан улы шулай уҡ Ишембай районы муниципаль районы милкен хосусилаштырыу буйынса прогнозлау планын 2020 йылға раҫлау тураһында Совет ҡарарына үҙгәреш индереү һәм уны тулыландырыу буйынса һорауҙы асыҡлап үтте.
Муниципаль район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Наталья Астафьева «Айырым эшмәкәрлек төрҙәре өсөн килемгә берҙәм һалым тураһында» Совет ҡарарына үҙгәреш индереү хаҡында сығыш яһаны.
2020-2022 йылдарға муниципаль райондың торлаҡ фонды менән социаль яллау һәм яллау килешеүҙәре буйынса
файҙаланыусыларға тәғәйенләнгән түләү хаҡы тураһында хакимиәт башлығының иҡтисад үҫеше һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Элла
Титова һүҙ тотто.
Муниципаль райондың махсуслаштырылған торлаҡ фондынан торлаҡ бүлеү тәртибе Положениеһына үҙгәреш индереү тураһында мәғлүмәт менән хакимиәт башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡараусы Салауат Хәйретдинов таныштырҙы.
Ауыл хужалығы, тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология буйынса бүлек начальнигы Рафиҡ Ғабдуллин муниципаль район территорияһында ҡарауһыҙ йөрөгән малды ваҡытлыса тотоу пунктын ойоштороу тураһында һөйләп үтте. Был һорауға килгәндә, депутаттар етешһеҙлектәрҙе төҙәтеп, проектты камиллаштырыу кәрәк тигән фекергә килде.
Муниципаль район хакимиәте башлығының сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа буйынса беренсе урынбаҫары Азат Ишемғоловтың сығышы муниципаль район территорияһында даими маршруттарҙа дөйөм ҡулланышлы автомобиль транспорттарында пассажирҙарҙы йөрөтөүҙө ойоштороу тураһында Совет ҡарарына үҙгәрештәр индерелеүе хаҡында булды.
«Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районының һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙар» программаһын 2019-2024 йылдарға раҫлау тураһында» район хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин хәбәр итте. Депутаттар, программаға үҙгәрештәр индерергә, тип тауыш бирҙе.
Фото: автор
Читайте нас: