Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2020, 15:39

Һуғанды ҡасан ултыртырға?

Ғәҙәттә, һуғанды май байрамдарында сәсәләр.

Ғәҙәттә, һуғанды май байрамдарында сәсәләр.
Һуғанды ултыртыу өсөн тәүлек әйләнәһенә һауа температураһы 8 градустан төшмәҫкә тейеш. Әгәр ҡырау төшәһе булһа, һуғанды сәсмәй тороу хәйерле. Ҡырау тейгән һуған оҙаҡ үҫәсәк һәм уҡ ебәрәсәк.
Һуғанды ләлә һәм нәркәстәр сәскә атҡас ултырталар.
Күлдә баҡалар баҡылдый башлағас, һуған ултыртыр ваҡыт еткән тигән һүҙ.
Муйыл ағасында беренсе япраҡтар барлыҡҡа килеү менән сәскә атҡанға тиклем ултыртҡан һуған яҡшы була.
Һуған ҙур һәм һутлы булһын өсөн, сәсә торған һуғанды яҡты урынға сәсергә кәрәк. Помидор, борос, бәрәңге, ҡыяр үҫкән урынға ултыртһаң, һуған яҡшы үҫә. Борсаҡ һәм һарымһаҡ урынына һуған ултыртмау хәйерле.
Ултыртыр алдынан ерҙе марганцовкаға һалып сылатып алығыҙ. Тупраҡҡа тыҡҡансы, һуғандың өҫкө ҡойроғон киҫеп алығыҙ, шулай иткәндә ул тиҙерәк тишелә. Һуған уңдырышлы һәм еңел тупраҡта яҡшы үҫә.
Орлоҡто рәттәр буйлап ултырталар, араһы 40 см самаһы булһын. Ике һуған араһы 7 см, һуғандың ҡойроғо тупраҡтан 2 мм самаһы сығып торорлоҡ итеп ултыртығыҙ.
10-12 көндән һуған тишелеп сыға. Уға һыу һибеп торорға кәрәк, һуғандар гел дымлы булһын. Өҫтә ҡабыҡ барлыҡҡа килмәһен өсөн, тупраҡты йомшартып тороғоҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: