Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2020, 02:40

Ташландыҡтар илаҡ булмай...

Үҙ ғүмеремдә өс тапҡыр әсә кешенең сабыйынан баш тартыу осрағының шаһиты булырға тура килде. Ул саҡта, әллә йәшлек менән, әллә әле генә әсә булыу бәхетен кисереүҙән, был хәлгә нисектер тыныс ҡараған һымаҡ инем. Хәҙер, ваҡыты-ваҡыты менән, шул сабыйҙар ҡайҙа, яҙмыштары нисек икән, тип уйланып алам. Бөгөн улар ҙа минең балаларым кеүек еткән егеттәр һәм ҡыҙҙарҙыр инде...

Үҙ ғүмеремдә өс тапҡыр әсә кешенең сабыйынан баш тартыу осрағының шаһиты булырға тура килде. Ул саҡта, әллә йәшлек менән, әллә әле генә әсә булыу бәхетен кисереүҙән, был хәлгә нисектер тыныс ҡараған һымаҡ инем. Хәҙер, ваҡыты-ваҡыты менән, шул сабыйҙар ҡайҙа, яҙмыштары нисек икән, тип уйланып алам. Бөгөн улар ҙа минең балаларым кеүек еткән егеттәр һәм ҡыҙҙарҙыр инде...

“Үкенерһең, ҡыҙыҡай, һуң булыр”

...Ауыл ҡыҙы, 20 йәшлек Әлфинә менән бер палатала ятырға тура килде. Уның ике йәшлек улы бар. Ире менән тормошо баштан уҡ яҡшы бул­маған. “Ҡәйнәм менән ҡай­ным үҙҙәренең иҫке йортон рәт­ләп, айырым сығарҙы, һы­йыр ҙа бирҙе. Тик иремдең ғаилә, йорт мәшәҡәттәрендә бөтөнләй эше юҡ, иптәштәре менән йыйылышып эсергә ярата. Бәләкәй бала менән ҡыш мейескә яғырға утынһыҙ ултырған саҡтар ҙа булды. Ҡайным алып килеп ауҙарған утынды бысып, ярып ҡуйырға ла эшкинмәй. Шулай ыҙалыҡ менән үҙемсә йәшәп маташтым да атайым янына ҡайтып киттем. Тик бына икенсегә ауырлы икәнемде һуң ғына белеп ҡалдым. Атай эргәһендә ике бала менән йәшәй алмам инде, сөнки үгәй әсәй бар”, – тип һөйләгәйне ул хәлен.

Әлфинә һау-сәләмәт, туптай икенсе малайын алыуҙан баш тартты. “Яңғыҙым ауылда нисек үҫтерермен? Ярҙам итер әсәйем дә юҡ”, – тип өҙгөләнде бисара. Табиптар бергәләп тә, айырым-айырым да һөйләште уның менән.

Процедура бүлмәһендә эш­ләгән асыҡ сырайлы, һәр саҡ йылмайып-көлөп йөрөгән оло ғына йәштәге шәфҡәт туташы ла көн дә тиерлек инә, Әлфи­нәнең янында ултырып, оҙаҡ итеп һөйләшә ине. “Бәлки, иптәшең менән арағыҙ яйла­ныр. Йәшәй башлағанда ундай ғына хәлдәр була инде. Ҡай­ның менән ҡәйнәң – яҡшы ке­шеләр, уларға таянырға, иреңә улар аша тәьҫир итергә тырыш”, – тип аҡыллы кәңәш­тәрен бирә. Баҡтиһәң, ауылдаштар икән. “Үкенерһең, ҡыҙыҡай, һуң булыр. Был аҙымды яһаһаң, ғүмер буйы иларһың...” – тип өгөтләп тә, йыуатып та һөйләшә торғас, Әлфинә ыңғайға килде.

Дауахананан яңғыҙы ғына бәпесен күтәреп ҡайтып кит­кән Әлфинәне табиптар ҡыуанып та, бер аҙ борсолоп та оҙатып ҡалды.

Ике ғүмер ҙә ҡотҡарылды, тик...

...Бер төндә бала табыу йорто ҡапыл “геү” килеп алып кит­те. Табиптар тегеләй ҙә, бы­лай ҙа йүгерешә. Ниҙер бул­ғанлығын аңлағайныҡ инде.

Унан алдағы көндә “Ашы­ғыс ярҙам” Алина исемле 17 йәшлек мәктәп уҡыусыһын алып килгәйне. Был ҡыҙ, нин­дәйҙер ярамаған матдәне ар­тыҡ ҡулланып, ағыуланған булып сыҡты. Ул заманда наркотик ҡала йәштәре араһында ныҡ таралған мәл ине. Был ҡыҙ ҙа шул яман ғәҙәткә ылыҡ­ҡан булдымы, әллә ошо ысул менән ауырынан ҡото­лорға теләнеме – уныһы беҙгә ҡараңғы.

Табиптар Алинаға ярҙам күрһәтеп, хәлде яйлағайны, әммә кискә табан хәле яҡ­шыр­ған ауырлы ҡыҙ дауахананан ҡасып сыҡҡан һәм төн урта­һында тағы “Ашығыс ярҙам”­да килтерелгән. Төн буйы ҡыҙҙың үҙенең дә, балаһының да ғүмере өсөн көрәш барыуын иртәнсәк кенә белдек. Табип­тарҙың тырышлығы менән ике ғүмер ҙә ҡотҡарып алып ҡалынды.

Бәпестәре менән ятҡан ҡа­тындар янына күсерелгән Алина, оҙон-оҙаҡ итеп ултырып, биҙәнеп-төҙәнеп алды. “Балағыҙҙы алып килергәме?” – тип ингән шәфҡәт туташына “нет” тип кенә яуап бирҙе. Ике-өс көн ятып хәл йыйған Алина, баланан баш тартыуы тураһында ғариза яҙып, бер ни булмағандай, дауахананан сығып китте. Табиптар, әлбит­тә, был хәлде ҡыҙҙың ата-әсәһенә лә, уҡыған мәктәбенә лә еткергән. Мәктәп был осраҡта күрелергә тейешле сараларҙы күргәндер, ә бына олатай менән өләсәйгә лә яңы тыуған йән эйәһе кәрәкмәй булып сыҡты. Ауыр хәлдә тыуған сабый бала табыу йортонда ятып ҡалды.

“Яҙмышына күнгән кеүектәр...”

...Бәләкәй ҡыҙым менән ятҡанда ла ташландыҡ бала яҙмышын күрергә тура килде. Студент ҡыҙ табып ҡалдырып киткән малай ине ул. Эргәләге генә бокста ята. Шул тиклем тыныс. Шешәнән һөт имә лә йоҡлап китә. “Ташландыҡтар ныҡ тыныс була. Ана, һеҙҙе­келәр саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, һөрән һала башлай, ә бындай сабыйҙар бөтөн­ләй икенсе, әйтерһең, тыуыу менән үҙҙәренә әҙер­ләнгән яҙмышҡа күнгән кеүектәр”, – тигәйне баланы ҡараған шәфҡәт туташы. “Был бәпәйҙе нимә эшләтәһегеҙ?” – тип һорашҡайным, “Ул ваҡы­тынан алда – ете айлыҡ булып тыуҙы, шуға күрә тейешенсә ауырлыҡ йыйып, прививкаларын яһағас, сабыйҙар йортона оҙатабыҙ. Һау-сәләмәт тыуған ташландыҡ балаларға, ғәҙәттә, шунда уҡ яңы атай-әсәй табыла, хатта сиратҡа тороп алалар, ә бының ише сәләмәтлеге насарыраҡтарҙы уллыҡҡа алырға тырыш­майҙар”, – тип аңлатҡайны шәфҡәт туташы.

Был малай бер айҙан ашыу ята ине. Шәфҡәт туташтары тиҙ генә инеп, йүргәген алмаштырып, яһалма һөт ҡойолған шешәне ауыҙына ҡаптыра ла сығып та китә. Бәпестәре булған ҡатындар ташландыҡты йәлләһә лә, хеҙмәткәрҙәр уны ҡулға алыр­ға рөхсәт итмәй. “Ҡулға өйрәт­мәгеҙ. Һеҙ сығып китһәгеҙ, уны кем ҡарай? Бәпес күтәреп йөрөһәк, эшебеҙҙе кем баш­ҡарыр?” – ти торғайнылар.

Эргәлә генә ятҡас, мин дә оҙаҡ итеп ҡарап тороуымды иҫләйем. Ошо бәләкәй генә йән эйәһендәге йәшәүгә ынты­лышҡа хайран ҡалырлыҡ! Асыҡһа, эргәһендә уңайлы итеп урынлаштырылған һөтлө шешәнең имеҙлеген үҙе табып ҡаба белә ине ул.

Ул балалар ҙа хәҙер 16-20 йәш араһындағы егет һәм ҡыҙ булып үҫеп еткәндер. Ә бына уларҙы бала табыу йортонда ҡалдырып киткән “әсә” тигән бәндәләр нимә уйлап йәшәй, ошо сабыйҙары иҫтәренә тө­шәме икән? Ҙур Ер шарының бәләкәй генә бер мөйөшөндә минең балам йәшәйҙер, тигән уй инеп сығамы икән баштарына?
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Фото: интернет
Читайте нас: