Уның менән аллергиктарҙың кейемдәрен йыуалар, аяҡҡа сыҡҡан “бәшмәк”те бөтөрә, янған урынға ла һөртәләр һ.б.
*Ысынлап та, керҙе таҙартыуҙа уға етеүсе йыуыу сараһы юҡ. Медицинала ла уны ҡулланалар. Сөнки шифаһы бар. Ул дезинфекция өсөн бик яҡшы.
*Әгәр балағыҙ йә үҙегеҙ ҡолап, тубыҡ-терһәкте яралаһағыҙ, йәрәхәтләнгән урынды ла һабын иҙмәһе менән йыуығыҙ.
*Берәй бөжәк йә хайуан тешләһә лә, ҡулығыҙҙа башҡа нәмә булмаһа, нәҡ кер һабыны ярҙамға килер.
*Тәнегеҙҙең әҙ генә өлөшөн ҡапыл яндырһағыҙ, кер һабынын һыулап һөртөгөҙ ҙә кипкәнсе теймәй тороғоҙ. Күберсеп сыҡмаҫ.
*Танауығыҙға тымау тейҙеме? Мамыҡты һабынлы һыуға тығып, шуның менән танау ҡыуышлығын һөртөгөҙ.
*Геморрой аҙып китмәгән булһа, кер һабынынан шәм эшләп алырға та тәҡдим итәләр. 10 көн дауамында төнгөлөккә ҡуйырға кәрәк.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!