Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2020, 11:35

Барыбыҙҙың маҡсаты уртаҡ

2013 йылдан билдәләнә башлаған был көн бөгөн муниципаль берәмектәрҙә тырышыусы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен, йәмәғәт эштәрен етәкләүсеәүҙем яҡташтарыбыҙҙы берләштерә.

21 апрель – Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө
2013 йылдан билдәләнә башлаған был көн бөгөн муниципаль берәмектәрҙә тырышыусы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен, йәмәғәт эштәрен етәкләүсе әүҙем яҡташтарыбыҙҙы берләштерә.
2006 йылда булдырылған “БР муниципаль берәмектәре Советы”на республиканың 895 муниципаль берәмеге ҡарай, 13 ауыл Советы һәм Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе менән бергә беҙҙең муниципаль район да уның составына ингән.
Бөгөнгө хәлдәр менән бәйле, Ассоциацияның X съезды ошо көндәрҙә беренсе тапҡыр дистанциялы режимда онлайн форматта үтте. Уның эшендә муниципаль берәмектәрҙән 670-тән ашыу делегат ҡатнашты. “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһы рәйесе Вилорий Угаров әйтеүенсә, ойошманың башҡарма комитеты муниципаль берәмектәр күтәргән һорауҙарға ҙур иғтибар бирә. Улар буйынса муниципаль хоҡуҡи акттар ғына түгел, республика, хатта федераль закондар проекттары әҙерләнә. Иң яҡшы муниципаль практика өлгөләрен өйрәнеүгә, ҡулланыуға ла ҙур иғтибар йүнәлтелгән - урындағы үҙидара органдарының төрлө проблемалы һорауҙарҙы уңышлы хәл итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу үҙ һөҙөмтәләрен бирә.
Ассоциация эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе – төрлө конкурстар уҙғарыу. Унда еңеүселәр аҡсалата бүләккә эйә була. Былтыр, мәҫәлән, социаль маҡсатлы программалар фонды аҡсаларына “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһы һәм “БСТ” телеканалы берлектә ойошторған “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы - 2019” конкурсында Маҡар ауылы 48 ҡатнашыусы араһында икенсе урын яуланы һәм 300 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов билдәләүенсә, беҙҙең муниципаль район беренселәрҙән булып “Урындағы үҙидара органдары тураһындағы” Федераль законды тормошҡа ашыра башланы. Байрам алдынан коллегаларына ҡотлау менән мөрәжәғәт итеп, ул был яуаплы эштә намыҫлы, ғәҙел, эҙмә-эҙлекле булырға кәрәклегенә баҫым яһаны.
Һөнәри байрамдары алдынан оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм урындағы үҙидараны үҫтереүҙә тос өлөш индергәне өсөн муниципаль район Советы рәйесе Олег Агафонов, Совет секретары Рәмил Абдуллин, Әрмет ауыл Советы хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Тәнзилә Шаһиева, Көҙән ауыл биләмәһенең эштәргә идарасыһы Гөлнур Мансурова ассоциацияның маҡтау грамоталары менән билдәләнде.
Муниципаль район хакимиәтенең маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән шулай уҡ сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа һорауҙары буйынса идаралыҡ начальнигы Юрий Дегтяров, баш архитектор Илдар Канюков, милли проекттар һәм программалар буйынса эштәргә идаралыҡ итеү бүлегенең баш белгесе Анна Францева, ҡала биләмәһе хакимиәтенең хоҡуҡ секторы мөдире Гөлнара Минһажева, административ комиссияның яуаплы секретары Светлана Вәлиәхмәтова бүләкләнде.
Фотола: «Халыҡ кәңәшенә таянып эшләү биләмә тормошонда иң мөһим һорауҙарҙы хәл итергә ярҙам итә. Быны бигерәк тә Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы кеүек тотош ауыл халҡы ҡатнашлығы талап ителгән сараларҙа тойорға була», - ти Скворчиха ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко (фотола алғы рәттә һулдан беренсе).
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.
Читайте нас: