Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2020, 17:33

АШЛЫҠ ҠАРҒЫШЫ (ХИКӘЙӘ)

Май айының иң йәмле, иҫ киткес матур көндәре. Туғайҙар ап-аҡ муйыл сәскәләре менән тулған, хуш еҫтәренән баш әйләнә. Өҙҙөрөп һандуғас һайрай, иртәнән кискә тиклем кәкүк тә үҙенең моңло тауышын йәлләмәй тәбиғәткә йәм өҫтәй. Мең төрлө ҡоштар тауышына Һүрәм йылғаһы ла йырлап ҡына ҡушыла, ул да яҙғы ташҡындан һуң арығандыр, ахыры, ярһымай тыныс ҡына ағып ята. Бөтә ер өҫтөнә йәшел балаҫ йәйелгәндәй.

Май айының иң йәмле, иҫ киткес матур көндәре. Туғайҙар ап-аҡ муйыл сәскәләре менән тулған, хуш еҫтәренән баш әйләнә. Өҙҙөрөп һандуғас һайрай, иртәнән кискә тиклем кәкүк тә үҙенең моңло тауышын йәлләмәй тәбиғәткә йәм өҫтәй. Мең төрлө ҡоштар тауышына Һүрәм йылғаһы ла йырлап ҡына ҡушыла, ул да яҙғы ташҡындан һуң арығандыр, ахыры, ярһымай тыныс ҡына ағып ята. Бөтә ер өҫтөнә йәшел балаҫ йәйелгәндәй. Алмағастар ап-аҡ сәскәләргә күмелгән. Ошо иртәне инәйем менән иҫебеҙ китеп күҙәтәбеҙ. Ул ҡайҙа барһа ла мине эйәртеп йөрөй. Ҡаҙҙарҙы ла, быҙауыбыҙҙы ла бергә ҡыуабыҙ. «Иртәнсәк йоҡлап ятма, ҡыҙым, Хоҙай бәхет өләшә», – тип, мине өйрәтә. Бер көн быҙау ҡыуа сыҡһам, инәйем күренмәй, йүгереп инһәм, аяҡтарын ыуып тупһала ултыра.
– Балам, мин бөгөн ҡыуыша алмам, аяҡтарым ныҡ һыҙлай, үҙең генә ҡыуып ҡайт, балалар йоҡлай, олатайың атын алырға китте, тиҙ ҡайтмай торған. Мин һин ҡайтыуға сәй ҡуям, сәй эсербеҙ, – тип ултырып ҡалды. Ҡайтҡас, икәүләп сәй эстек, ул самауыр яңыртырға сығып китте, мин һауыт-һабаны йыя һалдым да, төпкө өйгә индем. Күҙ яуын алып ултырған, гөлдәренә һоҡланып торғанда тәҙрә төбөндәге иҫке генә китапты күреп ҡалдым. Бик боронғо китап, биттәре һарғайып, ҡойолоп бөткән, биттәрендә ҡәләм менән яҙылған юлдар ҙа бар. Әллә көндәлек, әллә шиғыр юлдары, таҡмаҡтар ҙа бар. Инәйем килеп ингәс, минең ҡулымдағы китапты күрҙе лә, төҫө ҡасты.
– Ҡағылма ул китапҡа, балам, мин уны һаҡлап ҡына тотам, берәүгә лә уҡытмайым, һыҙланыуға түҙә алмай, йоҡлап булманы, шунда алып уҡып ятҡайным, йыйырға онотҡанмын, – тине. Китабын зәңгәр яулыҡҡа төрөп, сығып китте. Уны уҡығым килеп һораһам да, бирмәне.
– Үҙем буш ваҡытта, бер һөйләрмен әле, – тигәс ныҡышманым. Ямғырлы көндә үҙе килеп инде лә: «Балам, башты ҡара әле, шул тиклем башым ауырта, һинең ҡулдарың тейһә – ауыртыуы баҫыла торған”, – ти.
– Инәй, китапты һөйләһәң генә ҡарайым, – тинем дә, уны тубыҡтарыма һалып башын ҡарай башланым.
– Һине, ҡыҙым, шул тиклем яратам. Үҙемдең балам кеүек күрәм, берәүгә лә һөйләмәгән тормошомдоң үткәнен һөйләйем. Һинең кеүек минең дә сәскә кеүек саҡтарым булды. Атлап түгел, йүгереп йөрөй торғайным. Йәшлегемдең иң матур ваҡытын ҡәһәр һуҡҡан һуғыш тартып алды. Атайҙар, ағайҙар, ауылдың ир-егеттәре һуғышҡа китеп бөттө. Бөтә эш ҡарт-ҡоро, бала-саға, беҙҙең кеүек йәш ҡыҙҙарға ҡалды. Иртәнән-кискә тиклем эш. Төнө буйы клубта бейейбеҙ. Йәштәш егеттәребеҙ ҙә һуғышҡа алынды. Минең дә Исмәғилемә повестка килде. Уның гармунда уйнауҙары! Шул тиклем өҙҙөрөп уйнай торғайны, бейемәгән кеше ҡалмай ине.
Бер көн килеп: «Йәмилә, мин һуғышҡа киткәнсе, һиңә өйләнеп китәм, әсәйем шулай ҡушты, – тине. Әсәһе лә килеп ингәс, ризалығымды бирҙем. Уны шул тиклем яраттым, ул да минең бөгәремә төшөп торған сәстәремде ҡулына урап-урап, һыйпап, мине ярата торғайны.
– Ошо сәстәрең мине үҙеңә ғашиҡ иттерҙе, Йәмиләм, һине һағынырмын инде, үҙеңде һаҡла, әсәйемде лә онотма, хат яҙып тор. Әгәр балабыҙ булһа, мине яратҡан кеүек ярат, түҙ, мине көт, мин һинең өсөн генә ҡайтырмын, – тине. Ауылды гармунда уйнап сығып китте, әллә ҡайҙа киткәнсе уның тауышы ишетелеп торҙо. Инәйем һөйләй, туҡтап тора ла, тағы һөйләй, үҙенең күҙҙәренән йәш тубырлап аға.
Тәүге мәлдәрҙә һирәкләп булһа ла хаттары килде. Көн дә әсәһенә инеп хәл белешеп торҙом. Эштән ҡурҡманым, ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләнем. Көнө буйы колхоз эше, ай яҡтыһында үҙебеҙгә бесән сабабыҙ, утын ташыйбыҙ. Эш, аслыҡ үҙәккә үтә башланы.
1943 йылдың көҙө лә килеп етте. Үҙәккә үтерлек һыуыҡ. Иртәнән алып кискә тиклем эшләйбеҙ, йүнле ат та юҡ, үгеҙ егеп станцияға ашлыҡ ташыйбыҙ. Ҡайһы саҡта 2-шәр тәүлек йөрөйбөҙ. Атайым, ике ағайым һуғышҡа киткәс, әсәй ҙә ныҡ биреште, һылыуым атайҙы һағынып, һарыға һабышты, бәләкәй ҡустым, атлай ҙа алмай, шыуышып ҡына йөрөй. Ярай әле беҙгә шыйыҡ ҡына өйрә бешерәләр, мин уны өйгә алып ҡайтам. Ҡустым имгәкләп, туң тупһаға сығып ҡаршы ала. Йән өшөткөс «похоронка»лар килә башланы ауылға. Беҙгә лә килде ул ҡара ҡағыҙ. Атайым вафат булды, бер ағайым хәбәрһеҙ юғалды. Исмәғилемдән дә хат килмәй башланы. Төрлө яҡлап тормош кире яғын күрһәтеп кенә торҙо беҙгә. Әсәйемдең дә хәле мөшкөл. Минең дә эштәр яҡшынан түгел. Ҡорһағым да беленеп ҙурая башланы, бейемемә барып хәлемде һөйләйем. Ул мине яратып, йыуатып ҡайтара. Әсәйем көйәләнә, төндәр буйы илап сыға, һылыуым стенаға һөйәлеп кенә ултыра. Ауылдаштар көндән-көн күберәк үлә.
Бригадир Фәхри ҡарт: «Балалар, өйҙәгеләрҙе нисек тә һаҡлап ҡалыр кәрәк, ҡайтҡанда берәр ус бойҙай алып ҡайтығыҙ, бер үк һиҙҙертмәгеҙ», – тигәс, берәр ус бойҙайҙы галоштың онторағы аҫтына һалып алып ҡайттыҡ. Әсәйем: «Ҡыҙым, хәйерлегә генә булһын», – тип, солан тупһаһы аҫтына тығып ҡуйҙы.
– Әсәй, тағы бөгөн ошо хәтлем алып ҡайтырмын, – тип эшкә киттем. Килгәс, аптырап киттем: райондан килгән уполномоченный Фәхри ҡартты, мине, өс иптәшемде саҡыртып алды.
– Һеҙ ашлыҡ урлағанһығыҙ, – тип, беҙҙе районға алып китте. Алып килеп бикләнеләр, беҙҙе ошаҡлаған булғандар икән. Берәрләп саҡырттылар. Ғүмеремдә милиция күрмәгәс, ҡотом осто.
– Урланыңмы? – тигәс «алдым», – тинем дә ҡуйҙым, ғүмерҙә лә алдашмағас. Ҡыҙҙар алдағас, уларҙы кире ҡайтарып ебәргәндәр, ә Фәхри ҡарт менән мине төрмәгә яптылар. Беҙҙе Белорет урмандарын ҡырҡырға алып барып ташланылар. Иртәнән-кискә тиклем күмәкләп урман ҡырҡабыҙ, билдән ҡар йырып йөрөйбөҙ, күтәреп ташыйбыҙ, өйгә ҡараңғыла ғына ҡайтабыҙ. Өҫ-аяҡ манма һыу, алмаш кейем юҡ. Ут яғып, туңған сылғауҙарҙы иретеп, киптерергә эләбеҙ, туңып ҡыҙарған аяҡтар ҡыҙышып һыҙлай, эҫе һыу ҡойоп, аяҡтарҙы тасҡа тығып ултырабыҙ.
Иртәнсәк тағы урман, төшкә туҡтаған арала ут яғып, силғауҙарҙы ҡуҙ өҫтөнә йәйә һалып иретеп алабыҙ ҙа, һүнгән көлгә йәйеп киптерәбеҙ. Күмәкләп илайбыҙ, теге китап битенә кем шиғыр, кем йыр, кем башынан үткәнен яҙа бара. Фәхри ҡартыбыҙ юлдан аҙашып, туңып үлде. Мине лә хәсрәттең иң олоһо эҙләп тапты. Йөк тейәлгән санам ҡолап шуны күтәргәндә билем биртенгән, иҫемде юйып ҡар өҫтөнә ҡолағанмын. Шул сәбәпле баламды юғалттым.
Оҙаҡ аяғыма баҫа алмай ауырып яттым, таныш урыҫ әбейе мине ҡараны, яҙға табан һауыҡтым. Оҙаҡ ятыуҙан башым бетләп китте. Сәсемде ҡырҡып, башымды тап-таҡыр итеп алдылар.
Исмәғилем ҡайтып төшһә ни тиер инде, ошо сәстәремде һыйпап-һыйпап ярата торғайны, күпме егеттәр ғашиҡ ине ошо сәсемә, баламды ла һаҡлап ҡала алманым, тип өҙгөләнәм. Әсәйемде, туғандарымды һағынып, йөрәгем һыҙлай. Урыҫ әбейемә нисек булһа ла, әсәйемә хәбәр итергә ҡуштым. Һәйбәт әбей ине. Бер көнө әсәйем килеп төштө. Мине йәлләп иланы ла, иланы. Икенсе ағайымдың да үле хәбәре килгән. Ҡустым мине көн дә зарығып көтөп, үлеп киткән. «Апайым миңә күп итеп икмәк алып ҡайта», – тип гелән тупһаға сығып көткән, һыуыҡ та үткәндер инде. Һылыуымдың һаулығы ла шәптән түгел икән. Минең менән урлашып эләккән ҡыҙҙар ауылға кире ҡайтҡандар. Береһе теге уполномоченныйҙың һөйәркәһе булып теттереп йәшәп ята, икенсеһе быжыр Ситдыҡҡа кейәүгә сыҡҡан, ә иң матур, һылыу Нисабыҙ, уполномоченный көсләгәс, ғәрлегенән кәрәсин эсеп үлгән. Әсәйем зар илап ҡайтып китте.
Мин әкренләп һауыға башланым, ыҫмала ҡайнатҡан мейескә утын ғына һалып торҙом. Шулай итеп, Еңеү яҙы ла килде. Мине ҡайтарырға ла уйламайҙар. Иртәнән кискә тиклем башымды баҫып, ни ҡушһалар, шуны эшләп йөрөнөм. 1946 йыл ҡыш ҡайтарып ебәрҙеләр. Әҙ-мәҙ өҫтөмә бирҙеләр, ҡулға аҙыраҡ аҙыҡ, аҡса тотторҙолар. Шулай ҡайтып төштөм ауылға. Һылыу ғынам тәҙрә төбөндә ултыра, әсәйем ниҙер эшләп йөрөгән була. Иртәгәһе көндө үк эш һорап кәнсәгә киттем. Мине һалҡын ғына ҡаршы алдылар. Төнөн ат ҡарарға ҡарауылсы, солярка ташырға, кәнсәгә утын килтерергә ҡуштылар. Ауылдаштарыма ла эйәләшеп китә алманым, эштән ҡурҡмай көнө-төнө эшләнем, ҡәҙерем дә булманы, маҡтаманылар ҙа. Тиңдәштәрем донъя көтә, балалары бар. Һуғыштан ҡайтҡан һалдаттар менән йәшәп яталар. Исмәғилемде юҡһынам, төндәр буйы илап сығам, әсәһенә инеп ярҙамлашам, үҙенсә йыуатҡан була бахырҡайым...
Инәйем һулҡылдап-һулҡылдап илап ала ла тағы һөйләй:
–Ҡайтты ул минең Исмәғилем. Көн дә, төн дә көтәм – килеп тә әйләнмәй. Гармун уйнап, йәштәр менән клубта уйнап тик йөрөй, түше тулы орден, миҙалдар. Һағыныуымды еңә алмай, клубтың тәҙрәһенән генә уға ҡарап ҡайта торғайным. Бер көн кәнсәлә осраштыҡ. Килеп ҡосаҡлап алыр микән тип көтөп торһам, ул шул тиклем яман итеп ҡараны ла «тюремщик, беҙ һуғышта, ә һин ашлыҡ урлап ятаһың!» – тине. Күҙ алдым ҡараңғыланып китте, ҡоламаҫҡа тырышып, атыма саҡ барып еттем, арбама йығылдым да ауылдан сығып киттем. Ҡарһаҡлы йылғаһына килеп етеп, ергә ятып үкереп-үкереп иланым, шунан атымды килгән юлдан кире ауылға бороп ебәрҙем. Сәсемде тарап, битемде йыуып, кейемемде сисеп һалып, юл ситендәге ҡайынға аҫылындым.
– Ҡыҙым, күҙеңде ас әле, ҡыҙым, тигән тауыш тоноҡ ҡына ишетелеп ҡалды. Күҙемде асып ебәрһәм, ике ир миңә төбәлеп ултыралар.
– Асты күҙен, асты! – тип ҡысҡырышалар. Ә мин:
– Нишләп мине ҡотҡарҙығыҙ, минең йәшәгем килмәй, минең үлгем килә, – тип илайым. Улар мине йыуата, кейендереп, арбаларына ултырттылар.
– Әйҙә, һылыу, ауылыңа алып барабыҙ, – тиҙәр.
– Ҡайтмайым мин ауылға, барыбер үләм! – тием.
– Нишләп юҡты һөйләйһең? Ана, ҡара әле, ҡайһылай матур итеп ябалаҡлап, ҡар яуа. Әйҙә барайыҡ, – тип инәлә олоһо.
Ҡайтмайым, тигәс, арбаларына ултыртып, бына ошо ауылға алып ҡайттылар. Бына олатайыңа ҡатын, ә уның 3 ҡыҙына, 1 улына әсәй булдым да ҡуйҙым. Тешемде ҡыҫып түҙҙем. Һуғыштан ҡайтҡан ирҙәр бер мәл шул тиклем шаштылар, эстеләр, бисә өҫтөнә бисә алдылар. Үҙемдең дә балам тыуҙы: 4 ҡыҙ, 2 малай. Бабайҙың балалары башлы-күҙле булып бөттө, ярҙам итешеп йәшәйҙәр, йәй картуф уташып, өй һылап китәләр. Башымды баҫып түҙергә тырыштым. Донъяны ҡулдан килгәнсә, кеше көлмәҫлек итеп көттөк. Тик һыҙланыу үҙәккә үтә шул, аяҡтарыма һыуыҡ үтеүҙәндер инде.
– Һин, ҡыҙым, мине, инәй үҙең генә ултырғанда, гел илайһың, тиһең. Илайым шул. Һинең кеүек саф ҡыҙ саҡтарымды, йәшлегемде, тәүге мөхәббәтем Исмәғилемде һағынып илайым.
– Инәй, ә Исмәғилеңде башҡа күрмәнеңме, ауылыңа башҡа барманыңмы? – тием. Бер аҙ тын ятҡас, ауыр көрһөнөп:
– Барҙым, ҡыҙым, әсәйемде ерләргә бабайым менән 6 баламды ултыртып, барҙыҡ. Һылыуым кейәүгә сыҡты, уның да балалары бар, килеп йөрөйҙәр. Исмәғил илап ғәфү үтенеп килеп йонсотто, олатайың ғына белмәй. Ул ауылға килһә – ҡасып, йәшенеп ҡалғыланым. Әллә нисә тапҡыр ҡатын алып ҡараны, йәшәп китә алманы. Гармун ҡосаҡлап туйҙан-туйға, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөп, ныҡ эскегә һабышты. Гармунын ҡосаҡлап ҡына, өйөнә ҡайтып етә алмай, туңып үлгән. Клубта йәштәрҙе бейетһә: «Их, һеҙ, минең Йәмиләм кеүек бейей белмәйһегеҙ», – тип илай торғайны, тиҙәр. Әле лә һағынам, балам, Исмәғилемде, үҙем генә ғәйеплемен яҙмышыма шул бер ус бойҙай емерҙе минең тормошомдо. Минең ғәйеп менән мөхәббәтебеҙҙең емеше, Исмәғилемдең балаһын, йәшлегемде лә, Исмәғилемде лә юғалттым. Иң яратҡан кешеңде юғалтытуҙан да ауыр ҡайғы юҡ ул донъяла. Ауыр саҡтарҙа ошо китапты алып уҡыйым. Китапта үҙем генә кисергән михнәттәр, минең менән бергә ғазапланған әхирәттәремдең кисерештәре, яҙмыштары яҙылған. Әле һиңә уҡырға бирмәйем. Олатайың да белмәй минең төрмәлә ултырыуымды, бәлки, ишеткәндер, ләкин миңә бер ваҡытта ла белгертмәне. Ауылда ла мине яҡшы, егәрле килен итеп кенә ҡабул иттеләр. Һирәк барам тыуған ауылыма, һөйгәнемдең әсәһен күрергә барҙым, ныҡ ауырый ине, үҙе саҡыртты мине янына. Ҡомартҡы итеп улының гармунын, ошо муйынсаҡты бирҙе. Муйынсаҡты Исмәғил миңә тип алып ҡайтҡан булған.
– Ҡыҙым, күңелемә, йөрәгемә рәхәт, еңел булып китте. Нисә йылдар буйы йөрәгемдә йөрөткән ошо ауыр төйөр таралғандай тойолдо. Рәхмәт, ҡыҙым, минең һағыштарымды кәметкәнеңә. үҙе мине күкрәгенә ҡыҫып-ҡыҫып, тупылдатып һөйә, ә күҙҙәренән йәштәр бите буйлап аға.
Бәхет, матур киләсәк теләп, муйынындағы эре ҡыҙыл муйынсағын сисеп, миңә бирҙе. Әле лә ул ҡомартҡы инәйемде хәтерләтеп тора. Ауыр саҡтарҙа мин уны шул тиклем һағынам. Ул бик күп йылдар элек, ныҡ ауырып, аяҡтары һыҙлап, донъя ҡуйҙы. Ҡәһәр һуҡҡан һуғыш инәйемдең бәхетле йәшлеген урланы. Әл дә ҡартлығы матур булды. Ауыл халҡы ла, яҡшы кеше ине, тип кенә иҫләй инәйемде.
Фото: интернет
Читайте нас: