Түбәндәге ябай ғына кәңәштәр һеҙгә был йәһәттән ярҙам итер.
Тәбиғәт һәр ҡайһыбыҙҙы ҡалын сәстәр менән бүләкләмәгән. Шулай ҙа уларҙы ҡабартып күрһәтеп була. Стилистар был йәһәттән түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итә.
1. Сәстәрҙең оҙонлоғо ҡалаҡ һөйәгенән түбәнерәк булмаҫҡа тейеш. Сәс оҙон булған һайын йока күренә.
2. Сәстәрҙең оҙонлоғо бер тигеҙ булмаһын. “Баҫҡыс” рәүешендә киҫелгән сәстәр ҡуйыраҡ күренә.
3. Сәстәрҙең төҫө лә уларҙы ҡуйы итеп күрһәтә. Бының өсөн уларҙы бер нисә төҫкә буяйҙар, әммә төҫтәр бер-береһенә яҡын булырға тейеш.
4. Сәстәр ҡуйы күренһен өсөн уларҙы йыш йыуырға кәрәк, әммә көн һайын түгел. Бөгөн күптәр “ҡоро шампунь” ҡуллана. Был һеҙгә лә ярҙам итергә мөмкин.
Һәр ваҡыт матур булайыҡ, ҡыҙҙар!