Үҙ аллы ҡурсаланыу, дистанциялы уҡыу, башҡа сикләүҙәр ваҡытында кеше кире психологик факторҙар йоғонтоһона бирешеүсән. Ошоларҙы иҫәпкә алып, ололарға ла, балаларға, йәштәргә лә психолог ярҙам, шул иҫәптән экстрен рәүештәгеһе кәрәклеген беребеҙ ҙә инҡар итмәҫ.
Бындай ярҙамды “Инсайт” психологик медицина социаль ярҙам үҙәге нигеҙендә эшләп килгән Ышаныс телефоны хеҙмәткәрҙәре күрһәтә ала. Белгестәр тарафынан үҙ-ара бәйләнештең төрлө төрҙәре булдырылған, күңел торошо, психологик проблемалар менән бәйле бөтә һорауҙар буйынса онлайн-консультациялар ойошторолған. Кеше теләй икән, үҙен танытмай, аноним рәүештә белгес ярҙамын, кәңәшен ала.
Үҙәктең директоры Гөлнара Ҡоҫапҡолова аңлатып үтеүенсә, квалификациялы психолог ярҙамы алырға теләгәндәр дүшәмбенән алып йомаға тиклем 9.00 сәғәттән 20.00 сәғәткәсә, шәмбе көндө 9.00-дан 15.00-ға тиклем 8-917-760-76-14 телефон номерына шылтырата ала.