Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2020, 11:20

"Был минең донъям! Ишеттеңме?"

Өммөгөлсөм сепрәк сумкаһын һөйәлләнеп ҡатҡан ике ҡулы менән ҡымтып тотоп тышҡа сығырға әҙерләнгәндә ҡыҙының күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышты. Ғәзиз балаһын көйҙөрмәҫ, уға ыҙаһын һалмаҫ өсөн. Үҙенең өйөнә ҡайтып китәсәк ул.

Өммөгөлсөм сепрәк сумкаһын һөйәлләнеп ҡатҡан ике ҡулы менән ҡымтып тотоп тышҡа сығырға әҙерләнгәндә ҡыҙының күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышты. Ғәзиз балаһын көйҙөрмәҫ, уға ыҙаһын һалмаҫ өсөн. Үҙенең өйөнә ҡайтып китәсәк ул.
Ә сумкаһында нимә инде - бер яулығы ла, ике күлдәге. Кейәүе менән ҡыҙына килгәндә сумкаһы туп-тулы ине, кәнфит-печенье кеүек күстәнәстәрен сығарып һалғас, ул бушап ҡалды.
Әбей ҙур ниәттәр менән килгәйне йәштәргә: ейәне менән ейәнсәрен мәктәпкә оҙатып ҡаршы аласаҡ, өйҙә булмағандарында бәләкәстәрен ҡарап торасаҡ. Ғөмүмән, ҡыш ҡына йәшәр ҙә, тәүге ҡыйыҡ тамсылары ишетелгәс үк, үҙенең ауылына кире юлланасаҡ. Ҡыҫҡаһы, әсә кеше берҙән-бер ҡыҙына һыйманы.
Ҡәйнәһе уларҙың иркен йорт ишеген асып инеү менән кеше яратмаған, ҡунаҡ саҡырмаған кейәүе Ҡадирҙың йөҙө ҡара болот кеүек булды. Шул көндән кәләшен әрләүҙән бүтәнде белмәне. Уныңса, Һөйәрбикә ашарға бешерә белмәй, аҡсаны уңлы-һуллы елгәрә. Имеш, әсәһе уны бер нәмәгә лә өйрәтмәгән. Бер көн туҙынып ҡайтып инеп, тағы ҡатынына көсөн төшөрҙө.
"Үҙеңде генә ҡайғыртып йәшәмә, – тип ҡаҙалды кәләшенә. – Был минең донъям! Ишеттеңме?"
Ә теге саҡ Ҡадир шешәләш иптәшен эйәртеп килеп инде. Ирҙәр хәбәренә ҡыҫылмайым тип, кәләше тышҡа сығып мал тирәһендә уралды. Ә төпкө өйҙәге Өммөгөлсөмгә иҫеректәрҙең хәбәре ап-асыҡ ишетелде.
"Бына, Сабит, һиңә рәхәт. Ә беҙҙә... Йорт бәләкәс, етмәһә, бынау ҡарсыҡ килеп эйәләште лә сығып китергә уйламай ҙа. Ҡыҙы менән бергә ҡыуып сығарырғамы?.."
Өммөгөлсөмдөң хәтере ҡалды, унан да бигерәк ҡыҙы өсөн ҡото осто. Иртәгәнән дә ҡалмай ҡайтып китергә ҡарар итте ул. Ныҡлы ҡарарға килде. Балаһы бәхетле булһын...
Фото: fashionbeans.com
Ильдар Акьюлов
Читайте нас: