Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2020, 02:39

Табиптар махсус режимда эшләй

Коронавирус пандемияһы осоронда муниципаль райондың медицина учреждениеларында инфекцияны булдырмау маҡсатында төрлө саралар күрелә. Ошо сәбәпле гәзит уҡыусылар араһында ла күп кенә һорауҙар тыуа. Уларҙы беҙ Ишембай Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий ШАПОЧКИНҒА йүнәлттек.

Коронавирус пандемияһы осоронда муниципаль райондың медицина учреждениеларында инфекцияны булдырмау маҡсатында төрлө саралар күрелә. Ошо сәбәпле гәзит уҡыусылар араһында ла күп кенә һорауҙар тыуа. Уларҙы беҙ Ишембай Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий ШАПОЧКИНҒА йүнәлттек.
- Валерий Сергеевич, әлеге шарттарҙа ҡалала поликлиникалар эше нисек ойошторолоуы тураһында аңлатып үтһәгеҙ ине.
- Ишембай үҙәк район дауаханаһы ябылманы, көндәлек эшмәкәрлек дауам итә. Әммә коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы булыу сәбәпле әле пациенттарға тик ашығыс медицина ярҙамы ғына күрһәтелә. Үҙаллы изоляцияланы тәьмин итеү һәм аралашыу аша инфекция йоҡтороу мөмкинлеген кәметеү маҡсатында әлегә 1 июнгә тиклем планлы медицина ярҙамын күрһәтеү сикләнде, диспансер ҡарауҙары һәм медицина тикшереүен үтеү туҡтатылды. Медицина ярҙамына мохтаж булғандарға ике поликлиниканың табиптары ла уны йортта күрһәтә. Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә Докучаев урамы, 10а адресы буйынса урынлашҡан поликлиникала тар белгестәрҙең ашығыс консультацияһы һәм өҫтәмә тикшереү талап ителгән сирлеләрҙе ҡабул итеү алып барыла. Стационарға тик тиҙ медицина ярҙамы кәрәк булғандар ғына һалына. Планлы госпитализациялау үҙаллы изоляция осоронда туҡтатылды. Ҡала һәм район халҡын ашығыс кәрәк булмаған осраҡта поликлиникаларға йөрөмәүҙәрен һорайым. Табипты 2-82-04 (Стахановсылар урамы, 75 адресы буйынса урынлашҡан 2-се поликлиника) һәм 4-12-21 (Докучаев урамы, 10а адресы буйынса урынлашҡан 1-се поликлиника) телефон һандары буйынса саҡыртырға кәрәк.
- Гәзит уҡыусы күптән түгел Мәскәүҙән күршеһе ҡайтыуы менән уртаҡлаша, уның үҙаллы изоляцияла булыуын йәшәү урыны буйынса тикшерәсәктәрме, тигән һорау борсой.
- Үкенескә ҡаршы, ундай хәлдә берәүҙе лә көсләп мәжбүри тота алмайбыҙ. Бөтә нәмә кешенең яуаплылығынан тора. Сит төбәктәрҙән ҡайтыусы граждандар тураһында мәғлүмәттәр беҙгә Роспотребнадзорҙан, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан, Эске эштәр бүлегенән килә. Әммә район һәм ҡала халҡы уларҙың исем-шәрифен һәм йәшәгән адресын үҙәк район дауаханаһының эпидемиология бүлегенә хәбәр итә ала. Телефондар: 2-44-02 йәки 8-917-404-41-04. Мәғлүмәт ул кеше теркәлгән поликлиникаға тапшырыла һәм иҫәпкә алына.
- Вахтанан ҡайтыусы ишембайҙарға үҙаллы изоляция үтеү һәм коронавирусҡа анализ тапшырыу талап ителәме?
- 14 көнгә үҙаллы изоляцияла булыу тәҡдим ителә. Әгәр өйҙә ауырға тура килһә һәм шарттар булмаған осраҡтарға ҡалала 2-се башҡорт гимназия-интернатында махсус бина-обсерваторҙар булдырылды. Ошо маҡсатта уҡыу корпусынан айырым блокта ятаҡ бүленде. 120 кешегә иҫәпләнгән бүлмәләр әҙер, әле уларҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса эш алып барыла. Туҡландырыу муниципаль район бюджеты иҫәбенә ойоштороласаҡ. Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы Анна Попова ҡарарына
ярашлы, Рәсәй биләмәһенә киҫкен респиратор ауырыу билдәләре менән ҡайтыусылар, сирле кеше менән аралашыусылар, “внебольничная пневмония” диагнозы булғандар һәм ОРВИ менән медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән 65 йәштән өлкән кешеләргә мотлаҡ рәүештә анализ эшләнә. Шулай уҡ COVID-19 менән зарарланыу ҡурҡынысы булған медицина хеҙмәткәрҙәре лә аҙнаһына бер тапҡыр тикшерелә. Әммә башҡа төбәктән ҡайтҡан һәр кем, теләге булһа, анализ тапшыра ала. Бының өсөн үҙеңдең участка табибыңа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- Ҡалала чумаға ҡаршы костюмдар кейгән кешеләр ҡайһы хеҙмәткә ҡарай һәм улар ниндәй маҡсат менән фатирҙарға, йорттарға йөрөй?
- Был костюмдарҙы беҙҙең хеҙмәткәрҙәр коронавирус инфекцияһына шикле булған үҙаллы изоляциялағы пациенттарҙың йорттарына барған саҡта хәүефһеҙлек өсөн кейә.
Ошолай кейенгән хеҙмәткәрҙәребеҙ ҡурҡыу тыуҙырырға тейеш түгел, был хәүефһеҙлек талабы.
- Кеше ике аҙна үҙаллы изоляцияла булғандан һуң эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһындағы ҡағыҙҙы нисек һәм ҡайҙан алырға?
- Үҙаллы изоляцияға китер алдынан иң беренсе 1301 (подразделение коды 530) берҙәм телефон номеры буйынса йәки теркәлгән поликлиникаға шылтыратып (ред. 2-се поликлиника - 4-12-21; 1-се поликлиника - 2-82-04), өйгә участка терапевтын саҡыртырға кәрәк. Тик шул саҡта ғына һеҙгә “больничный” ҡағыҙы асыла, һуңынан уны, тейешле ваҡыт уҙғас, табип үҙе һеҙгә килеп яба.
- Әле медосмотр үтергә мөмкинме?
- Эпидемиология хәлгә бәйле медицина һәм психиатрия тикшеренеүҙәре туҡтатылды. Барлыҡ документтарҙың яраҡлылыҡ ваҡыты (мәҫәлән, автотранспортты страховкалау һәм башҡалар) ярты йылға тиклем оҙайтылды.
- Теш бик һыҙлаған осраҡта стоматология поликлиникаһында ауырыуҙы ҡабул итәсәктәрме?
- Әлбиттә. Бөгөнгө көндә стоматология поликлиникаһында тиҙ ярҙам күрһәтелә.
Ишембай үҙәк район дауаханаһы эшенә бәйле һорауҙарҙы баш табип Валерий Сергеевич Шапочкинға 2-60-15 телефоны буйынса бирергә мөмкин.
Читайте нас: