– Барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты һибергә (10 литрға 2 аш ҡалағы);
– шулай уҡ йәшелсәләр сөпрәне лә бик ярата. 100 грамм сөпрәне 10 литр һыуҙа эретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
– сөгөлдөр баллы булһын өсөн, тишелеп сыҡҡас һәм һирәкләгәс аш тоҙо эретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
– помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эремсек һыуы, бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк. Йәй буйына бер нисә тапҡыр ҡабатлаһаң, яҡшыраҡ;
– помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осооронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы торуосанлығы арта;
– һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы эретмәһенә һалып торорға кәрәк. Бер литр һыуға бер сәй ҡалағы сода алына;
– иртә яҙҙан еләктәргә марганцовка эретмәһе һибергә, ә сәскә атыр алдынан йод эретмәһе. 10 литр һыуға – 10 тамсы;
– йод эретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. 10 литр һыуға – 40 тамсы. Һәр төп кәбеҫтәгә бер литр эретмә кәрәк.