Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2020, 16:22

Юғары ҡан баҫымын нисек төшөрөргә?

Бөгөн юғары ҡан баҫымы – бик күптәрҙә күҙәтелгән күренеш. Бәғзе берәүҙәр уны сиргә һанамай, иғтибар биреп бармай. Ә бит ул күңелһеҙ күренештәргә алып килеүе ихтимал.

Бөгөн юғары ҡан баҫымы – бик күптәрҙә күҙәтелгән күренеш. Бәғзе берәүҙәр уны сиргә һанамай, иғтибар биреп бармай. Ә бит ул күңелһеҙ күренештәргә алып килеүе ихтимал.
Гел дарыу эсеп йәшәп тә булмай, организм дарыуға бик тиҙ өйрәнеп, уларҙың тәьҫире лә кәмеүе ихтимал. Шуға күрә халыҡ дауаһы алымдарын белеү зыян итмәҫ.
Ҡан баҫымығыҙ күтәрелһә, тас йәки биҙрәгә 37-40 градус йылылыҡтағы һыу ҡойоп, аяҡтарығыҙҙы тығып ултырығыҙ. Һыу һыуынғансы, яҡынса 20 минут самаһы ултырырға кәрәк. Был алым, ғәҙәттә, ҡан баҫымын 15-20 мм-ға кәметә.
Укроп орлоғо ла ҡан баҫымын төшөрөүгә һәләтле. Ике аш ҡалағы орлоҡ өҫтөнә 0,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ ултыртып тороғоҙ. Күпмелер ваҡыт арауығы менән ике сәй ҡалағы эсергә кәңәш ителә. Әгәр ҡан баҫымы күрһәткесе 200-ҙән юғары булһа, өс-дүрт сәй ҡалағы мөмкин.
Бер стакан кефирға (ҡатыҡҡа) бер сәй ҡалағы дәрсен болғап эсергә. Быны өс ай өҙлөкһөҙ дауам итергә.
Халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. Сәләмәт булығыҙ!
Фото: irecommend.ru
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: