Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 22:55

Кемгә һарымһаҡ ярамай?

Уның файҙалы үҙенсәлектәре билдәле. Баҡ тиһәң һарымһаҡ зыянлы ла икән. Табиптар фекеренсә, ҡайһы бер сирҙәр менән яфаланғанда һарымһаҡты ашау тыйыла.

Уның файҙалы үҙенсәлектәре билдәле. Баҡ тиһәң һарымһаҡ зыянлы ла икән. Табиптар фекеренсә, ҡайһы бер сирҙәр менән яфаланғанда һарымһаҡты ашау тыйыла.
Шулай итеп, бауыр йәки бөйөрҙәрегеҙ менән проблемалар бар икән, һарымһаҡты ашта ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә. Ундағы зарарлы матдәләрҙең күп булыуы был ағзалар эшенең боҙолоуына килтереүе ихтимал. Диарея менән йонсоғандарға ла һарымһаҡ ашау тыйыла, сөнки ул эсәкте ҡуҙғыта һәм елһенеүгә килтерә.

Күҙ сирҙәре булғандарға ла һарымһаҡтан баш тартыу хәйерлерәк. Табиптар белдереүенсә, был күҙҙең лайлалы тиресенең елһенеүенә килтерә. Гипотония менән йонсоғандарға шулай уҡ тыйылырға кәңәш итәбеҙ, ул бит ҡан баҫымын төшөрә.
Һарымһаҡта булған ахоен тигән матдә ҡандың ойошоусанлығын кәметә һәм тромб формалашыуына ҡаршы тора. Был бик ыңғай сифат. Тик ошо уҡ сәбәпле уны операциялар алдынан ашау тыйыла. Бынан тыш ауырлыларға, аритмия менән сирләгәндәргә лә һарымһаҡты күпләп ашарға кәңәш ителмәй.
Фото: интернет
Читайте нас: