Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2020, 14:20

Ғаилә йылыһының тиңе юҡ

Ғаилә, һис шикһеҙ, мөхәббәткә, тоғролоҡҡа, ғаилә ағзаларының бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәтенә нигеҙләнә. Балаларҙың ата-әсәһенә изгелекле мөғәмәләһе, туғанлыҡ хисе, зыянлы ғәҙәттәрҙән азат булыу, сәләмәт тормош алып барыу - тап ошолар бер ниндәй аҡсаға, алтын-көмөшкә һатылмаған ҡиммәттәр, минеңсә. Тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡмаған ишле ғаиләләр һоҡланыу уята. Ана шундайҙарҙың береһе Гөлнара һәм Илшат Мөхәмәтйәновтар хаҡында яҙып үтмәксемен.

Уразбай һылыуы Гөлнара Харис ҡыҙы мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға инә, дипломлы белгес булып сыға. Хеҙмәт юлын 2005 йылда Ишембай районы мәғариф бүлегендә методист булып башлай. Ошо йылдарҙа ҡыҙ ауылға өләсәйҙәренә килеп йөрөгән Илшат исемле егет менән таныша. Тойғоларының ныҡлығына ышанған йәштәр күп уйлап тормай никах, аҙаҡ гөрләтеп туй үткәреп ебәрә.
Гөлнара әлеге көндә ҡалала 1-се гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Илшат Себер тарафтарында вахта юлы менән быраулаусы булып эшләй. Йәштәр башта кеше фатирын яллап йәшәһә, һуңғараҡ ипотекаға өс бүлмәле фатир һатып ала. Әсәлек капиталы сертификаты һәм дәүләт программаһы буйынса йәш ғаиләләргә бирелгән субсидия ипотека хаҡын ҡаплауҙа ҙур ярҙам була. Егәрле пар өс бала үҫтерә. Өлкәндәре Эвелинаға - 12, Альбинаға - 9, ә иң төпсөк улдары Әмиргә ни бары 1 йәш. Ҡыҙҙар мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Эвелина башҡорт теле, ә Альбина бейеү буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бихисап дипломдар менән бүләкләнгән.
- Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Баштараҡ өс бала тәрбиәләүҙе күтәрә алырбыҙмы, тип ҡурҡҡайным. Улай түгел икән ул. Ҡыҙҙарыбыҙ ҡустыларын ҡарарға ярҙам итә. Ағайлы-апайлы булыу үҙе ҙур бәхет. Тормош иптәшем, быны һин эшлә тип, бер ҡасан да иҫәпләшмәй. Илшат, кәрәк икән, ашарға ла бешерә, балаларҙы ла ҡараша, булдырмаған эше юҡ. Әле карантин мәлендә барыбыҙ ҙа өйҙә. Форсатбарҙа балаларға күберәк ваҡыт бүлергә тырышабыҙ. Әлбиттә, тормошта барыһы ла шыма ғына бармай. Ир менән ҡатын бербереһенә таяна алғанда бар мәшәҡәттәрҙе йырып сығып була, - тип күңелендәге менән уртаҡлашты Гөлнара. - Шулай ҙа ғаилә – ул һәр кемебеҙҙе тартып торған йылы усаҡ булырға тейеш. Ғаилә ни тиклем татыу, мөхәббәтле булһа, уның йылыһы ла шул тиклем көслөрәк. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә оло таянысы булыр тип өмөт итә. Беҙ ҙә, һәр көнөбөҙгә рәхмәт әйтеп, ошо өмөттәр менән йәшәйбеҙ.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: