Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2020, 15:18

Ҡарағат крыжовникты яратмай!

Емеш ағастары ултыртыуҙың тәртибе бар. Үҫентеләрҙе һайлап алғас, ултыртаһы ерҙең сифатына иғтибар итергә кәрәк.

Емеш ағастары ултыртыуҙың тәртибе бар. Үҫентеләрҙе һайлап алғас, ултыртаһы ерҙең сифатына иғтибар итергә кәрәк. Ерҙең сифаты уларға ҙур йоғонто яһай. Тупраҡҡа эзбиз керетмәйсә, еләкле культураларҙы ултыртыу файҙаһыҙ буласак. Баҡсағыҙҙа ер уңдырышһыҙ, ауыр икән, үҫентеләр ултыртыр алдынан минераль һәм органик ашлама керетергә һәм ҡом ҡушырға кәрәк.

Баҡса схемаһын алдан уйлап утыртыу яҡшы, әлбәттә. Бер-береһенә яҡын туған булған үҫентеләрҙе яҡын ултыртырға кәңәш ителмәй, мәҫәлән, ҡарағат менән крыжовник, ҡурай еләге менән баҡса еләге күрше булмаҫҡа тейеш. Ә бына алмағас менән ҡурай еләге бер-береһенә киреһенсә ярҙам итә. Уларҙы яҡын ултыртҡан осраҡта, мул уңышҡа өмөт итергә була.
Үҫентеләрҙе бер-береһенә яҡын ултыртыу ауырыуҙарҙың күбәйеүенә килтерәсәк, уңышты күпкә кәметәсәк. Улар араһында һауа һәйбәт йөрөргә, ҡояш нурҙары иркен үтеп керергә тейеш.
Фото: интернет
Читайте нас: