Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2020, 22:00

"Балам, ни эшләнең, ул бит һинең атайың..."

Полиция капитаны Искәндәр Ҡорбанғолов кискеһен эске эштәр бүлегенә килеп, сменаны ҡабул итеп алды ла журнал тултырыу мәшәҡәтенә күмелде. Ул-был иткәнсе сәғәт телдәре ун икене һуҡты.

Полиция капитаны Искәндәр Ҡорбанғолов кискеһен эске эштәр бүлегенә килеп, сменаны ҡабул итеп алды ла журнал тултырыу мәшәҡәтенә күмелде. Ул-был иткәнсе сәғәт телдәре ун икене һуҡты.
Район үҙәгендә йәшәй ул, әсәһе бер үҙе генә үҫтерҙе, мәктәп йылдарында атаһы ташлап сығып китте. Төнгө дежурлыҡҡа биш йыл элек күсте.
Сираттағы шылтыратыуҙы ҡабул итте: атаһы әсәһен һыу эскеһеҙ итеп туҡмаған, ҡыҙы был турала илай-илай һөйләне. Бәй, Сағанлы уның тыуған ауылына күрше генә бит. Ғаилә ыҙғышы урынына бармай сара юҡ. Юл ыңғайы булһа ла Энәлеккә һуғылмаҫҡа ҡарар итте, ете төн уртаһында яңғыҙ йәшәгән әсәһен борсоғоһо килмәне.
Уның ҡарауы, кире ҡайтышлай йорттарының тәҙрәләрендә ут яныуы иғтибарын йәлеп итте. Сәғәтенә күҙ һалды – бишенсе ярты. “Өлкән бит, бәлки, утты һүндерергә онотҡандыр”, – тип үҙен йыуатырға маташһа ла, барыбер ҙә күңеле урынында түгел ине. “Әллә тағы... Юҡ булмаҫ”, – тип үҙен тынысландырырға итте. “Күрәләтә үтеп китә алмайым, юҡ, инеп сығырға кәрәк”, – тине лә автомобилде һулға борҙо.
Электр утының яныуы түҙерлек булған, ә бына өй эсендәге тауыш... Искәндәр һаҡ ҡына соландың ишеген этте, уныһы инәлтеп кенә асылды. Бесәй шикелле генә баҫып килеп өйҙөң ишегенә ҡолағын терәне. Хәйер, былай ҙа барыһы ла көслө ишетелә.
"Мөғлифә, һин мине кисерә күр, йәме, – тине ҡарлыҡҡан ят тауыш. – Үткән үткән инде, буяуы уңған. Бөгөнгө менән йәшәйек, юҡ, киләсәккә ҡарап! Артабан бергә булайыҡ".
Рюмкаларҙың сыңлауы табындың оҙаҡ барыуына ишара ине.
“Уның әсәһенән кемдер ғәфү үтенә?” Егеттең уйҙары тамам сыуалды. Бер ҡайтҡанында әсәһен күршеләге эскесе ирҙең самогон менән һыйлағаны иҫенә төшкәс, билдәһеҙ әҙәмгә асыуы ҡабарғандан-ҡабарҙы, йоҙроҡтары төйнәлде. Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәгән Искәндәр өйгә ҡапыл килеп инде лә ишеккә арҡаһы менән ултырған ирҙең яурындарынан тотоп, ҡасандыр атаһы сығарған мейес яғына ырғытты. Көслө лә һелтәмәне кеүек, еңелсә генә, әммә... Ят кеше һуйып ташланған ҡаҙ шикелле һуҙылып төштө лә өнһөҙ ҡалды...
"Балам, нишләнең, ул бит һинең атайың..." – тип кенә әйтеп өлгөрҙө әсәһе, әммә һуң ине инде...
Илдар Акьюлов
Читайте нас: